Ул 1936 йылда бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған, һәр нимәнән яҙ һулышы килгән мәлдә, Ҡустығол ауылында, Мәүлиха һәм Заһиҙулла Рәхимовтар ғаиләһендә, икенсе бала булып донъяға килгән. Ғүмере гел шатлыҡ-ҡыуаныста, һаулыҡ-байлыҡта үтһен, донъяның бар ҡаршылыҡтарын еңеп, гел алға ғына атлаһын тип, яңы тыуған сабыйҙы, яратып, Мәүсилә тип атағандар.
Ҡыҙ тыуған ауылында 4 класты тамамлап, Һарт-Науруз ауылы мәктәбенә уҡырға бара. Унда 7-се класты уҡып бөткәндән һуң, Прибельский мәктәбендә 9-сы класты тамамлауы тураһында өлгөргәнлек аттестаты ала.
Артабан уҡырға теләге бик ҙур булһа ла, яҙмыш үҙенекен итә. 19 йәшендә генә үҙенең буласаҡ тормош иптәше Зәйелде осрата һәм уға кейәүгә сыға. Ҡарлыман һөт-консерва заводында эшләй башлай. Бер-бер артлы балалары тыуа. Ул тормошҡа сыҡҡанда ҡәйнәһенең әсәһе лә иҫән була. Мәүсилә ике ҡәйнә менән һүҙгә килешмәй, татыу йәшәп, уларҙы тәрбиәләп-хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.
Тормош уның ҡаршыһына ниндәй генә һынауҙар, ҡаршылыҡтар ҡуймай, ҡайһы тарафтарға ғына алып барып ташламай: Ҡырғыҙстанда, Саха-Яҡут Республикаһында, Яр Саллы ҡалаһында ла йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Беҙҙең Мәүсилә апайҙың сабырлығына, түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ – апайымдың холҡона хас һыҙаттар.
Ләкин, түҙемлектең дә бер сиге булалыр инде. 1977 йылда ул өс балаһын алып, бар донъяһын иренә ҡалдырып, Үзбәкстанға сығып китергә мәжбүр була. Тормош иптәше вафат булғандан һуң ул ҡабаттан Прибельскиға күсеп ҡайта.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡарлыман-һөт консерва заводында, һуңынан Ҡарлыман шәкәр заводы лабораторияһында эшләй. Эш дәүерендә ул бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнә. Ауылдаштары араһында абруйы ҙур булған Мәүсилә Заһиҙулла ҡыҙы ун йыл рәттән халыҡ заседателе лә була.
Әлеге көндә Мәүсилә апай Прибельский ауылында улының ғаиләһендә йәшәй. Өс ейәнсәре, ике ейәне һәм өс бүләсәре уны шатлыҡтары менән ҡыуандырып тора. Ике ейәнсәре Прибельский мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Мәүсилә апайҙың йәш сағынан уҡ тауышы бик матур, моңло итеп йырлай һәм гармунда уйнай. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ул үҙ аллы ҡөрьән сүрәләрен ятлай. Бөгөнгө көндә уны Прибельскиҙа, Ҡустығолда Ҡөрьән аштарына оҫтабикә булараҡ саҡыралар. Бәләкәйҙән шулай беше, ныҡ булып үҫкәнгәме, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, урын-еренә еткереп башҡарыуы, кешелеклелеге, изгелеге, туған йәнле булыуы, һәр кемде ҡурсалап йәшәүе менән айырылып тора.
Беҙ барыбыҙ ҙа хөрмәтле апайыбыҙҙы яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ул һәр ваҡыт килгән кешеләрҙе йылмайып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, үҙенең кәңәштәрен биреп, теләктәрен әйтеп оҙатып ҡала. Киләсәктә лә уға беҙҙе һөйөндөрөп оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.
Флүрә Самиҡова.
Олокүл ауылы.