- Кешенең иң ҙур бәхете – уның ғаиләһе ул,- ти Гөлшат Фоат ҡыҙы.
Йорттоң иң оло кешеһе Дилара әбейгә, уның ҡыҙы Гөлшат апайға тормош һикәлтәләрен үткәндә шатлығын да, ҡайғы-хәсрәттәрен дә күрергә тура килә. Шуға ла улар бөгөн бергәләп бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәй.
Ғаиләнең терәге, иң өлкән хужабикәһе Дилара Усман ҡыҙы Мансурова 80 йәшен тултырған. Ул Ибраһим ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. 19 ғына йәшендә Алайғыр ауылы егете Фоат Закир улы менән тормош ҡоралар. Йәштәр айырым йорт һалып сыҡҡансы ҡайны-ҡәйнә йортонда ҙур ғаилә булып йәшәйҙәр. Ике ҡәйнә, ике килен татыу, берҙәм булалар. Бына ҡайҙан килә икән ул быуындар берҙәмлеге, бәйләнеше. Дилара Мансур ҡыҙы ғүмер буйы фермала һауынсы була, сөгөлдөр баҫыуҙарында ла эшләй. Тормош иптәше Фоат ағай колхозда төрлө эштәр башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фоат Закир улы яҡындары эргәһендә юҡ инде, ул мәңгелек донъяға күскән. Бөгөнгө көндә Дилара инәй ҡыҙы Гөлшат менән бергә йәшәй. Ул балаларына терәк-таяныс, оло кәңәшсе, йорт-ихатаға күҙ-ҡолаҡ булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларына ойоҡбаштар бәйләп кейҙерә, ейәндәр тәрбиәләргә, ҡарашырға ярҙам итә.
Гөлшат Фоат ҡыҙы Өфө районы Михайловка ауылындағы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Алексеевка” теплица хужалығында башлай. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайта. Ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә урынлаша. Артабан дауаханала ашнаҡсы була. Ҡайҙа эшләһә лә, хеҙмәтен тырышып, намыҫ менән башҡара. Яғымлы, алсаҡ ҡыҙ коллективтың хөрмәтен яуларға ла ирешә. Гөлшат ошо уҡ ауыл егете Салауат менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тормоштарын йәмләп, өс улдары – Азамат, Самат һәм Азат донъяға килә. Салауат Рәшит улы ғүмерен водитель һөнәренә бағышлай. Алайғыр дауаханаһында, колхозда водитель була. Көҙгө уңышты йыйыу осоронда комбайнға ултырып киң баҫыуҙарҙы иңләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат Рәшит улы яҡты донъя менән бик иртә хушлаша. Уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә ун өс йыл булып киткән. Яҡындары уны һәр ваҡыт яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Уларҙың өлкән улы Азамат мәктәп эскәмйәһенән үк атаһы менән бергә комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Техниканы атаһы кеүек яҡшы белә. Уға комбайнда йөрөүе бик оҡшай һәм ул яҙмышын шофер һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. Бөгөнгө көндә Салауат ҡалаһында шофер булып эшләй. Өйләнгән. Ғаиләһе менән шул уҡ ҡалала йәшәйҙәр. Тормош иптәше Әлфиә сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итә. Әлегә декрет ялында ултыра.
Ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Самат телефондар һәм компьютерҙар төҙәтеү буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ҡатыны Алина “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәтендә бухгалтер булып эшләй. Тормоштарын йәмләгән сәскәләй матур ике ҡыҙға ғүмер биргән улар. Камилла менән Амелия ата-әсә наҙына ҡойоноп, бәхетле бала саҡтарының матур мәлен кисерә.
Ишемғоловтарҙың кесе улдары Азат тормош иптәше Эльвира менән тыуған ауылында төпләнә. Улар төп йортта Гөлшат апай менән йәшәйҙәр. Бер ул үҫтерәләр. Ғаилә йәме – бала, тигәндәй, йортҡа нур сәсеүсе, йәм өҫтәүсе, өләсәйҙәрҙең ҡыуанысы ул ейәндәре Вадим. Барыһы ла эштә булғанда кескенә бүләһе менән өйҙә Дилара әбей ҡала. Ул уны алдына ултыртып рәхәтләнеп һөйә, тегенеһе инде өләсәйҙәр наҙына иркәләнеп үҫә.
Ғаилә ул – үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Дүрт быуын вәкилен берләштергән был ғаиләлә татыу йәшәүҙең үҙ принциптары ла бар, шуларҙың иң мөһиме – ололарҙы кеселәре һәр ваҡыт хөрмәт итә, улар биргән кәңәшкә ҡолаҡ һала, үҙ-ара ярҙамлашып һәм аңлашып йәшәй. Оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшырып килә, һәр нәмәгә һөйөү менән ҡарарға өйрәтә.
- Беҙҙең ғаиләлә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырылған. Бәхет тигәнең бер ҡасан да күктән төшмәй, уны булдырырға һәм һаҡларға кәрәк. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ,- ти Гөлшат Фоат ҡыҙы.
Шулай килешеп, олоно-оло, кесене кесе итеп йәшәйҙәр был ғаиләлә. Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле, имен тормошта йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.