Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һүрелмәһен илһам ҡуҙы

Иҫке Бәпес яҡтарынанСыҡҡан данлы яҡташтар.Ғорурлана Ҡарлыманбаш,Абдуллалар, Ташбаштар.

Иллә бәрәкәтле яҡ ул-
Илдә берҙән-бер, тиҙәр.
Таяҡ ҡаҡһаң-сәскә атыр,
Уңдырышлы ер, тиҙәр.

Урман-ҡырҙар матурлығын
Йырға һалмай кем түҙә?
Илһам шишмәләрен асҡан
Ошо ерҙә Фирүзә.

Уңған килен үҫтергәндәр
Беҙҙең өсөн Баймаҡтар.
Тәбиғәткә, хозурлыҡҡа,
Йырға, моңға бай яҡтар.

Белем усағын ҡабыҙҙы
Һинең һәр дәрестәрең.
Ғилемле булып үҫтеләр
Бәпестең бәпестәре.

Күңел серен шиғыр менән
Аса беләһең үҙең.
Фәһемле һәр бер һөйләмең,
Йөрәккә үтә һүҙең.

Һинең шиғриәт һутында,
Әүҙем ҡәләм осонда-
Ил яҙмышы, Ҡатын, Әсә,
Мөхәббәт, йәшлек яҙы;
Күңелеңдә бөгөнгәсә
Һүрелмәй илһам ҡуҙы.
Халҡыңа нур сәсә сәсә
Ижад ит, башҡорт ҡыҙы,
Ижад ит, башҡорт ҡыҙы!
Фәрғәт Ҡотлобаев
Ҡарлыман ауылы
фото Фирүзә Рәхмәтуллина
Читайте нас: