Кисәлә Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев, Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Ш.Бабич исемендәге әҙәби премия лауреаты Тамара Юлдашева, ике тапҡыр “Илһам шишмәләре” шиғри фестивале лауреаты, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, шағирә Рәзилә Ырыҫҡужина, “Йәшлек” гәзите һәм “Шоңҡар” журналы журналисы, шағирә Гөлнур Ҡыуатова, юбилярҙың туғандары, коллегалары, уҡыусылары һәм шағирәнең ижадын һөйөүсе ауылдаштары килде.
Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһының бер мөйөшө ғаилә музейын хәтерләтә ине. Сарала ҡатнашыусылар юбилярҙың ҡәҙерләп һаҡлаған хеҙмәт һәм тормош юлын сағылдырған фотоһүрәттәре, уның шиғырҙары донъя күргән гәзит-журналдарҙан торған күргәҙмә менән танышты. Шиғри күңелле Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы ҡул эштәренә лә маһир икән. Матур, сағыу, ҙур һөйөү менән эшләнгән ҡул эштәрен - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәлгән баш кейеме, ҡашмауҙар, түшелдерек, сағыу төҫтәге бал итәкле күлдәктәрҙе ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡараны байрамға килеүселәр.
Был көндө ҡунаҡтарҙың шағирәгә әйтер һүҙе бихисап ине. Сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының ихлас ижадсы, һоҡланғыс гүзәл зат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уға бағышлап шиғырҙар уҡылды, йырҙар йырланды.
Алып барыусылар сараны асҡандан һуң мәртәбәле ҡунаҡтарҙың һәр береһенә һүҙ бирҙе.
- Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының шиғырҙарын уҡып, уларҙан ләззәт алмаған кеше һирәктер. Яҡташыбыҙҙың шиғриәте матурлыҡ, гүзәллек сығанағы булып тора, кешеләрҙе рухландыра, илһамландыра, - тине Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин. - Киләсәктә лә ижад шишмәләрегеҙҙең һайыҡмауын, ҡәләмегеҙҙең осло булыуын, шиғриәтегеҙҙең һәр саҡ халыҡсан булып ҡалыуын һәм матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйем.
“Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай мәктәп йылдары тураһындағы хәтирәләрен иҫкә төшөрөп үтте.
- 70-се йылдарҙың уртаһында Баймаҡ районының Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә бергә уҡыныҡ. Фирүзә мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡашы ине. Шул ваҡытта уҡ шиғырҙар яҙҙы, ижад емештәре район гәзитендә баҫыла торғайны. Мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәктә билдәле шағирә булырына беҙҙе ышандырып өлгөргән Фирүзәнең шулай оҙаҡ ваҡытҡа юғалып тороуының төрлө сәбәптәре лә булғандыр. Әммә уның менән бер үк йылғаларҙың һыуын эсеп, бер үк һауаларҙы һулаған, бер үк ҡоштарҙы тыңлаған кеше булараҡ, уның әҙәби яҙмышын “һуңлау” тип ҡабул итмәйем.
Беҙҙе ололар “үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип әйтеп тәрбиәләне. Күрәһең Фирүзәгә бындай тәрбиә күберәк һалынғандыр. Ул һаман да баҫалҡы, башҡа кеше хаҡына хәстәрҙе беренсе урынға ҡуйып йәшәй, - тине Әхмәр Ғүмәр улы.
Тыумышы менән Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан булған шағирә Гөлнур Ҡыуатова бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауылдарына эшкә килгән йәш уҡытыусылар – Фирүзә һәм Фидаил Абдуллиндарҙы тәү тапҡыр күреүе бөгөнгөләй күҙ алдында Гөлнурҙың. Алсаҡ, яҡты йөҙлө ғаилә хаҡында уның хәтер һандығында тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалған. “Абдуллиндарҙың ғаиләһе менән танышыуыма яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҙур ҡаланы яуларға тип килгән йәш ҡыҙҙы һәр яҡлап ҡурсалауҙары, кәңәштәре, ярҙамдары, ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙары өсөн хөрмәтем ҙур”,- ти Гөлнур Нурвил ҡыҙы.
Юбилярға бүләк тапшырыу - матур күренеш. Ейәнсура ерҙәре мамыҡ шәл менән дан тота, шуға күрә ул бүләккә ҡабарып торған мамыҡ шәл алып килгән.
Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә тигәндәй, сәхнә түренә сығып юбилярҙы матур байрамы менән ҡотларға, изге теләктәрен еткерергә теләүселәр байтаҡ ине.
35 йыл – үҙе бер ғүмер. Тап ошондай бер ғүмерҙе Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Иҫке Бәпес ауылы мәктәбендә балалар уҡытыу-тәрбиәләүгә арнаған. Коллегалары һәм уҡыусыларының ихтирамын яулаған ветеран-педагог бөгөн дә мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә. Улар ҙа, үҙ сиратында, сәхнә түренә сығып шағирә, ветеран уҡытыусыға хөрмәтен белдерҙе, уның тыуған еренә, тормошҡа бағышланған шиғырҙарын уҡыны.
- Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, изгелек, саф күңел. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ,- тип изге теләктәрен еткерҙе уҡыусылары, коллегалары һәм алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән яҡташтары, курсташтары.
Был көндө Фирүзә апайҙың иң яҡын кешеләре – туғандары, тормош иптәше, балалары ла күркәм юбилейы менән ҡотларға ашыҡты. Туған йәнле, ярҙамсыл, кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл, һин булғанға беҙ бәхетле, тип саф йөрәктән сыҡҡан изге теләктәрен еткерҙе улар.
Сара барышында Фирүзә Абдуллина әсәйҙәргә, туғандарына, тыуған яғына һөйөү хистәре менән һуғарылған, йөрәккә үтеп инерлек, күңел ҡылдарын сиртерлек шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, автор-башҡарыусы Айрат Хөснуллин, Раил Ғилманов һәм “Бөрлөгән” фольклор ансамбле сығыш яһап, байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Әйткәндәй, Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына Юлай Моратов, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Рәмил Туйсин, Йәғәфәр Нәҙершин, Дамир Солтанов, Иҙел Нурғәлин, Хәлил Биктимеров, Вилүр Мәүлетов һәм башҡа композиторҙар тарафынан 100-ләгән йыр ижад ителгән. “Фирүзә апайҙың шиғырҙарынан йыр ишетелә, уларҙы уҡый башлау менән күңелдә моң ярала, уның күп кенә шиғырҙарына йырҙарым шулай тыуҙы”,- ти Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов.
Фирүзә Абдуллина Баймаҡ ҡыҙы. Ошо райондың Шүлкә ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә. Мәктәп йылдарынан уҡ шиғыр яҙа башлай. Ижад емештәре республика балалар гәзит һәм журналдарында баҫылып сыға. Студент йылдарында “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнә. Шағирәнең “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!”, “Ихлас күңелдән!” исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. “Йәйғор сатыр” тип аталған шиғырҙар шәлкеме “Китап” нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән йыйынтыҡта баҫыла. Юбилейына ҡарата Сибай типографияһында “Бәхет бар ул!” тип аталған 5-се китабы донъя күрҙе. Китап уҡыусылар билдәле шағирәнең һәр әҫәрен көтөп ала. Бай, халыҡсан, һутлы тел шағирәнең әҫәрҙәрен уҡымлы итә. Бөгөн дә ижад ҡаҙанында ҡайнап йәшәй Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы, арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәт итә. Тимәк, шиғриәт һөйөүселәрҙе тағы ла йотлоғоп уҡырлыҡ әҫәрҙәр көтә. Шағирәнең шиғырҙары “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” республика баҫмаларында һәм “Даирә” район гәзитендә даими баҫылып тора. Уның менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе артабан да дауам итербеҙ тип ышанабыҙ.
Шағирә Интернет киңлектәрендә лә үҙ уҡыусыларын тапҡан. Бөгөнгө көндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә киң популярлыҡ яулаған “Ғәжәп донъя” тип аталған төркөмө бар. Бынан тыш, Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы райондың “Илһам” әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Әйткәндәй, быйыл ғинуар аҙағында Фирүзә Абдуллина ижады Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән “Юлдаш хит” концертында “Юлдаш” радиоһының оло баһа һына лайыҡ була – яҡташыбыҙ “Йыл шағиры” тип таныла.
Ҡатын-ҡыҙҙың тыуған ере икәү – береһе тыуған ер, икенсеһе килен булып төшкән ер. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Фидаил Фәрәхетдин улы менән матур тормош ҡороп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Аҡыллы, тәрбиәле, итәғәтле, тырыш балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, ҡурсаҡтай ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәй һәм олатай булып, уларҙы наҙлап, иркәләп-һөйөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәйҙәр.
Хөрмәтле Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы! Һеҙҙе “Даирә” гәзите исеменән күркәм юбилейығыҙ һәм етеп килгән 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ҡулығыҙҙан ҡәләм төшмәһен, шиғриәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырып торорһоғоҙ, тип ышанабыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.