Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар, тиҙәр. Шуға ла эштә йөкмәтелгән бурыстарҙы башҡарыуҙан тыш, ғаиләлә хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә булырға ла, шул иҫәптән ҡул эштәре менән булышырға ла, баҡса үҫтерергә лә, кәрәк саҡта психолог та, тәрбиәсе лә булырға көс-дарманы етерлек беҙҙең гүзәл заттарыбыҙҙың. Шулай уҡ күңелдәрендә әйләнә-тирәләгеләр өсөн яуаплылыҡ тойғоһо йөрөтөп, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға ваҡыт табыусылар ҙа бар бит әле. Шундайҙарҙың береһе - Һәүәләй ауылында йәшәүсе Резида Уразаҡова.

Резида Рөстәм ҡыҙы 2016 йылдан Һәүәләй ауы­лы­ның Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып тора. Был ойошма вәкилдәре бер урында ғына та­панмай, туҡтауһыҙ эҙләнә, үҙе­нең эш йүнәлештәрен ки­ңәй­тә. Ә улар күп һәм төрлө-төрлө. Ғаилә ҡиммәттәрен һәм сәлә­мәт тормошто пропаган­далау, боронғо кейемдәрҙе, аш-һыу­ҙарыбыҙҙы тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға өйрәтеү, эскелек кеүек насар күренештәргә ҡаршы көрәш, тормошта ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү, ихтирамға лайыҡ ғаиләләрҙе күрһәтеп, данлап төрлө саралар уҙғарыу, әсәлек һәм балалыҡ мәнфәғәтен яҡлау - ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре.
- Һәүәләй ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының бик әүҙем булыу­ҙарын иғтибарға алырға кәрәк. Көнүҙәк проблемаларҙы бергә­ләп, кәңәшләшеп хәл итеп эшләйбеҙ. Боронғо шөғөлдә­ре­беҙҙе үҙләштереүгә ҡыҙыҡ­һы­ныу уятыу маҡсаты менән оҫталыҡ дәрестәренә йыйылып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тра­ди­цион биҙәнеү әйберҙәрен, мил­ли кейемдәрҙе тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Район һабантуйында һәм башҡа мәҙә­ни сараларҙа ағинәйҙәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойош­торабыҙ. Мәҙәни сара­лар­ға ағинәйҙәрҙең үҙҙәре эшләгән һаҡал, ҡашмауҙарын кейеп ки­леүҙәрен күреп күңел һөйөнә. Республика, район кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Был­тыр “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсә­һе” республика конкурсында Фәһимә Абдрафиҡова “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт” һәм Гүзәл Ис­кән­­дәровалар “Оло быуын ҡа­тын-ҡыҙҙары” номи­нацияһын­да еңеү яуланы. Төрлө мәҙәни, ижтимағи саралар ойош­то­роу­ҙан тыш, сәләмәт йәшәү рәүе­шен дә пропагандалайбыҙ.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: