Даирә
+17 °С
Облачно

Ауырлыҡтар уны сыныҡтыра

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ғәҙилә Исмәғилева менән осраҡлы ғына танышырға тура килде. Яңы ғына һикһән йәшен тултырған уҙамандан ихласлыҡ, асыҡлыҡ бөркөлөп тора.

Ул Һарт-Науруз ауылында тыуа, ә ғүмеренең байтаҡ йылдарын Прибель­ский ауылында уҙғара һәм биш йыл элек Ҡырмыҫҡалы ауылына күсенеп килә.
Оло тормош юлын уҙған уҙамандың күңелендә элеккеләр, үҙе кисергән ваҡи­ғалар тураһында хәтирәләр мәңгелеккә уйылған. Илебеҙҙең шанлы тарихы уның яҙмышында сағылыш тапмай ҡалмай. Бергәләшеп илебеҙ тарихының ҡайһы бер биттәренә сумдыҡ.
- Бала сағымда шул тиклем юҡлыҡ була. Ике туған ағайым сабый сағында үлгәс, уның өҫтөндәге күлдәген киҫеп алып, ырғыт­ма­йынса, һалып ҡуйғандар. Мин тыуғас, был күлдәккә урағандар. Бер көн әсәйем эштән ҡайтһа (ул саҡта ҡатындар эшкә бала тапҡас та сыҡҡан), һыуыҡ өйҙә ҡаҡ һикелә шәп-шәрә ятам икән. Туған тейешле кеше кейемде йәлләгән дә, мине сисендереп, кире ал­ған икән. Әсәйем асыуынан тиҙ генә мине кү­тәреп алып, нимәгәлер төргән дә икенсе урамда йәшәгән өләсәйемдәргә сығып йү­гергән. Барғас, мине ҡараһалар, тын алма­йым икән. Өләсәйем ауыҙ-танауға тын өрөп, саҡ һулыш алып киткәнмен. Әйткәндәй, мин үлемдән бер нисә тапҡыр ҡалғанмын. Уны ла һөйләмәй булдыра алмайым. Бәлә­кәй саҡта өләсәйем янына барырға уйлап, тар ғына булған кәртә араһына ҡыҫыл­ғанмын да эленеп ҡалғанмын. Өләсәйем тәҙрәнән минең ҡыҙыл күлдәгемде күреп ҡалып, ниндәй сепрәк һелкенеп тора икән тип сыҡһа, иҫе киткән. Шулай, ул тағы әжәлемә ингән.
Һуғыш башланғас та атайымды хеҙмәт ар­мияһына алалар. Әсәйемдең ҡулында алты ғына айлыҡ бала булып ҡалғанмын. Атайыма ҡайтып та китергә тура килә, шулай, 1943 йылда ҡустым донъяға килгән. Һуғыш тамамланғас, тағы ла дүрт туғаным тыуа. Әсәйем ураҡҡа, көлтә бәйләргә йөрө­нө, эштән ҡайтҡас почта ла таратты. Әйт­кән­дәй, әсәйемдең һеңлеләре мине ике тә­гәр­мәсле ағас арбаға һалып, имеҙер өсөн ураҡ баҫыуына йөрөткәндәр. Бик хәүефле булһа ла, бер-ике ус бойҙайҙы аҫтымдағы сеп­рәгем араһына ҡыҫтырып һалып алып ҡай­талар икән. Ул йылдарҙа тотолғандарҙы төр­мәгә лә ултыртҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың, үҫмер­ҙәрҙең ауыр хеҙмәтен, бөткөһөҙ хәс­тәр­лектәрен, илгә килгән ҡайғы, нужа­ны, тамаҡ туйҙырыр өсөн серек бәрәңге – кәл­йе­мәнән бешерелгән күмәстәрҙе оноторлоҡ түгел...
Һуғыштан һуң да әсәйем колхозда һәм почтала хеҙмәт итһә, атайым ғаиләне туйҙы­рыр өсөн Стәрлетамаҡтағы сода сығарыу заводына эшкә китә. Уның ҡалала эшләп йөрөүенә колхоз етәкселәренең асыуҙары килә. Шуға ла үс итеп бәрәңге сәселгән баҡсабыҙҙы һөрҙөртәләр. Был йылда ғаиләбеҙ бәрәңгеһеҙ ҡала.
Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы аша сығып, икмәккә сиратҡа баҫыуыбыҙ ҙа хәтерҙә ҡалған. Уны үлсәп, кеше башына грамлап ҡына бирәләр. Икмәкте күберәк эләктерер өсөн бер нисә тапҡыр сиратҡа баҫабыҙ. Һиҙеп ҡалһалар, ҡыуалар. Бала бала инде, юлда икмәгебеҙҙе әҙләп кенә ашап, осраған йылға-күлдән һыу эсеп ҡайтабыҙ. Шул икмәктең тәме һаман да тел осонда тора, мин оҙон ғүмер кисерһәм дә, башҡа ундай тәмлеһен ашағаным булманы, – тип хәтирәләргә бирелде уҙаман.
Һуғыш ҡыйралышы тамамланһа ла, донъялар тиҙ генә яҡшырмай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар үҙәктәргә үтә. Уҡый башлағанда ҡыҙҙың дәфтәре лә булмай. Әсәһе кешеләргә таратҡан өсмөйөшлө хаттар уралған һары ҡағыҙҙар дәфтәрҙе алыштыра. Ғөмүмән, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа күптәр өсөн артабан уҡыуҙы дауам итеү тормошҡа ашмаҫ хыял ғына була. 8-се класты тырышып-тырмашып тыуған ауылында тамамлай. Һуңынан 17 генә йәшендә Ғәҙилә Ғафар ҡыҙы Шәкәр заводына эшкә бара. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй һәм намыҫ менән фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Шулай йәштән үк ауыр хеҙмәттә сыныға. Ошонда эшләгәндә Ҡолош егете Фәриткә кейәүгә сығып, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Тик ире­нең ғүмере ҡыҫҡа була – 15 йыл бергә йәшә­гәндән һуң 39 йәшендә генә пневмониянан үлеп китә. Йәшләй генә тол ҡалған ҡатын дүрт балаһын аяҡҡа баҫтыра, уларҙы үҙе кеүек ярҙамсыл, киң күңелле итеп тәрбиә­ләргә тырыша. Тормош дауам итә. Байтаҡ йылдарҙан һуң Рифат Мөхәммәт улы менән тормош ҡоралар. Шулай насип булғандыр инде - уның менән дә 15 йыл йәшәгәс, ире вафат була. Балалар ҡайғы­ларын да күрергә тура килә: иң өлкәне һәм кесе улдары ла донъянан иртәрәк китәләр...
Ғәҙилә Ғафар ҡыҙының яҙмышы һы­нау­ҙарҙан һәм күп юғалтыуҙарҙан торған. Тыуған ил өҫтөнә килгән ауырлыҡтарҙы, үҙ иңенә төшкән ҡайғыларҙы күтәрергә тура килә уға. Шулай ҙа дәһшәтле йылдарҙың шаһиты булған Ғәҙилә Ғафар ҡыҙы биреш­мәй, алсаҡ, көслө рухлы, ярҙамсыл булып ҡала. “Кешеләр бер-береһенә изгелек ҡы­лып йәшәргә тейеш. Кәрәк саҡта йылы һүҙең, тыңлай белеүең менән дә еңеллек килтерергә мөмкин”, - ти ул. Әлеге көндә ҡы­ҙы Рәүиәгә, улы Фәниткә, уларҙың ғаиләләренә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һәм күршеләренә изге теләктәр теләп, һәр көнгә ҡыуанып йәшәй.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас