Иртәгә республика буйынса урыны менән ҡар яуыуы көтөлә, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан иҫә, талғын. Төндә һауа температураһы – 4 – 9, аяҙытҡанда 15 градусҡаса төшәсәк. Көндөҙ 2 – 3 градус йылы, көнсығыш райондарҙа һигеҙ градусҡаса йылытасаҡ.
24 мартта ҡар, хатта ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан иҫә, талғын. Төндә һауа температураһы – 2 – 7 булһа, аяҙытҡанда 12 градус һалҡын буласаҡ. Көндөҙ республика буйынса 5 градус йылы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 10 градусҡаса йылытасаҡ!
Ниһәйәт яҙ үҙ көсөнә инде!