Һеҙҙең өсөн һәр саҡ беҙ әҙербеҙ
Һыуға төшөп, утҡа инергә,
Һеҙ үткән тормош юлығыҙҙы
Гөл-сәскәләр менән күмергә.
Ҡарашығыҙ һеҙҙең һөйкөмлө лә,
Сихырлы ла кеүек күренә.
Бер йылмайып ҡарауығыҙ етә,
Беҙ менәбеҙ бәхет күгенә.
Ҡарашығыҙ һеҙҙең йәшен кеүек,
Өтөп ала ирҙәр йөрәген.
Егелмәгән тайҙай ҡырыҫ егеттәр
Үҙе бирә тормош йүгәнен.
Һеҙҙең менән ҡулға-ҡул тотошоп,
Беҙ атлайбыҙ тормош юлынан.
Донъя матур һеҙ булғанда ғына,
Хоҙай үҙе шулай бойорған.
Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡарлыман ауылы.