Даирә
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл йәштәре менән матур

Иҫке Бәпес ауылы халҡы гөрләп йәшәй. Бында урта мәктәп тә, мәҙәниәт усағы ла, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла, балалар баҡсаһы ла, почта бүлексәһе лә бар. Тирә-яғындағы бер нисә ауылды берләштергән ауыл Советы хакимиәте лә урынлашҡан. Һәр урамда ла йәнлелек һиҙелә. Шуларҙың береһендәге нур сәсеп торған матур йортта йәш пар - Резида Хәйҙәр ҡыҙы һәм Фәнис Әсхәт улы Вәлиевтар йәшәй.

Ҙур, яҡты, зауыҡ менән йыйыш­тырылған йортта беҙҙе хужалар асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
Фәнис ошо ауыл егете булһа, Резида Түбәнге Төкөндән килен булып төшкән. Икеһе лә хәҙерге заманда кәрәкле булған эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштергән: Резида Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында штукатур-буяусыға, Фәнис Талбазы һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡый. Әлеге көндә ҡатын урындағы мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй. Ире баш ҡалаға вахта менән йөрөп, “Карьер управление” йәмғиәтендә экскаваторсы хеҙмәтен башҡара. “Өфөгә йөрөүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Ауылдан күмәкләшеп йөрөп эшләйбеҙ”, - ти ул.
Улар өс бала тәрбиәләй. Барыһы ла мәктәп йәшендәләр: Искәндәр 6-сы, Шатморат 4-се, ә төпсөктәре Айгүзәл 1-се класта урындағы мәктәптә уҡыйҙар. Малайҙар элегерәк ушу-саньда секцияһында шөғөлләнгән, саңғыла йөрөргә яраталар.
Вәлиевтар 2007 йылда өйләнешә. Яҙмыш ике йәш йөрәкте һис кенә лә уйламағанда осраштыра. “Уртаҡ дуҫыбыҙ арҡылы телефон аша таныштыҡ. Ике ай ғына дуҫлашып йөрөнөк тә өйләнештек тә ҡуйҙыҡ”, - ти улар.
Йәш ғаилә ирҙең тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә. Матур итеп, килешеп йәшәп китәләр. Тәүҙә биләмәһе менән иҫкерәк йорт һатып алалар. Бер үк ваҡытта ҡурала мал-тыуар ҙа аҫрай башлайҙар. Мал тотҡас, техникаһыҙ булмай тип, трактор, уға сапҡыс, пресс һатып алалар.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: