Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Былай яҙмаҫ инем яҙмышты..."

Ауыл ситендәге бәләкәй генә иҫке өйҙә яңғыҙ әбей йәшәй. Кеше менән артыҡ аралашмай, башҡа әбейҙәр ише байрамдарҙа аллы-гөллө күлдәк кейеп, матур яулыҡ ябынып ҡунаҡҡа ла йөрөмәй.

Әбекәй һирәк-һаяҡ магазинға барып ҡайта. Күршеһендә йәшәгән ғаиләләге килен генә көн аша һөт, йома хәйере тип унда-бында май йәки ҡаймаҡ индерә. Уның ғүмер юлын миңә тап шул ҡатын йәлләп һөйләгәйне.

...Олоғайып, Үзбәкстандан күсеп ҡайтҡан ул. Һуғышҡа тиклем тормошҡа сығып, бер малай тапҡан, ире Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа алынып, һәләк булған. Тиҙҙән тол ҡалған Рабиғаны ағас ҡырҡыу эшенә ебәрәләр, улы әсәһе менән ҡала. Һуғыш бөткәнсе йөрөй ул Белорет урмандарында. Ике йәшлек кенә булып ҡалған малай өс йыл өйҙә булмаған әсәһенән тамам һыуынып, өләсәһенә ныҡ эҫенгән була. Тиҙҙән Рабиға ҡалаға төҙөлөшкә эшкә юллана. Улын әсәһе бирергә теләмәй, үҙе лә әсәйемә иптәш булһын тип уйлай. Унан яҙмыш елдәре уны Үзбәкстан яҡтарына илтә, шунда тормошҡа сыға. Әммә бүтән балаһы булмай, “билдән көрт кисеп ағас ҡырҡыу, яҙғыһын боҙло һыу кисеп һал ағыҙыуҙың эҙемтәһелер”, ти үҙе.

Ире һәм уның ҙур ғаиләһе башҡорт ҡыҙына ҡарата бик ҡаты була. Тиҙҙән ире йәш ҡатын ала, уныһы бер-бер артлы бала таба, ә Рабиға ҙур ғаиләлә хеҙмәтсе ролендә йәшәй. Бер нисә тапҡыр ҡасырға ла маташа, әммә был ниәте тормошҡа ашмай. Әсәһен, улын, тыуған яҡтарын һағынып, йөрәге һыҙыла, йәшлек дыуамаллығы менән сит тарафтарға сығып китеүе өсөн үкенеп, төндәрен илап үткәрә. Шулай үтә бисараның ғүмере. Ире мәрхүм булғас, инде был төбәктә уны бер кем дә, бер нәмә лә тотмағас, тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә.

Әсәһе күптән мәрхүм булған, улы ҡалала төпләнгән, ғаиләле. Әсәһенән ҡалған донъяны аҙ-маҙ рәтләштереп донъя көтә башлай. Улы ла һирәк-һаяҡ килеп, ярҙам итеп китә, емерек өйҙө ипкә килтерешә.

“Ғүмер буйы минән айырым йәшәгәс, “әсәй” тип өҙөлөп тормай, уға үпкәләй ҙә алмайым. Йылына бер килеп китеүе лә – йыуаныс...” - ти оло йәштәге ҡатын. Күңеле килгәндә моңло итеп йырлап та ала:

Яҙмыш ҡәләмдәре миндә булһа,

Былай яҙмаҫ инем яҙмышты...”

Был йырҙа уның барлыҡ күңел һағышы ла, үкенесе лә сағыла кеүек...

Фото: stihi.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: