Эйе, бөгөн пенсионерҙарҙы күптәр йәлләй. Ғүмер буйы бил бөгөп бәләкәй генә пенсия алғас йәлләрлек тә шул. Ә уйлап ҡараһаң эшләп йөрөүселәр ҙә күп алмай бит. Эш хаҡы күп ерҙә “минималка”. Ошо аҡсаны һин еткерергә тейешһең. Етмәй икән 2-3 урында бил бөк. Эйе, эшләргә ваҡыт табаһың да, йәшәргә ваҡытың ҡалмай китә. Ниндәйҙер парадокс был. Йәшәр өсөн эшләйһең, әммә йәшәргә ваҡыт юҡ. Ҡыҙыҡмы? Ҡыҙыҡ. Тик һис кенә лә көлкө килмәй.
Бөгөн йыш ҡына: “Хәҙер кеше етеш йәшәй”, - тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Имеш тә, элек өҫтәлгә ҡорот, талҡан, май, майикмәк, ит ҡуйып туй үткәргәндәр, ошо ғына һыйға өс көн ҡунаҡ булғандар. Ана, хәҙер кафеларҙа мул өҫтәл ябалар. Ә уйлап ҡараһаң быларҙың барыһы ла кредитҡа үткәрелә. Бер тапҡыр мул табын ҡораһың да, аҙаҡ кредитыңды ябып бөткәнсе аҙапланаһың инде. Көндәлек тормошта ла хәлдәр шул сама. Ҡала кешеһе “кредитка”һына (кредит картаһына) аҙыҡ-түлек алһа, ауылдарҙа яҙҙырып алыу “мода”ға ингән. Йәғни бурысҡа ашайбыҙ, бурысҡа кейенәбеҙ. Аҙаҡ эш хаҡы, пенсия алабыҙ ҙа шуны ябабыҙ. Унан тағы бурысҡа инә башлайбыҙ… Көндән-көн аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта барыуын, ә эш хаҡының бер урында тапаныуын иҫәпкә алғанда, бурыстарҙан тиҙ генә ҡотолоп булмаҫын аңларға мөмкин.
Ысынлап та, бөгөн кеше “аҡсаһыҙлыҡ” проблемаһына күмелгән. Етешмәгән тормошон уйлап башы ғына түгел, күңеле ҡатҡан, төшөнкөлөккә бирелгән. Әлбиттә, бындай кәйеф менән һис кем ҡунаҡ саҡырып, күңел асырға ла теләмәй. Хатта берәйһе килеп инмәһен, өҫтәлгә ҡуйырға ризығым юҡ, тип йәшәүселәр ҙә бар.
Эйе, оптимистар ҙа, аҡсаны дөрөҫ ҡуллана белеүселәр ҙә осрай. Улар бай булмаһа ла нисектер аҡсаһын еткереп, ҡунаҡҡа саҡырышып, күңел асып йәшәй белә. Әммә бөтә кеше лә бер иш түгел. Ғаилә хәле лә төрлөсә. Берәүҙәрҙеке түҙерлек булһа, икенселәрҙеке мөшкөл. Ошо айырма бөгөн интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә лә ярылып ята. Кемдер көн һайын яҙма ҡуя: бына, ҡунаҡҡа барған, ана, балдаҡ һатып алған, ә бына сәйәхәт тә иткән. Дуҫтарының шундай уңышын күргән икенсе йәнә көйөнә. Юҡ, ул, бәлки, дуҫының матур йәшәүенән көнләшмәйҙер ҙә, бары үҙе лә ошолай йәшәй алмауына, теләгән әйберен ала алмауына ҡара яналыр. Былар уны тағы ла нығыраҡ баҫа. Шулай итеп, кеше йомола, япа-яңғыҙ тороп ҡала, үҙенең уңмаған тормошон һүгеп, үҙ-үҙенә бикләнә, бер кемде лә күрәһе килмәй… Депрессия. Әлбиттә, бындай хәлдәге ата-әсә балаһына ла ҡаты мөнәсәбәттә. Тик томалға ҡысҡырып әрләү, баланың проблемаларына, һорауҙарына иғтибар бирмәү тағы ла ҙурыраҡ проблемалар тыуҙырасаҡ.
Эйе, етешһеҙ тормош күптәрҙе яңғыҙ итте. Кемдер ҡайҙан ашарға табайым тип йәшәһә, байҙарҙың, киреһенсә, аҡсанан күҙҙәре томаланған, улар яндағыларын күрмәй ҙә, аңламай ҙа, уйламай ҙа.
Әйткәндәй, Америка ғалимдары иҫәпләп сығарыуынса, яңғыҙлыҡтың һаулыҡҡа зыяны шул тиклем ҙур. Ул көнөнә 15 сигарет тартыуға бәрәбәр. Социаль изоляция, йәғни үҙ-үҙеңә бикләнеү һимереүгә лә килтерергә мөмкин, йөрәк өйәнәгенә лә сәбәп була, иммунитет та ҡаҡшай. Сөнки депрессия эҙемтәләре бик алама. Мәҫәлән, 1984 йылда Америкала һәр кешенең кәм тигәндә өс яҡын дуҫы булһа, 2004 йылға улар икәү ҡалған. Тимәк, йылдан-йыл кеше кеше менән ҡатышып йәшәүҙән алыҫлаша, тигән һығымта яһалған. Францияның башҡа ҡалаһы Парижда 50 % кеше яңғыҙ, тигән статистика ла бар. Бының төп сәбәбе—урбанизация. Эйе, әлбиттә, яңғыҙлыҡ беҙҙең илде лә урап үтмәгән. Ҡыҙҙар ҡала тормошон үҙ итеүҙән, егеттәрҙең ауылдан китмәүенән генә лә буйҙаҡтар һаны арта бара. Әлбиттә, башҡа сәбәптәр ҙә бар. Әммә әле мин яңғыҙлыҡтың башҡа төрөн әйтергә теләнем. Ишле, балалы, туғанлы булып та “янғыҙ” ҡалыусылар бар. Яңғыҙлыҡ тойғоһо бик алама ул. Быға әлегә лә баяғы етешһеҙ тормош, проблемалар күплеге генә түгел, көндән-көн тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә барған интернет та “ғәйепле”. Ҡунаҡҡа саҡырышмайбыҙ, кис ултырыуға йөрөшмәйбеҙ, бары тик социаль селтәрҙә аралашабыҙ, хәл белешәбеҙ, ҡотлашабыҙ… Ә бит тере аралашыуға, күрешеүгә бер ни етмәй! Яңғыҙ булма, туғаныңды, дуҫыңды яңғыҙ ҡалдырма!