Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Сәләм” тапшырыуында – беҙҙең район

Уҙған йома иртәһенең “Сәләм” программаһы данлыҡлы шәхестәргә, төрлө өлкәләрҙә ҙур ҡаҙаныштарға бай булған районыбыҙға бағышланды. Муниципаль район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаев, “Юбилейный” кинотеатры директоры Зәлил Исхаҡов, Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова, Ибраһим музейы директоры Ғәзимйән Ибраһимовтар студия ҡунаҡтары булды.Уларҙан районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, спорт ҡаҙаныштары, билдәле династиялар тураһында һөйләүҙәрен һоранылар. Фәрғәт Фәрит улы, районыбыҙҙан сыҡҡан башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, шағирҙарыбыҙ Шәриф Бикҡол, Фәрит Иҫәнғолов, Ирек Кинйәбулатов, Дилә Булгакова, Рәмил Сурағол, яҙыусылар Фәнил Әсәнов, Роберт Байымов, яҙыусы-академик Ғайса Хөсәйенов, яҙыусы, профессор, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтовтар тураһында ғорурланып һөйләне. Ул шулай уҡ яҡын киләсәктә районда башҡарыласаҡ уй-пландар менән дә уртаҡлашты.

Зәлил Исхаҡов спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы телгә алып үтһә, Ғәзимйән Ибраһимов Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәжәрәһе менән бар республика халҡын таныштырҙы.
Илмира Әнүәр ҡыҙы, районда үткәрелгән “Айыҡ ауыл” бәйгеһе хаҡында бәйән итте.
Бәйгелә 55 ауыл ҡатнашты. Улар араһында Һарт-Науруз, Һарт-Шишмә, Һалйығот кеүек айыҡ тормош алып барған күркәм ауылдарҙың призлы урындар яулауға лайыҡ булыуын әйтеп үткем килә. Ауылдарыбыҙҙа эскелеккә көрәш алып барыла. Тәү сиратта, йорттарҙан араҡы һатыусыларҙы бөтөрөргә тырышабыҙ, эскән ғаиләләр менән профилактик эш алып барабыҙ. Барлыҡ көсөбөҙҙө йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтәбеҙ. Бының өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар, байрамдар ойошторабыҙ. Халыҡтың мәшғүллеге өҫтөндә эш алып барыла. Беҙҙә халыҡ алып-һатыу, йүнселлек менән күпләп шөғөлләнә.
Быйылғы йыл халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыуға, туҡланыуға иғтибар биреүгә йүнәлтелгән. Сирҙе дауалағанға ҡарағанда, алдан киҫәтеү яҡшыраҡ. Был юҫыҡтан диспансеризация әүҙем алып барыла. Шулай уҡ, ҡомалаҡ икмәге, ҡаҙы, ҡорот, ҡыҙыл эрсемсек кеүек тәбиғи һәм милли ризыҡтарҙы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреп йәштәргә өйрәтеп ҡалдырырға тырышабыҙ, тине ул.
Тапшырыу барышында унда ҡатнашыусыларға ҡушылып, үҙ фекерҙәрен әйтеп шылтыратыусылар ҙа булды.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: