***
... – Уны судҡа тарттырыуҙан, атай, миңә ниндәй файҙа булыр икән... – тине инде үҙенең аяныслы хәле менән бер аҙ килешә лә башлаған Батыр.
Ике көн элек кенә уны дөйөм палатаға күсереп, ата-әсәһе менән осрашырға рөхсәт иткәйнеләр. Гөлниса, әлбиттә, улының янынан да китмәне тиерлек. Ә атаһы шул арала часть командирын, замполитты, хәҙергесә – тәрбиәсене күреп һөйләште. Етәксе вазифаһында инде байтаҡ йыл эшләп өлгөргән Феликс Ишбулдович ундай-бындай һөйләшеүҙәр өлкәһендә ярайһы ғына шымарған, «һүҙ эҙләп кеҫәһендә соҡсона» торғандарҙан түгел. Хәрби прокуратураға ла барып өлгөрҙө. Бөгөн кис тап ана шул хаҡта улына әйткәйне. Ә улын имгәткән Бабушкин фамилиялы сержант хәҙерге көндә гарнизон гауптвахтаһында ултыра икән. Уның менән генә күрешергә рөхсәт итмәнеләр...
– Барыбер был эште былай ғына ҡалдырмаясаҡмын, – тине Феликс Ишбулдович, ғәҙәтенсә, ҡаты итеп, – енәйәтсе төрмәлә ултырырға тейеш!
– Ул да кемдеңдер ғәзиз балаһылыр бит, атай, – тине тағы Батыр хәлһеҙ генә, – бәлки, ғәйеп ниндәйҙер кимәлдә үҙемдә лә булғандыр... Их, Бабушкинды ултыртыу менән аяҡтарым йөрөп китһә икән шул...
Әллә медсестра яһаған укол тәьҫиренән, Батыр күҙҙәрен йомдо. «Атай, әсәй, бөгөнгә етеп торор, мин арыным», – тип әйтергә иткән һымаҡ тойолдо.
– Какой ул ғәзиз бала! Эт балаһы ул – вот кем! Башын дисбатта серетәсәкмен мин уның! – Феликс Ишбулдович һаман үҙенекен ҡайырҙы, әйтерһең дә, уның ошо ялҡынлы һүҙҙәренән улына еңелерәк...
Батырға, әлбиттә, бер ҙә еңел түгел ине. Ата-әсәһе уны «йоҡланы» тип хаталанды. Әле ун туғыҙы ла тулмаған көйө ғәрипләнгән йәш егетте йоҡо алманы. Үҙен ошо хәлгә еткергән күңелһеҙ ваҡиғаларҙы иҫләне.
... – Рядовой Хисбуллин!
– Я!
– Бәҙрәфкә, шагом марш!
– Есть!..
Казармалағы киске тикшереүҙән һуң рота буйынса дежурҙағы сержант Бабушкин нарядтағы һалдаттарға берәм-һәрәм эш ҡушырға тотондо. Бөгөн нарядта булмағандар ашыҡмай ғына йыуыныу бүлмәһенә инеп, аяҡтарын йыуып, тештәрен таҙартып, тәмәкеләрен тартты ла, һәр кем үҙенең карауатын биләне.
– Минең быны йыуырға теләгем юҡ, иптәш сержант, – тине рядовой Хисбуллин, бәҙрәф тишегенән ситкә «яҙа төшөрөлгән» кемдеңдер оло ярауына күрһәтеп. Үҙенән кәмендә бер башҡа бейек булған киң яурынлы бәһлеүән сержантҡа мөрәжәғәт иткәндә башындағы олораҡ һалдат кепкаһы ҡолаҡтарына төшөп торған йәш һалдат уҡытыусы ағай алдында торған беренсе синыф уҡыусыһын хәтерләтте.
– Ә һинең теләгеңде кем һорай, – тине сержант трактор гөрләүен хәтерләткән ҡалын бас менән. – Нарядтағы «дед» йыуырға тейеш тип уйлайһыңмы әллә бәҙрәфте?
– Кем бысратҡан – шул йыуһын! – тине Батыр уны-быны уйлап тормаҫтан.
– Улай булғас, рөхсәт итәм, бысратҡан кешене тап! – тине Бабушкин. «Бабайҙар»ҙың хахылдап көлөшкән тауыштары яңғыраны. Йәшерәктәр был икәүҙең диалогын шым ғына тыңланы.
– Ҡайҙан табайым мин? – тине Батыр тағы.
– То-то!.. Шуның өсөн дә армияла приказды бәхәскә ҡуймайҙар, ә ү-тәй-ҙәр, – тине сержант, аҙаҡҡы һүҙен ижекләп һуҙҙы. – Аңлашылдымы?
– Хәҙер илдә – демократия! – һалдат бирешергә теләмәне.
– Өлкәндәр менән әрепләшеп тороуың был осраҡта демократия түгел, ә демагогия тип атала, белдеңме, иптәш һалдат? – тине Бабушкин.
– Үҙең йыу! – тимәһенме шул саҡ Батыр, уйламайыраҡ әйткәненә үкенеп тә ҡуйҙы. Әммә, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, сыҡты-китте...
– Нимә-ә-ә?.. – ишетмәгән кешеләй ҡабатлап һораны асыуынан йөҙө ҡыҙара-бүрткән сержант, ҡулын ҡолаҡ тапҡырына ҡуйып, – Ишетәһегеҙме, «старик» иптәштәр, – быларҙы тамаша ҡылып карауаттарында ултырған һалдаттарға өндәште. – Был инде «сверхнаглость» тип атала. Гражданканан ҡалған «еҫ»еңде бөтөрөп, бер аҙ «ҡаҡҡылап» алырға тура килер. Киттек, салага!
Әзмәүерҙәй сержант йәш һалдатты гимнастеркаһының яғаһынан һыңар ҡуллап ҡына тотоп алды ла, еңел генә елтерәтеп йыуыныу бүлмәһенә алып инеп китте. Физик яҡтан ифрат ныҡ үҫешкән был дәү сержанттың ҡулындағы һалдат, ситтән ҡарағанда, буш гимнастерка һымаҡ ҡына күренде... Әллә тамаша итеү уйы менән, әллә атҡарыласаҡ «тәрбиәүи эш»тә ҡатнашыу ниәтендә, улар артынан бер нисә «ҡарт» һалдат эйәрҙе. Йыуыныу бүлмәһенә ингән ыңғайы, ҡыҙған сержант бар көсө менән «тыңлауһыҙ»ҙы елтерәтеп этеп ебәрҙе. Батыр бүлмәнең бер ситендә итек таҙартыу өсөн ҡулайлаштырып бетондан ҡойған ҡаты тәпәш һикәлтәнең ҡырыйына арҡаһы менән барып бәрелде һәм шунда уҡ аңын юғалтты. Әлбиттә, артабан уның менән ни эшләгәндәрен бөтөнләйгә белмәй...
Дүрт сәғәт дауамында ҡатмарлы операция яһалғандан һуң, тәүлек самаһы үткәс кенә госпиталдең реанимация бүлегендә аңына килде. Уның янында зәңгәр костюмлы шәфҡәт туташтары йүгергеләй... «Леонид Юрьевич, боец аңына килә башланы, буғай...» – тине, ахырҙа, кемеһелер. Һөйләшкән тауыштар бик алыҫта һымаҡ ишетелә. Ныҡ итеп башы шаулай, күңеле болғана... Уң ҡулына «система» ҡуйғандар... Биле түҙҙермәй ауырта... Батыр ҡулдары менән хәрәкәттәр яһап ҡараны. Ҡулдар йөрөй... Ә бына аяҡтары... Аяҡтары уны бер ҙә тыңламаған һымаҡ... Ул ғына ла түгел, улар бөтөнләйгә хәрәкәтһеҙ! Егет ҡысҡырырға итте. Әммә уның кипкән тамағынан ҡысҡырыу урынына хәлһеҙ генә ыңғырашыу сыҡты.
– Света, промедол яһа, – тине ниндәйҙер ир кеше тауышы.
– Хәҙер, – тине Света.
Күпмелер ваҡыттан Батыр йоҡоға талды... Унан тағы уянды. Тағы ауыртыуҙар, һаташыуҙар...
Бер нисә көндән, аңына бөтөнләйгә килеп, үҙ хәлен аңларлыҡ була башланы. Үҙ аллы ашай алырлыҡ хәлгә килгәс, реанимациянан дөйөм палатаға күсерҙеләр. Бер аҙ күңелгә яҡшыраҡ һымаҡ булды. Тик бына ата-әсәһе килгәс, тағы ла әллә нисегерәк... Айырыуса уны рәнйеткән сержант хаҡында атаһы ҡысҡырынып инәнән-тыума һүгенергә тотонғас, хәле тағы ла насарайғандай тойолдо...
Хирургия бүлеге начальнигы, невролог менән берлектә, һалдаттың ата-әсәһе менән тағы бер тапҡыр һөйләште. Был юлы Феликс Ишбулдович уларға екеренмәне. Улының бәхетһеҙлеккә осрауында докторҙарҙың бер ғәйебе лә булмағанлығы, ахырҙа, уның аңына барып еткәндер. Госпиталдә Батырҙың тағы ла кәмендә бер ай самаһы ятасағын әйттеләр. Округҡа заказ ителгән инвалид коляскаһының да шул ваҡыттан иртәрәк кәрәк булмаясағын белде ата-әсә. Феликс Ишбулдович, ғәйепле кешеләргә яза биреүҙәрен үтенеп, хәрби прокуратураға ғариза яҙып бирҙе. Хәйер, прокурор унһыҙ ҙа был ЧП буйынса енәйәт эше асҡайны инде... Хәрби трибунал судының бер ай-ай ярымдан һуң ғына буласағын хәбәр иттеләр. Сөнки прокуратура һәм тәфтишселәр өсөн тағы ла ниндәйҙер өҫтәмә тикшереү эштәренә күпмелер ваҡыт талап ителә ине.
Улына барып ҡайтҡас та, бер-ике көндән, Гөлниса сиргә һабышты. Ошоғаса бер ҡасан да тынысһыҙламаған нервы системаһы шул арала байтаҡ ҡына ҡаҡшаны. Төндәрен йоҡлай алмай аҙапланды. Аяҡтары хәрәкәтһеҙләнгән улы һәр саҡ төшөндә күренде. Ә бына Феликс Ишбулдович, элеккесә, «тимер» көйө ҡалды. Бар асуын эсендә йәшереп тотмайынса, гел генә тышҡа сығарып, «бушанып» торғанғалыр, бәлки... Тағы ла бер ай ярым тирәһенән судҡа саҡырыу килгәс, хатта, ниндәйҙер яҡшы хәбәр алғандай, устарын ыуғылап ҡуйҙы.
– Үәт, хәҙер инде мин уларға...
– Ҡуйсы, атаһы, шул ғәҙәтеңде, – тине бер ваҡытта ла иренә ҡаршы әйтеп ғәҙәтләнмәгән Гөлниса. – Башҡалар менән үсләшеп тә ҡәнәғәтлек кисерә икән кеше, эй, Хоҙайым... – тағы дарыуын эсеп алды ла, карауатына барып ятты.
Хәләл ефетенең ауырыуын иҫәпкә алыпмы, Феликс был юлы уға бер ни ҙә өндәшмәне. Иртәгә сығасаҡ оҙон юлға әҙерләнә башланы. Табиптар ҡуйған «вегето-сосудистая дистония» тигән диагноз менән «больничный»ҙан башы сыҡмаған Гөлнисаға, әлбиттә, юлда еңел булмаясаҡ. Өҫтәүенә, суд процесын ҡарап ултырырға ла тейеш бит әле улар. Тәүҙәрәк әсә кеше судҡа барыуҙан ҡырҡа баш тартырға уйлап та ҡуйғайны. Шулай ҙа, нисек кенә үҙенә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, юлға йыйына башланы...
***
– Һөйөклө улың ниндәйҙер эш боҙған, Наташ, – тип, майор Бабушкин Виктор Петрович өйгә инер-инмәҫтән ҡатынына «һөйөнсөләне».
– Альберт?.. – тине Наталья Николаевна, ҡото осорҙай булып.
– Эйе, эйе, тап шул Альберт улың, – тине Виктор Петрович хәләл ефетен әләкләгәндәй, өҫтөндәге хәрби формаһын сисеп, ишек төбөндәге ырғаҡҡа элә-элә. – Әйтерһең, һинең башҡа тағы берәй улың бар... Әле ул хеҙмәт иткән частан миңә эшкә шылтыраттылар.
– Әйтә һал, зинһар, ни боҙған ул тағы?.. – Наталья бешеренеп йөрөгән еренән ҡулына таба тотҡан килеш кухнянан килеп сыҡты, ире янына, ишек төбөнә үк килде.
– Бер йәш һалдатты туҡмаған, – тине Виктор Петрович йыуыныу бүлмәһенә инеп барышлай. – Ул ғына ла түгел, бик етди йәрәхәтләгән, ахырҙа...
Наталья, иренең артынан ҡалмай, ваннаға эйәреп инде.
– Уф, Хоҙайым, нишләткән икән?..
– Арҡа мейеһенә зарар булған, тинеләр. Аяҡтары йөрөүҙән туҡтаған...
– Йә, Аллам!.. – Ҡатын залдағы карауатҡа йөҙтүбән йығылды...
Демобилизацияланып ҡайтырға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалған улының бындай бәлә-ҡазаға осрарын, әлбиттә, көтмәгәйне. Их, Альберт, Альберт, нимә кәрәк булды икән һиңә тағы?.. Әҙәм балаһына һуҡҡан саҡта ни ерең менән уйланың икән һин?.. Әсә кеше ҡайғыһынан оҙаҡ ҡына һыҡтаны.
– Нимә эшләргә, Витя, кәңәш ит, зинһар... – Наташа күҙ йәштәре аша хәләл ефетенә ҡараны. – Һин бит хәрби кеше, әйт берәй нәмәһен!..
Тегеһенең йөҙөндә әллә ни үҙгәреш һиҙелмәне. Тултырылған тауыҡты хәтерләткән, мискәләй ҡорһаҡлы ире аш бүлмәһендә тыныс ҡына киске ашты йыпыра ине.
– Әллә инде, белмәйем ни әйтергә лә... Барып кил, булмаһа... Теге туҡмалған һалдаттың ата-әсәһе менән һөйләшеп ҡара...
Их, әйтеүе генә анһат... Викторҙың үҙ улы булһа, йүгереп-йүгереп китер ине, моғайын. Кеше балаһының яҙмышы уны әллә ни генә лә түгел, дөрөҫөрәге, һис тә борсомай...
... «Ҡыҙ булһа ла, малай булһа ла, үҙ балам кеүек итеп ҡараясаҡмын, Наташа, ҡәҙерлем. Мин һине яратам!» – тип өс айлыҡ ауыры булған йәш ҡатын алдында теҙләнгәйне лейтенант Виктор Бабушкин. Ни өсөн уны, ауырлы ҡатынды, лейтенант «өҙөлөп яратҡанын» Наташа һуңынаныраҡ ҡына аңланы: полковник ҡыҙы ине ул. Атаһы Николай Васильевич абруйлы кеше, дивизия штабы начальнигы ине. Тәпәшерәк буйлы йыуантыҡ йәш лейтенант Витя оҙаҡламай Наташаның ире булып китте. Уларға, әлбиттә, шундуҡ ике бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Ҡара сәсле малай тыуғас, уға Викторҙың фамилияһын да яҙҙырып, Альберт тип исем бирҙеләр. Баланы яратып етмәгәнен ҡатынына белдермәҫкә тырышты Виктор. Ғөмүмән, Наташаның атаһы иҫән саҡта уларҙың тормоштары ал да гөл тиерлек ине. Хәрби «баҫҡыс» буйынса ла интендант хеҙмәте офицеры Виктор ваҡытында үҫә барҙы. Әммә уның менән Наташаның уртаҡ балалары булманы. Табиптарға барып тикшерелгәс, ирҙең хөнәсә икәне асыҡланды. Альбертҡа ун йәш тигәндә Наташаның атаһы Николай Васильевич аңғармаҫтан ғына инфарктан үлеп китте. Бына ошо көндән алып инде майор дәрәжәһенә барып еткән Викторҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни... Ҡатынына ла, Альбертҡа ла ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Наташаға улы хаҡында берәй нәмә әйтергә кәрәк булғанда хатта «Альберт» тип тә түгел, ә һәр ваҡыт, һинең улың, тип кенә өндәшә. Ошо көнгә саҡлы. Үгәй ата менән Альберттың да борсағы бешмәне. «Атаһы» тип Виктор тик документта ғына күрһәтелгәнлеген Альберт әллә ҡасандан белә. Хатта мәктәптә беренсе синыфта уҡығанда уҡ урамда бергә уйнаған малайҙарҙың ҡайһыһылыр үҙенең ата-әсәһенән ишеткән шул хәбәрҙе Альбертҡа еткергән, һәм малай: «Виктор минең атайым түгел!» – тип өйгә илап ҡайтҡайны. Ә ҡайһы берҙә урамда уны «һалдат балаһы» тип үртәп илатып та ҡайтарғыланылар... Әлбиттә, кескәй генә хәрби ҡаласыҡта ни генә булһа ла, барыһына ла мәғлүм. Шул ваҡыттан алып, ысынлап та, Альбертҡа урам үҙенең йоғонтоһон тейҙермәй ҡалманы. Атай тәрбиәһен тоймаған малай әсәһенең һүҙҙәрен дә ҡайһы саҡ әллә ни ҡолағына элмәй башланы. Исмаһам, олатаһы иҫән булһа, бәлки, икенсерәк тә булыр ине Альберт. Ун дүрт-ун биш йәштәрҙә, ҡолғалай булып буйға етеп, беләгенә көс йыя башлаған үҫмер урамдан һуғышып та ҡайтҡыланы. Хатта бер мәл уны милицияның үҫмерҙәр кабинетына иҫәпкә лә ҡуйғайнылар. Мәктәптә һәр саҡ спорт алдынғыһы булғанғамы, оҙаҡламай яңынан төшөрҙөләр. Тик, үкенескә күрә, ҡайһы саҡ физик көс ҡулланырға яратҡан малайҙың шул алама ғәҙәте әрмелә лә уның файҙаһына булмаған икән шул... Күпме киҫәтте инде әсәһе уны ошо хаҡта. Юҡ, булмағас-булмай икән ул... Их, Альберт, Альберт...
Улы хеҙмәт иткән часҡа китеп барышлай, Наталья Николаевна, бер яҡтан, Альберты өсөн ҡайғырһа, икенсенән, ғәрипләнгән йәш һалдаттың ата-әсәһенә ни күҙҙәрем менән күренермен, тип уйланды. Хатта магазиндан үтә күрһәтмәй торған ҡара күҙлек тә алып кейҙе. Их, донъя ҡайғы-хәсрәттәренән ҡара күҙлек кейеп кенә ҡотолоп булһа икән дә бит!.. Ғәзиз улын төрмәнән ҡурсалап алып ҡала алмаясағына шиге юҡ ине...
***
Улының хеҙмәт иткән еренә Наталья Николаевна тәғәйенләнгән ваҡыттан ике көнгә элегерәк килде. Суд башланмаҫ борон, Альберттың адвокаты аша, туҡмалған һалдаттың ата-әсәһен күреп һөйләшмәксе булғайны.
... – Һеҙҙең менән һөйләшергә уның атаһы ҡырҡа баш тартты, – тине адвокат Семкин. – Ә әсәһе бер ни ҙә өндәшмәне.
– Ярай инде, – тип уфтанды Наталья Николаевна. – Ни хәл итәһең?.. Ә ҡайһы яҡ кешеләре улар? Фамилиялары нисек?
Семкин уға хәрби прокурор ҡултамғаһы ҡуйылған ниндәйҙер документтың копияһын тотторҙо.
– Хисбуллин Батыр Феликсович?.. – Наталья Николаевнаның йөҙөндә ғәжәпләнеү билдәһе сыҡты.
– Эйе, Хисбуллин Батыр, – тине Адвокат. – Нигә шул тиклем аптырайһығыҙ? Бындай исем-фамилияларҙы әллә үҙ ғүмерегеҙҙә бер ҡасан да ишеткәнегеҙ юҡмы? Башҡортостан кешеләре...
– Ә?.. Юҡ... Былай ғына... Киреһенсә, таныш исем һымағыраҡ тойолдо...
Ҡатындың ныҡ ҡына ҡаушай төшкәне тәжрибәле адвокаттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
– Ярай, Наталья Николаевна, әле улығыҙҙың мәсьәләһе буйынса хәл итәһе эштәрем байтаҡ ҡына. Мин китәйем...
– Зинһар өсөн, улымды ҡотҡарып алып ҡалырға тырышығыҙ инде. Яңғыҙ ғына балам...
– Бөтөнләйгә үк хөкөмдән ҡотолдороп булмаҫ, әммә, хәлде еңеләйтеү өсөн бар көсөмдө һалырға тырышырмын, – тине адвокат Семкин. – Ғәфү итегеҙ, миңә китергә ваҡыт... Һау булығыҙ.
Суд башланмаҫтан алда Наталья Николаевнаға улын күрһәтмәнеләр. Частарҙа суд өсөн махсус йорт штатта ҡаралмағанлыҡтан, хәрби трибунал судын һалдат клубында ойоштора торған ғөрөф-ғәҙәт бар икәнлеге Наталья Николаевнаға электән мәғлүм. Ошо хәрби частың вәкиле йәш лейтенант оҙатыуында ауыл клубын бер аҙ хәтерләткән залға ингәндә, килергә тейешле кешеләр барыһы ла тиерлек йыйылышып бөткәйне. Сәхнәлә судья һәм суд ағзалары өсөн оҙон өҫтәл һәм ултырғыстар тора. Залдағы алғы ике рәтте офицерҙар биләгән. Ҡалған урындар һалдаттар менән тулы. «Показательный суд», тип аңланы Наталья Николаевна һалдаттарҙы күргәс. Иң алғы рәттәге офицерҙарҙан бер аҙ ситтәрәк торған ултырғыстарҙа ҡара сәсле һылыу йөҙлө ҡатын менән йәнәш ултырған күрмәлекле, ҙур кәүҙәле иргә иғтибар итте. Феликс!?.. Ҡара күҙлек кейгән Наталья торған урынында бер аҙ сайҡала биреп ҡуйғандай булды. Быны күрә һалып, ситтә ултырған бер капитан урынынан тороп, йәһәт кенә уға ултырғыс тәҡдим итте. Бәхеткә күрә, Феликс байтаҡ алыҫыраҡ. Натальяның яғына башын аҙ ғына бора биреп ҡараны, әммә уның ҡымтылған иренле, һәр саҡ асыулы һымаҡ булған йөҙөндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәне. Бәлки суд тамамланғансы ла Наташаны танымаҫ... Шулай булыуы хәйерлерәк тә булыр... Әле суд залына уның Альбертын да алып килмәгәндәр. Тиҙҙән Феликстың улын инвалид коляскаһында этеп индерерҙәр. Эйе, Феликстың улы – Батырҙы... Ә Альберт?.. Феликстың «йәшлек хатаһы»мы? Натальяның башында уйҙар буталды...
...– Разрешите, – тине тулыраҡ кәүҙәле Наташа иңдәрендә өлкән сержант таҫмалары тағылған оҙон буйлы ҡара ҡашлы егеткә мәғәнәле йылмайып, уны тансыға алып төштө. Унынсы синыфта ғына уҡып йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, физик үҫеше буйынса ун туғыҙ-егерме йәштәгеләй күренгән ҡыҙҙар әле йүнләп мыйыҡ та шытып сыҡмаған үҙҙәренең класташтарын малай-шалайға һанай шул. Шуның өсөн дә, гарнизонда һалдаттар өсөн ойошторолған бөгөнгө һымаҡ дискотекаларға йөрөүҙе хуп күрәләр. Әле ошо сираттағы кисәлә һалдаттар араһынан «иң күрмәлекле, ысын егет», тип буйы-һыны менән үҙенең уйындағы «стандарт»ҡа тап килгән ошо егетте һайланы.
– Һеҙҙең исемегеҙ нисек? – тип һораны Наташа, егеткә үрелеп ҡараны.
– Феликс, – тине егет ҡыҙҙы үҙе менән таныштырып. – Тик мин парлашып бер ҡасан да бейегәнем юҡ...
– Мин – Наташа. Был бейеүҙе белеү ҙә кәрәкмәй. Миңә эйәреп йөрөһәгеҙ – ана шул еткән, – тип көлдө ҡыҙ. – Ә һеҙ ҡайһы яҡ кешеһе? Кафказдыр, моғайын?..
– Урал, – тине Феликс, – Башҡортостан.
– Ә теге тарих дәресендә үткән «тимер Феликс» та башҡорт булғанмы әллә?.. – тип көлдө Наташа.
– Поляк булған, ахырыһы, – тип ҡуйҙы егет етди генә итеп. – Ни өсөндөр мине барыһы ла шулай тип атайҙарсы...
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, мөхәббәт өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән Наташа егеттең иң «сибек» ерҙәренә үҙенең дәрте ташып торған тәненең бәғзе өлөштәре менән «яңылыш ҡына» тейгеләп, ирекһеҙ һалдатты үртәүҙе әллә ни күрҙе. Йәш, һау-сәләмәт егетте еңеп алыу Наташа өсөн бер ҙә ауыр булманы. Атаһы менән әсәһе ике көнгә башҡа ҡалаға ҡунаҡҡа киткәйне. Дискотека тамамланыуын да көтөп тормаҫтан, Феликс менән Наташа башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡыҙҙың өйөнә ҡарай шылды»...
Саманан тыш аҙ һүҙле егет өсөн әллә ни өҙөлмәне лә Наташа. Феликстың да уға ҡарата хистәре артыҡ ташып бармауына ҡарамаҫтан, уңайы тура килгән һайын осраша торҙолар. Улар араһындағы мөнәсәбәтте Наташаның ата-әсәһе лә һиҙмәй ҡалманы. Әсәһе был хаҡта ҡыҙына бер ни тип тә өндәшмәне, әммә һәр кемгә юғарынан ҡарап өйрәнгәнгәме, полковник хәтле полковник үҙенең ҡыҙының һалдат менән сыуалыуын бер ҙә теләмәй ине. Был хаҡта Наташаға ла әйткеләне. Әммә атаһының иркә ҡыҙы уның һүҙҙәрен уйынға ғына һананы. Шулай күпме барыр һәм эштәр ни менән тамамланыр ине, әгәр Феликс менән бер күңелһеҙ хәл килеп сыҡмаһа...
Йәш һалдаттың яңағын һындыра һуҡты «тимер Феликс». Һындырырға ла теләмәгәйне... Яңылыш ҡына килеп сыҡты. Киске казармала, сираттағы «политик-тәрбиәүи эш» барышында. Йәш һалдатты имгәткән өсөн өлкән сержант Хисбуллин Феликсҡа хатта дисбатҡа барып эләгеү ҡурҡынысы янай ине. Был хаҡта хәбәрҙар булған Наташа Николай Васильевичҡа ялынып-ялбарҙы. «Атай, ҡәҙерлем, зинһар өсөн ярҙам ит инде әҙәм балаһына! Насар кеше түгел ул, әммә уның киләсәге ҡыл өҫтөндә!»..
Мәктәпте тамамлау алдында торған яратҡан ҡыҙың өсөн нимә генә эшләмәҫһең?.. Тейешле органдар менән һөйләшеп, дембелгә ҡайтырға бер ай ҡалған Феликс Хисбуллинды хәрби трибунал судынан ҡурсалап алып ҡалды Николай Васильевич. Әммә, егеткә бер ҡәтғи талап та ҡуйҙы.
– Башҡаса Наташа янына яҡынлайһы булма! Юғиһә, «дело»ны ҡабаттан ҡуҙғатыуы минең өсөн бер ни ҙә тормаясаҡ... Аңлашылдымы? – тине полковник уға икәүҙән-икәү генә һөйләшкәндә.
– Так точно, товарищ полковник! Һеҙгә ҙур рәхмәт!..
Башҡаса улар күрешмәне. Егетте «ашығыс командировка»ға тип башҡа гарнизонға ебәрҙеләр. Инде погондарына старшина таҫмаһы тағып алған Феликс дембелгә лә шунан тура ҡайтып китте.
Николай Васильевич та, Феликс та шул саҡта Наташаның ике айлыҡ ауыры бар икәнен белмәне... Ҡыштан алып Наташаға күҙ атып, бәйләнеп йөрөгән лейтенант Виктор Бабушкинға Наташа ахырҙа ризалығын бирҙе.
... – Тик, беренсенән, сығарылыш имтихандарын биреп бөтөргә мөмкинлек бир. Икенсенән, ауырым һинән түгел икәнен атайым белергә тейеш түгел...
– Хәрби серҙе һаҡлай беләм, – тип шаяртты Витя.
Сер, әлбиттә, Витянан сыҡманы. Беҙ ҡапсыҡта ятмағандай, Наташаның «ҡара башлы» улы һалдат Феликстыҡы икәнлеген бөтә ҡаласыҡ белә ине шул...
Әйтерһең, Натальяның уйҙарының ошо урынына еткәнен көтөп кенә торғандар: тәүҙә зал сәхнәһенең һул яғынан коляскала ултырған һалдатты – Феликстың улын, ә уңдан – бер ҡулы конвоир һалдаттың ҡулына ҡуша бығауланған Альбертты алып сыҡтылар... «Феликс, быныһы ла һинең улың! Ҡара, үҙеңдең күсермәң бит!» – тип ҡысҡырғыһы килде Наталья Николаевнаның. Әмм, ниндәйҙер эске тауыш уны тыйғандай булды. Феликстың йөҙөнә иғтибар итте. Ул һаман да «тимер» көйө ине...
...Шаһиттарға, Альбертҡа, Батырға кәрәкле һорауҙарын бирә-бирә енәйәткә килтергән хәлде асыҡлап бөткәс, прокурор суд-медицина экспертизаһының күрһәтмәһен уҡып ишеттерҙе. Шунан һуң ул «...кире ҡайтарып булмаҫлыҡ һөҙөмтәләргә килтергән ауыр тән йәрәхәте яһаған өсөн...» хәрби трибунал судынан сержант Бабушкин Альберт Виктор улына максималь срок биреүҙәрен һораны. Башҡаларҙың һөйләшеүҙәренән тынып ҡалған залда тик Наталья Николаевнаның тыйыла алмай, һыңҡый-һыңҡый илауы ғына ишетелде. Гөлнисаның да күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш ҡойолдо. Тик Феликс һаман шулай «тимер» көйө ҡала бирҙе. Уның йөҙөндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙелмәне.
Ахырҙа Альберттың адвокаты Семкинға һүҙ бирелде.
– Хөрмәтле судья... – тип судтағы ғөрөф-ғәҙәт буйына башлап теҙеп алып китте ул үҙенең телмәрен. Берсә Альберт менән Батыр яғына, берсә Феликс менән Гөлнисаға, унан – Наталья Николаевнаға алмаш-тилмәш ҡарап алды ла, артабан һүҙен дауам итте.
– Был суд ғәҙәти булмаҫҡа оҡшай. Шуның өсөн дә, ифрат та иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым, – адвокат тамағын ҡырҙы. Әллә ни йәш булмауына ҡарамаҫтан, хатта ул да бер аҙ тулҡынланған һымаҡ ине. - Хөрмәтле иптәштәр, иң беренсе нәүбәттә Хисбуллин Батырҙың атаһы Феликс Ишбулдович менән ғәйепләнеүсе Бабушкин Альберттың йөҙҙәренә, буй-һындарына иғтибар итеүегеҙҙе һорайым...
Залда алдараҡ ултырғандар, суд һәм прокуратура эшсәндәре исемдәре сыҡҡан шул икәүгә боролдо һәм үҙ-ара ниҙер шыбырлашып алды. Әлегә бер ни һиҙмәгәндәй, Феликс Ишбулдович та йөҙөнә бер аҙ ғәжәпләнеү билдәһе сығарып, ян-яғына ҡаранып алды. Ә адвокат артабан һөйләне.
– Кисә телефон аша Альберттың атаһы булып документта һаналған майор Бабушкин Виктор менән һөйләштем, – Семкин тағы бер аҙ пауза яһап алды. – Ул үҙенең атай кеше түгеллеген таныны. Ғәзиз улын ғәрипләгән өсөн Альбертҡа ҡаты яза биреүҙәрен үтенеп прокуратураға ғариза яҙған Феликс Ишбулдович – шул уҡ Альберттың да атаһы икәнлеген асыҡланым...
Бөтә зал бал ҡорто умартаһындай геүләй башланы. Өҫтәл артында ултырған судья ҡыңғырауын шылтыратып, залды тынысланырға саҡырҙы. Кешеләр геүләүҙән туҡтағас, Семкин үҙенең телмәрен дауам итте.
– Бәлки кешеләрҙең атайлығы хаҡында тикшеренеү мораль яҡтан бигүк килешмәгән дә эштер. Әммә, минең шундай юлды һайлауыма әле генә тормошҡа баҫырға йыйынған йәш кешенең киләсәге, артабанғы тормошо хаҡындағы уйҙарым, ябайыраҡ итеп әйткәндә, намыҫым этәрҙе. Кеше яҙмышын хәл иткән мәлдә, йәғни, Альбертҡа ниндәй яза биреү күҙ уңында торғанда, минеңсә, бындай дөрөҫлөктөң бер ҙә насар яғы юҡ...
Бығаса нәҡ тимер һын һымаҡ йөҙөндә бер ни беленмәй ултырған Феликс кинәт тертләп киткәндәй булды. Йөҙө ағарынып, берсә Альбертҡа, берсә Натальяға ҡаранды. Наталья, ахырҙа ҡара күҙлеген һалып, уға йөҙөн күрһәтте.
... – Ғәйепләнеүсенең ысын күңелдән үкенеүен, был ҡаза уның тарафынан аңһыҙ рәүештә килеп сығыуын күҙ уңында тотоп, Батыр менән Альберттың бер туған ағай-ҡустылар булыуын йомшартыусы дәлил итеп иҫәпләп, ғәйепләнеүсегә ҡарата прокурор тәҡдим иткән язаны мөмкин тиклем еңеләйтеүҙе һорайым. Икенсенән, – адвокат Феликс Ишбулдовичҡа мөрәжәғәт итте, – ғәйепләнеүсенең үҙ атаһы булараҡ, бәлки, ғаризағыҙҙы үҙгәртеп күсереп яҙырһығыҙ?..
Тик аҫҡа эйелгән башын ике ҡуллап тотоп, иңбаштарын һелкетә-һелкетә һыңҡып илап ултырған ир артабан бер нәмә лә ишетмәне. Судья Альбертҡа максималь түгел, ә шартлы рәүештәге яза биргән ҡарарын уҡыған саҡта ла «тимер Феликс» һаман илай ине. Наташаның, Альберттың бәхетле йылмайған йөҙҙәрен дә күрмәй, иланы ла иланы, әйтерһең, ул ғүмере буйы сығармаған күҙ йәштәрен бөгөнгө көнгәсә йыйып, әле генә, бер юлы түгергә булған... Уның ҡасандыр ҡаҡшамаҫ булып күренгән олпат һыны күпкә кесерәйеп ҡалғандай тойолдо...
***
Танышымдың хикәйәтен тыңлап бөткәс, бер талай уйҙарыма баш була алмай, иҫәңгерәп ултырҙым. Күңелдә ниндәйҙер ауыр тәьҫир ҡалдырған был хикәйәтте тыңламауым да хәйерлерәк булыр ине, тигән юҫыҡтараҡ уйландым.
– Нисек? – тине танышым миңә хәйләле йылмайғандай булды.
– Отвратительно, – тинем ни өсөндөр ундай башҡортса һүҙ таба алмағандай.
– Шулай шул, – тине танышым минең менән ризалашып. – Әммә, ошо кешеләрҙең артабанғы яҙмышын да белгең киләлер, моғайын?
– Әлбиттә, – тинем йәнләнеп, ниндәйҙер бер яҡшы хәбәргә өмөт иткәндәй.
– Хирургтар үҙҙәре ҡатмарлы операция яһап йүнәлткән пациенттарының артабанғы тормошон күҙәтеүсән була. Ундай ғөрөф-ғәҙәт ҡайһы бер адвокаттарға ла хас. Ошо ваҡиғаның геройҙары менән әле булһа ла элемтәне юғалтмайым. Иң беренсе нәүбәттә Батырҙың яҙмышы һине борсой, моғайын, – тине ул минең уйымды белгәндәй.
– Әлбиттә! – тинем мин тағы түҙемһеҙләнеп.
– Батырҙы дүрт йылдан ашыу һәр төрлө урындарҙа дауаланылар. Хәҙерге ваҡытта ул Медицина университетының өсөнсө курс студенты, –тине танышым. Бер аҙ аҡһаңҡырай, әммә үҙ аяҡтары менән йөрөй. Көслө ихтыярлы егет булып сыҡты ул, шунда ла. Аяҡҡа баҫып китеүенә бер ҡасан да өмөтөн өҙмәне.
– Ә табиптар уны ғүмерлеккә ғәрип тип әйткәйне бит...
- Табип - Алла түгел бит. Уларҙың фаразлауҙары һәр саҡ дөрөҫкә сыҡмауы ла мөмкин. Хәҙер киреһенсә, тағы ла бер-ике йылдан тәненең аҫҡы өлөшөнөң функциялары бөтөнләйгә теүәлләнәсәк, тип ышаналар.
Батыр өсөн ифрат ныҡ һөйөндөм. Альберттың тормошо ла, әлбиттә, мине ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ә Альберт ике йыл элек үҙе йәшәгән өлкә үҙәгендә физкультура институтын тамамлап, хәҙерге ваҡытта мәктәптә балалар уҡыта. Әйтергә кәрәк, йәш булыуына ҡарамаҫтан, былтыр ҡала күләмендә үткәрелгән бәйгелә «Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Уның хаҡында тағы бер мәғлүмәт, әйтһәң – әҙәм ышанмаҫ. Әммә – ысынбарлыҡ. Әрменән ҡайтҡас, ҡайҙандыр уҡып: «...үҙ атаң бар икәнен белеп тә, башҡа кешене атай тип һанау – оло гонаһ», икәнен белгән һәм үҙенең атаһының исемен һәм фамилияһын яҙҙырып яңынан паспорт алған. Хәҙер ул – Хисбуллин Альберт Феликс улы. Ул ғына ла түгел, үҙе йәшәгән хәрби ҡаласыҡтағы барыһын да аптыратып, егетебеҙ ислам динен ҡабул иткән! Әллә шуға, әллә үҙен ниндәйҙер фильмдың персонажына оҡшатып, иптәштәре, коллегалары уны хатта «Абдулла» тип тә йөрөтә... «Суд алдынан, үҙем имгәткән һалдаттың мосолман затынан булыуын уйлап, уның илаһына – Алланың фәҡәт үҙенә ярҙам һорап ялбарҙым. Һәм үҙемә янаған оло бәләнән мине Хоҙай ҡотҡарып алып ҡалыуына шигем юҡ. Ислам динен ҡабул итергә Аллаһ миңә үҙе ҡушҡан», – тип яуап бирә ул был хаҡта һорашҡандарға.
Танышымдың хикәйәтендәге бер-бер артлы булған, береһенән береһе ҡатмарлыраҡ ваҡиғаларҙы кинофильмдағы һымаҡ күҙ алдына килтереп, «ҡарап» барҙым. Уның һөйләгәндәрен ҡай саҡ тын алышымды туҡтатып тиерлек, үҙемдең йөрәк тибешемде ишетерҙәй булып, тулҡынлана-тулҡынлана тыңланым. «Әгәр Альбертты төрмәгә япҡан булһалар, һөҙөмтәлә унан ниндәй кеше сығыр ине?..» –тигән һорау башыма килгәс тә тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– «Тимер Феликс» эштә һаман да шул «тимер» көйө, хәҙерге ваҡытта һыра заводының директоры вазифаһын башҡара, – тип дауам итте танышым. – Ҡатыны Гөлнисаға ҡарашы ҡырҡа үҙгәргән, бәхеткә күрә, яҡшы яҡҡа. Таныштары һөйләүе буйынса, ул хәҙер үҙенең хәләл ефетен ергә лә төшөрмәй, күтәреп кенә алып йөрөй икән.
Наталья Николаевна әлеге Викторы менән элеккесә йәшәп ята. Уны һаман да шул майор дәрәжәһендә.
Хәбәремдең иң ҡыуаныслыһы – Альберт менән Батыр бер туған ағай-эне булараҡ, үҙ-ара ҡатнашып йәшәй. Күптән түгел, Батыр Ставрополгә ағаһының никах туйына ла барып ҡайтты...
– Ваҡиғаларҙың яҡшы тамамланырын нишләп баштан уҡ әйтмәнең, –- тинем мин танышыма хатта еңелсә үпкәләгәндәй, – оло кешене тулҡынландырып...
– Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, – тине танышым серле генә...