Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалы бисә

Эшкә тырт-фырт ҡына килеп ингән Мәлгинәнең кәйефе юҡ икәнен әллә ҡайҙан һиҙергә була ине. Өҫтөндәге кейемен сисеп элгәс, көҙгө янына барып сәсен тараны, ирененә өҫтәп помадаһын йөрөткәс, тыҡ-тыҡ баҫып, баш һелкеп кенә иҫәнләшеп, берәүгә лә күтәрелеп ҡарамай, эш урынына барып ултырҙы. Бер килке сумкаһының төбөн аҡтарҙы, ручкаһын таба алмай йонсоно, тапҡас, ручкаһын өҫтәлгә һалды ла эйелеп салфетка менән туфлиен һөртә башланы. Сәғәтенә ҡарап алды.

Дәрескә әле ун биш минут ваҡыт бар. Әҙерәк тын алдымы, баҫылдымы - тирә-яғына ҡарап коллегаларын теүәлләй башланы. Пеләш башлы историк Самат үҙ урынында, математик Вәли дәфтәр тикшереү менән мәшғүл. Барыһын да теүәлләп бөткәс, түҙмәне, китап уҡып ултырған Асияға ултырғысын яҡынайтып, ярым бышылдап, эсендәген бушата башланы.
  • Ҡустым Морат кәләш алып ташланы. Шунда туйҙа йөрөнөк. Ике көнгә отгулды ла шуға алғайным.
  • - Ҡотлайым, Мәлгинә апай, әллә ҡасандан ҡустыңды эйәле -башлы итә алмай йонсой инең, бына ҡалай һәйбәт булған, йәштәр бәхетле булһындар, - тине Асия үҙ сиратында.
    - Белмәйем, бәхетле булырмы, нимә булыр, ирҙән айырылған балалы бисә алып, бәхетле булһа ярай ҙа ул. Күпме әйттек, тыңламаны, кирегә бөткән нәмә бит. Юҡ, алһам, Риманы алам, алмаһам, өйләнмәйем тигәндән башҡаны әйтмәгәс, ҡайҙа бараһың, алып бирҙек. Иҫең китер, шул ирҙән айырылған бисәгә мәһәр һалып ултыра. Анау хәтле төҫө-башы менән, эшләгән эше, йәшәргә өйө булып бер ҡыҙ ҡарата алманы, әйтәгүр. Балалы бисәмен тимәй әле, алған бисәһе, танау өҫтөнән генә һөйләшеп, эре ҡыланған була. Сафлығын һаҡлап килгән ҡыҙмы ни? Әллә кем булып маташа. Уның һымаҡтар шулай була бит ул. Йүнле булһа, балаһы менән ире айырмаҫ ине. . .
    Ярһып-ярһып Мәлгинә әллә нимәләр һөйләмәксе ине лә, ярай дәрескә инергә звонок шылтыраны. Кемуҙарҙан уҡытыусылар кластарға таралышты. Мәлгинә лә стеналағы көҙгөгә ҡарап, сәсен рәтләне, сумкаһын алып, теләр-теләмәҫ кенә класын эҙләп сығып китте. Эйе, звонок ваҡытһыҙыраҡ булды, эсендәге шеше шартлап бөтмәй ҡалды шикелле. Ирҙән айырылған балалы бисә. Ошо һүҙ Асияның дәрес бөткәнсе мейеһендә ҡайнаны. Мәлгинәгә асыуы ҡабарҙы. Иң яҡыны тормош башлап тора, бәхет теләп кенә ултырға ла бит, юҡ, йәнәһе лә балалы бисә, тағы етмәһә, ирҙән айырылған. . . Ирҙән айырылған бисә. Мәлгинәнең ошо һүҙҙәре коллегаһын ирекһеҙҙән үткәндәргә алып ҡайтты. . .

    Асияның атаһы үҙенә уҡыу эләкмәй, ғүмер буйы ҡара эштә йөрөгәнгәме, ҡыҙҙарының барыһын да уҡытырға тырышты. Өс ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡҡас, атаһы дүртенсе ҡыҙы Асияны ла уҡытыусы һөнәренә уҡырға барырга күндерҙе. Баштараҡ Асия әхирәте Вәлимә менән шәфҡәт туташы булырға һүҙ ҡуйышып йөрөйҙәр ине. Әммә ҡулына аттестат алғас, атаһы менән документын пединститутҡа филология факультетына тапшырып ҡайтты. Биш йылдан ул ата-әсәһенең фатихаһы менән уҡытыусы һөнәренә эйә булды. Бахыр, атаһы үлеп киткәнсе:
    -Минең ҡыҙҙарым бөтәһе лә уҡытыусы, үҙем уҡый алманым, аллаға шөкөр, ҡыҙҙарымды уҡыттым, хәләл көс менән, - тип ҡупырайыр ине урыны сыҡҡанда.
    Асия уҡып сығып, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса алыҫ райондарҙың береһенә уҡытыусы итеп тәғәйенләнде. Тәҡәтһеҙ июль эҫеһенән һуң август башында ҡойма ямғырҙар башланды. Һыуға сарсаған ерҙе туйындырайым тигәндәй, аҙнанан ашыу яуҙы ла яуҙы. Шунан ҡапыл ғына аяҙытып ебәрҙе.

    Асия августың урталарында эшкә юлланды. Ауылдарына автобус йөрөмәү сәбәпле, атаһы Хәниф ағай, ат арбаһына ике ауыр сумаҙан тейәп, ҡыҙын күрше ауылға оҙата барҙы. Поездан автобусҡа, автобустан попуткала тигәндәй меңәр саҡрым юл үтеп, өсөнсө көнгә генә тәғәйенләнгән районға кискә генә килеп төштө Асия. Йәйҙең илай-илай көҙгә тартылған мәле. Һалҡынса ваҡ ямғыр һибәләй, аяҡ аҫты ҡойо, бысраҡ. Еңелсә генә кейенгән Асия автовокзал эргәһендәге эскәмйәгә сумаҙанын ҡуйҙы, ҡулына тотҡан сумкаһынан алып ҡалын кофтаһын кейҙе. Автовокзал аулаҡ. Ете-ят ер. Ҡайҙа барырға? Инде РОНО тирәһендә кеше юҡтыр, эш сәғәте күптән бөткән. Гостинацаны табып шунда ҡунмаһа? Дөрөҫөн әйткәндә, студент саҡта бер нисә иптәш ҡыҙына йөрөгәнен иҫәпкә алмағанда, Асияның алыҫ араға яңғыҙы йөрөгәне лә юҡ. Бөтә нәмә ят, бер кем таныш түгел. Ҡурҡып, ҡаушап баҡты ул тирә-яғына. Әллә көндөң һыуығы ҡалтыраттымы, әллә ҡурҡыумы - ҡыҙ дерелдәп ҡуйҙы. Бер килке ҡарап торғандан һуң, бөтә ҡыйыулығын йыйып, арба менән һыу һөйрәп килгән оло ғына ағайҙан гостиницаны һорарға булды.
    - Гостиница был тирәлә түгел шул, ҡыҙым, тегеләй үргә менергә кәрәк, алыҫтан киләһеңдер инде, әйберҙәрең дә ауыр ғына, хәҙер ошо юлға төш тә өҫкә менгәнсе юлды ташлама, менгәс тә һул яҡта ҡыҙыл кирбесле йорт ултырыр, шул гостиница булыр, - тип аңлатҡас, сумкаһын аҫып, ике ҡулға ике сумаҙан тотоп Асия үргә атланы.
    Был йәш, һөймәләкле генә, бөҙрә сәсле ҡыҙҙы ныҡ йәлләнеме - оло ағай арыуыҡ Асияны күҙе менән оҙатты. Ҡыҙҙы эшкә район үҙәгенән егерме саҡрымдай алыҫлыҡтағы ауылға тәғәйенләнеләр. Завроно сал сәсле оло ғына йәштәге ағай, үҙе һуғыш ветераны, бик итәғәтле, ипле генә һөйләште Асия менән.

    - Ауылға автобус-маҙар йөрөмәй, колхоздың берәй техникаһын белешәм, килеп алырҙар, - тине.
    Асиянан башҡа ла бында төрлө яҡтан, төрлө уҡыу йорто бөтөп, эшкә йәш специалистар килгәндәр. Ҡайһылары икешәре бер ауылға тәғәйенләнде. Асияның миңә лә иптәш булмаҫмы тигән өмөтө, бушҡа булды. Төш үткәнсе бер ниндәй техника булманы. Ярай роноға яҡын ашхана булған, башҡалар менән
    шунда барып, тамаҡ ялғап килһә - бер олораҡ йыуантыҡ ҡына ағай:
    - Кемегеҙ Юрғаштыға, әйҙәгеҙ минең менән, - тигәс, Асия мин, тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шулай итеп, йөк машинаһына сумаҙанын тейәп, үҙе шофер янына ултырып, Юрғаштыға юл тоттолар. Шофер йыуантыҡ булһа ла үҙе етеҙ генә. Уйламай ҙа һикереп менә кабинаға, өҫтәүенә шаян, мурт һүҙле ағай.
    Кабинаға инеп ултырғас:
    -Мин Фәнил ағайың булырмын, һеҙҙе йыраҡтан килгән уҡытыусы тип әйткәйнеләр, исемегеҙ кем була?
    Ҡыҙ ҡыйыуһыҙ ғына, башын бороп - Асия булам, - тине.
    Шофер шофер инде, юлда йөрөп йышылған, кешеләр менән һөйләшергә лә өйрәнеп бөткән. Уңайһыҙланып ҡына оялып ултырған Асиянан да ҡайҙа уҡыуын, ҡайһы райондан, ата-әсәһе бармы-юҡмы икәнен Юрғаштыға еткәнсе һорашып, белешеп тә бөттө. Мәктәп директоры командировкала булыу сәбәпле, Асияны мәктәптең завучы ҡаршы алды. Күрәһең, алдан хәбәр иткәндәрҙер. Завуч, уҙа барһа, яңы утыҙын тултырғандыр. Ҡарамаҡҡа алсаҡ, матур ғына йөҙлө, һылыу ҡатын үҙен;
    -Мин Фирая Агзамовна булам, - тип таныштырҙы.
    Асияның ҡайҙан, нисек килеп етеүен һорашты ла:
    -Күреп торам, инде нисәнсе көн юлда, арығанһығыҙ, мәктәптән алыҫ түгел, аҫтараҡ, һеҙгә квартира әҙерләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер мин һеҙҙе шунда урынлаштырайым. Хужабикә һеҙҙе көтөп тора. Мәктәп менән иртәгә танышырбыҙ. Фатима әбейҙең быйыл яҙ ғына ҡарты мәрхүм булып ҡалды. Балалары инде янында юҡ, ситтәләр. Яңғыҙыма ҡыйын, берәй ҡыҙ-ҡырҡын килһә, миңә индерерһегеҙ, тип алдан әйтә йөрөгәйне. Бик грамотный, аҡыллы әбей. Бабайы ла оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Өйө ҙур, иркен. Мул, етеш йәшәй, - тип юлда барғанда Асияны таныштырып та бөтмәне, Фатима әбейҙең ысынлап та “мин бында” тип ҡысҡырып, балҡып ултырған ҙур, иркен йортона килеп тә еттеләр.
    Ҡарамаҡҡа уҫал, ҡырыҫ ҡына күренгән Фатима әбейҙән Асия бер аҙ шөрләп ҡуйҙы. Фирая Агзамовна менән һөйләшеп торғанда уҡ күҙҙәре менән Асияны һәрмәп сыҡты буғай. Бер аҙ урамда торғас, һомғол буйлы, ҡара бөҙрә толомло, килешле генә кәүҙәле, ҙур күҙле, һөйкөмлө ҡыҙ оҡшап ҡалдымы, әллә арыуы йөҙөнә сығып, ике ҡулға ике сумаҙан тотоп йонсоп торған ҡыҙ йәл булдымы - әйҙүкләп өйөнә саҡырҙы. Урамға килеп ингәс тә бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ күҙгә салына. Бөтә нәмә үҙ урынында. Тупһа һап-һары итеп ҡырып йыуылған. Ҡапҡанан тупһаға тиклем яҫы таҡтанан баҫма һалынған. Бер ерҙә лә артыҡ нәмә юҡ, бөтә нәмә үҙ урынында. Ошо бөхтәлек өйгә ингәнсе оҙатты. Ихата алды шау сәскә булһа, өйгә ингәс, Асия гөлдәрҙең күплегенә хайран ҡалды. Үрелеп үҫкән, шау сәскәгә күмелгән гөлдәр эргәһендә, ағас бейеклегендәге гөлдәр өйҙөң биҙәге булып, хужаһының уңғанлығын иҫбат итеп ултыралар.

    Фатима әбей үҙе төҫкә-башҡа күркәм, аҡ сырайлы, етеҙ, ҡупшы ғына кәүҙәле, моғайын, йәш сағында ла матур булғандыр. Һәр ерҙә тәртип, өй эсенә тәмле бәлеш еҫе таралған. Юл ғазабы - гүр ғазабы тип боронғолар бушҡа әйтмәгәндер инде. Ҡыҙ ҡулындағы сумаҙанын үҙенә тәғәйен бүлмәгә индереп ултыртҡас ҡына еңел тын алып ҡуйҙы. Ул арала йүгереп йөрөп, Фатима әбей өҫтәл әҙерләне, Асияны өҫтәлгә саҡырҙы. Ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланы әбей квартирант ҡыҙын. Шул арыуыҡта ырыу-затын, ҡайһы яҡтан булыуы, ҡайҙа уҡыуы тураһында мәғлүмәт алып та өлгөрҙө. Яғып әҙерләп ҡуйған мунсаһына ҡыҙҙы оҙатып барҙы Фатима әбей. Уныһын-быныһын күрһәтеп, сабынырға япрағына хәтле әҙерләп, сығып китте. Мунса инеп сығыуына Фатимә әбей айран әҙерләп ҡуйған. Анау хәтле оҙон юлдан был тиклем тәрбиәне күргәс, арығанлығы ла онотолдо. Ял итергә бүлмәһенә инде. Оло тәҙрәле, йыйнаҡ ҡына бүлмә, тәҙрә төбөндә ике төрлө яран гөлө шау сәскәлә ултыра. Бүлмәлә йәтеш кенә өҫтәл, артында ҡыйбатлы йомшаҡ ултырғыс, комод, көҙгөлө шифоньер. Бөтә нәмә үҙ урынында. Карауатта йәтеш кенә мендәр. Ошо бәләкәй генә мөйөш күңелен арбаны ҡыҙҙың, күңеленә ятты.

    Иртәгеһенә йоҡоһо туйып, ял итеп уянды. Бер килке өйҙәгеләрен уйлап:

    -Нимә эшләйҙәр икән, мине уйлап борсолаларҙыр, бөгөн үк хат яҙып һалырға кәрәк, - тип уйланы. Ишек асылып ябылды. Фатима әбей һыйырын көтөүгә оҙатып инде буғай. Бер аҙ ятты ла Асия тороп ултырып сәсен тәрбиәләргә кереште. Ҡалын оҙон сәсен бүлеп-бүлеп тараны. Үҙенән-үҙе тулҡынланып, нисек һалһа, шулай ятҡан сәс Асияның ҙур байлығы. Ҡайсы тигеҙгәне юҡ сәсенә. Һәр ваҡыт тәрбиәләп, матур итеп тоторға бала саҡтан әсәһе өйрәтте. Уҡыған саҡта бер аҙ ҡойолоп яфаланы. Ауылда саҡта сәсенә тик эркет һыуы ғына ҡулланғайны. Ҡаланың һыуына, шампундәргә өйрәнгәнсе ҡыйын булды. Бөгөн дә тәрбиәләп бөткәс, берҙән бушаҡ ҡына итеп үрҙе лә, осона сәсүрмес ҡуйҙы. Ҡуйы, оҙон толом, бөҙрә булғас, бик таралып та бармай. Кешенең күҙе теймәһен өсөн, әсәһе бетеү формаһында көмөштән сәсүрмес эшләтеп биргәйне. Ҡойолған сәстәрен йыйып сумкаһынан шыптыр алып шунда һалды. Урынын йыйҙы. Сумаҙанынан эшкә кейергә күлдәк ҡарап алды. Алғы өйҙән Фатима әбей тауышы ишетелде:

    -Асия торҙоңмо, торһаң йыуынып ал да әйҙә иртәнге сәйҙе эсеп алайыҡ. Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡаймаҡ айырттым. Картуфты төшкә бешерермен, - тип сәйгә саҡырҙы. Сәй эсә торған ер күңелле генә. Ҡаршыла тәҙрә. Ап-аҡ селтәр менән шау сәскәле матур шаршау ҡуйылған. Өҫтәлдең клеенкаһы шаршау менән бер төҫтә. Тәҙрәнән ҡаршылағы тау, урман һырты, йылғаға төшкән һуҡмаҡты күҙәтеү йәтеш икән. Асия йыуынып, Фатима әбей менән тәмле итеп сәй эсте лә эшкә йыйынды.

    Әбей фатихаһын биреп, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып килде, ҡайҙан йөрөргә юл күрһәтеп, эшкә оҙатты.

    Бына шулай башланып китте Асияның хеҙмәт юлы. Әкренләп коллективҡа, шунан ауылға өйрәнде. Ауыл бик матур ерҙә тауҙар ҡосағына урынлашҡан. Тау аҫтынан ҙур ғына йылға ауылды икегә бүлеп ята. Өйҙәр матур, төҙөк. Ауылға ингән ерҙә генә шишмә. Коллективта тәжрибәле уҡытыусылар Асияны яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Мәктәптең директоры йәш, өйләнмәгән Рәмис исемле егет. Ойоштороусы Зилә, тағы хеҙмәт уҡытыусыһы Наилә өсөнсө йыл эшләйҙәр. Улар ҙа квартирала йәшәйҙәр икән. Әле кейәүгә сыҡмағандар. Урта мәктәп булғас, коллектив ҙур ғына. Асияны 8-се класҡа етәксе итеп ҡуйҙылар. Сентябрҙең бер-ике аҙнаһы ойоштороу эше менән үтте. Йылда етәкселәре алышынып торған 8-се класс тәүҙәрәк баш бирмәйерәк маташты. Класта егеттәр һан яғынан күберәк булһалар ҙа бөтә эштә лә ситтә ҡалыуҙы хуп күрәләр, дүрт ҡыҙ класс өсөн янып-көйөп йөрөй. Асия башкөллө мәктәп эшенә сумды. Белмәгәнен тәжрибәле уҡытыусыларҙан һораны, методик әсбаптар уҡыны. Класы менән көҙгө поход ойошторҙо, баҫыу эшенә лә бергә йөрөнө. Тәүҙә сит-ят булһалар ҙа тора бара Асия класҡа, класс Асияға әкренләп эйәләшә барҙы.

    Ҡыҙ эшенән ҡәнәғәт ине, өйҙән хат алып ҡыуанды, шунда уҡ уларға яуап хаты ла ебәрҙе. Хатына үҙе өсөн борсолмауҙарын, мөмкинселек булһа, каникулға ҡайтып, ҡышҡы кейемдәрен алып китермен, тип яҙҙы.

    Баштараҡ мәктәпкә икеләнеп кенә, ҡурҡыңҡырап килһә лә әкренләп өйрәнде. Класындағы ҡыҙҙар апайҙарын күреүгә янына килеп етә һалалар, шунда уҡ хәбәр менән һыйларға тотоналар. Тиҫкәре генә күренгән малайҙар ҙа йәш, матур, ипле генә һөйләшкән уҡытыусыларына әкренләп ылыға башланы.

    Тәбиғәттә алтын көҙ батшалыҡ итә. Тирә-яҡтағы сағыу төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Иртәле-кисле һыуытып ҡырау төшһә лә көндөҙ ҡояш нурҙары көллөһөн кинәндерә. Баҡсаларҙа һуңғы уңыш йыйыла. Кешеләр кемуҙарҙан картуф алыуға керешеп китте. Ял көнөндә Асия менән Фатима әбей ҙә картуф алды. Сортҡа бүлеп баҙға урынлаштырып та ҡуйҙылар. Фатима әбей аш–һыуға таҙа, тәмле итеп әҙерләй. Мәктәп буйынса ла беренсе кәңәшсе. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар тураһында белешмә бирә. Бер ҡыҙы мәктәптә эшләп киткән икән, шуға уҡытыусыларҙы ла яҡшы белә. Күп кәңәштәре урынлы. Мәктәптән ҡайтҡас, Асия әбейҙең көн аша иҙәнен һөртә, колонканан һыу ташый. Хужабикә үҙе бик эш ҡушып бармай. Ипле, мөләйем, йылмайып ҡына һөйләшкән матур ҡыҙ күңеленә үтеп инде шикелле Фатима әбейҙең.

    Мәктәп директоры Рәмис Хәмитович икенсе йыл етәкләй икән Юрғашты мәктәбен. Үҙе сығышы менән күрше Ҡаратамаҡтан. Мәктәп квартираһында йәшәһә лә күберәген ауылына ҡайтып
    йөрөй. Ҡарамаҡҡа күркәм, оҙон ғына буйлы, ас яңаҡлы, аҡ йөҙлө, фырт ҡына кейенгән, үҙенең баһаһын белеп кенә һөйләшкән егет.

    Беренсе тапҡыр күргәндә Асия егеттең үткер ҡарашынан, уңайһыҙланып тотлоғоп тигәндәй, саҡ һөйләште. Тәү күргәндә үк ҡарашы менән йотто ул Асияны. Ҡыҙ ныҡ уңайһыҙланды, хатта бер аҙ шөрләне лә. Үҙе география фәнен уҡыта икән. Үткер ҡараш ныҡ өркөттө Асияны. Шуға күрә уҡытыусылар кәңәшмәһендә, оперативкаларҙа ситкәрәк, күренмәйерәк, арттараҡ ултырырға тырыша ҡыҙ. Шулай ҙа үҙен үткер ҡараштың ҡайҙан да эләктереп алыуын тоя, барыбер. Бер көн шулай уйламағанда ҡаршыға осраны ла:

    -Асия Хәнифовна, миңә инеп сығығыҙ әле, - тигәс, уңайһыҙланып ҡына директор кабинетының ишеген тартты. Йәтеш кенә, ыҡсым бүлмәлә уртаса ҙурлыҡта тәҙрә, матур шторалар.
    Ингәс тә ҡыйыуһыҙ ғына:

    -Һаумыһығыҙ, - тигән булды. Ҡыҙҙы күреү менән телефондан һөйләшеп ултырған директор һикереп торҙо, Асияға ултырғыс тәҡдим итте.

    -Асия Хәнифовна, эштәр нисек бара әле?Өйрәнеп буламы?Уҡыусылар тыңлашамы?Нисек урынлаштығыҙ, квартирағыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Хужабикә артыҡ мыжыҡ түгелме?-тип һорауҙарға күмеп ташланы.

    -Әгәр ҡәнәғәт булмаһағыҙ, мәктәп өйөнөң икенсе яғы буш тора. Әҙ генә ремонт кәрәк инде. Бик булмаһа, егеттәрҙе ҡушам ремонтларға. Ҡыҙҙар менән шунда күсерһегеҙ, -тип Асияның күҙҙәрен эҙләне.

    -Юҡ-юҡ, Рәмис Хәмитович, бөтәһе лә һәйбәт. Квартира менән дә ҡәнәғәтмен. Фатима әбей миңә оҡшай. Уҡыусылар менән дә уртаҡ тел таптыҡ. Хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт, борсолмағыҙ, - тип саҡ яуап бирҙе Асия ҡараштарын йәшерә-йәшерә.

    - Асия Хәнифовна, беҙҙең коллективҡа ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә концерт ҡуйырға кәрәк клубта. Ҡара-ҡаршы концерт ҡуйыу күп йылдар инде традицияға әйләнгән ауылда. Ауыл халҡы уҡытыусылар көнөндә сығыш яһай. Беҙгә яуап концерты менән сығыш яһарға тура киләсәк. Йәш кеше булараҡ, ошо концертты ойоштороуҙы мин һеҙгә йөкмәтергә уйлайым. Ҡаршы килмәҫһегеҙме?
    Асия эш ҡушыуҙан бигерәк, Рәмистең шул тиклем яндырайлы ҡарашынан ҡаушаны, бер аҙға юғалып ҡалды.

    -Белмәйем шул, булдыра алырмын микән, Зилә Айратовна менән Нәйлә Римовна коллективты белә бит, бәлки, уларға әйтергә кәрәктер?

    -Эйе, улар менән берлектә инде, тик бына программа, репетицияларға белдереү төҙөү, концертты алып барыу өсөн яуаплылыҡты һеҙгә тапшырабыҙ. Тағы ла һеҙҙе моңло йырлай икән, тип ишеттергәйнеләр. Ышанам һеҙгә, иртәгәнән башлайыҡ репетицияларҙы. Аҙна-ун көндә бына тигән концерт көтәм һеҙҙән, - тигәс, Асия:

    -Ярай, тырышырмын, китергә мөмөкинме? - тип тиҙерәк сығыу яғын ҡараны.

    Йөкмәткеле матур концерт ҡуйҙылар ауыл эшсәндәре көнөнә. Асияға ойоштороу эше оҡшаны. Уҡыған саҡта бейеү түңәрәгендә йөрөү ҙә бушҡа булмаған икән. Йәштәргә парлы, ҡатын-ҡыҙҙарға лирик бейеүҙе үҙе һалды. Коллективта талантлы кешеләрҙең күплеге хайран итте ҡыҙҙы. Тарих уҡытыусыһы халыҡ йырҙарын йырлаһа, физика дәрестәрен уҡытҡан Харис Мансур улы эстрада йырҙарын үҙ итә икән.

    Асияның әсәһе халыҡ йырына маһир. Ошо маһирлыҡ бөтә ҡыҙҙарына ла күскән. Апайҙары ла, Асия ла йырлай. Мәктәптә уҡығанда ла, студент сағында ла сәхнә ҡыҙҙыҡы булды. Бигерәк тә ҡыҙ халыҡ йырҙарына ғашиҡ. Концертта ул “Сыбай ҡашҡа”ны йырлап барыһын да матур, моңло тауышы менән әсир итте. Концерт ҡыҙҙы коллективҡа, ауыл халҡына тағы ла яҡынайтты. Ауыл халҡы ла уҡытыусылар ҙа концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды. Асияның матур итеп концертты алып барыуы, оҫта бейеүе, моңло йыры тамашасыларҙың күңеленә май булып ятты. Концерт алдынан ҡотлау һүҙҙәре генә әйтеп, концертты тамашасы залында күҙәтеп ултырған директор Рәмис Хәмитович, концерт бөтөү менән, сәхнәгә килеп менде. Коллективҡа рәхмәт әйтеп, Асияға боролдо ла:

    -Асия Хәнифовна, һеҙ йырсы ғына түгел, оҫта бейеүсе, алып барыусы ла икәнһегеҙ. Рәхмәт. Тамашасы залынан күптәр һеҙгә ғашиҡ булды, шул иҫәптән мин дә. Асия уңайһыҙланып:

    - Коллективҡа рәхмәт, бөгөнгө концерт булмаһа, мин ниндәй таланттар араһында йөрөгәнемде белмәҫ инем. Ышанып, мине ойоштороусы итеп ҡуйыуығыҙ өсөн һеҙгә лә рәхмәт.

    Шулай ҙа концерттың төп тәнҡитсеһе Фатима әбей булды. Ҡайтҡас, һәр бер сығышты маҡтап ауыҙ һыуы ҡороно.

    - Йырың шул тиклем оҡшағайны, әллә ни эшләп берҙе генә йырланың да ҡуйҙың, халыҡ геү килеп ҡул сапты. Мин ни үҙ ҡыҙыммы ни, әллә кем булып ултырҙым, һин сәхнәгә сыҡҡан һайын. Инде һине һорашҡаны ҡайҙа, һөйләүеңде лә оҡшаттылар. Артта Сәмиғә ултыра маһайып, минең баламдың уҡытыусыһы, тигән булып. Хатта ғына матур концерт ҡуйҙығыҙ. Ҡыҙҙар араһында барыбер ҙә иң матуры һин инең. Кейгән күлдәктәрең кәүҙәңә килешеп тора бит әле. Сәсеңә теймә, ыштубы. Күҙ генә теймәһен тип ултырҙым, аҫтан ҡарап. Анау Нәйләгеҙҙең ни кәүҙә, ни төҫ-баш тигәндәй, Зиләгеҙҙең төҫө-башы арыу һымаҡ та, аяғы ҡамыт, күҙе сипыҡ. Хәҙисәнең дә сағыу матурлығы юҡ. Береһе лә минең ҡыҙға етмәй, тип ултырҙым әле, - тип Фатима әбей теле-телгә йоҡмай, кинәнеп бер булды.

    Концерттың икенсе көнөнә дәрестәр бөткәс, дәфтәр тикшереп ҡайтырға булды Асия. Ҡапыл ишекте асып Рәмис Хәмитович килеп инеүгә, терт итеп ҡалды ҡыҙ.

    -Һаумыһығыҙ, Асия Хәнифовна! Хәлдәр нисек? Дәфтәр тикшерәбеҙме? Иртәгә ял, бөгөн мин һеҙҙе спектаклгә саҡырырға ингән инем. Районға Өфө артистары спектакль алып килгән. Киске етелә башлана. Моғайын, ҡаршы килмәҫһегеҙ? - тип ут күҙҙәрен ҡыҙға төбәне.

    -Рәхмәт, мин бара алмайым, Фатима әбей мунса яғам ти ине.

    -Улайһа, мин хәҙер Фатима әбейҙән үҙем һорап алып китәм. Тик һеҙҙең теләк кәрәк, -тип ныҡышты Рәмис Хәмитович. – Һеҙ бит филолог, сәхнә әҫәрҙәре менән дә таныш булырға тейеш, шулай түгелме, Асия Хәнифовна. Һеҙ ни өсөндөр минән күҙегеҙҙе йәшерәһегеҙ, гел ситкә ҡарап һөйләшәһегеҙ. Ниңә, мин шундай йәмһеҙ, ҡарағыһыҙ кешеменме ни? Бына әле лә тик дәфтәргә ҡарап ҡына һөйләшәһегеҙ. Әйҙәгеҙ, күҙгә-күҙ ҡарап матур ғына һөйләшәйек әле, Асия Хәнифовна. Беҙ бит инде бала-саға йәшенән уҙғанбыҙ. Һеҙгә бер нисә һорау бирергә мөмкинме, ниңә өндәшмәйһегеҙ?

    Асия әкрен генә башын күтәреп беренсе тапҡыр бөтә көсөн йыйып Рәмис Хәмитовичҡа баҡты. Зәп-зәңгәр күҙҙәр ҡыҙҙы үтәнән-үтә тишеп ҡарай. Килешле буй-һын. Илерткес хушбуй еҫе. Үҙ-үҙен яратҡан, үҙенә ышанған, баһалы ир-атты шәйләне уның янып торған күҙҙәренән.

    -Асия Хәнифовна, уратып-суратып тормайым, һеҙ мине беренсе күреүҙә үк ғашиҡ иттегеҙ. Бына шунан алып мин хәҙер хыялыйға әйләндем. Әгәр хистәремде һеҙҙең менән бүлешмәһәм, мин ысынлап хыялыйға әйләнәсәкмен. Концерттан һуң, һеҙҙе уйлап, бөтөнләй төн йоҡоларынан мәхрүм булдым. Ҡыҫҡаһы, йыраҡтан килгән ҡыҙ әсир итте мине үҙенә. Асия Хәнифовна, миңә икәү һөйләшкәндә Асия тип өндәшергә рөхсәт итегеҙ әле, ә минең үҙемә Рәмис кенә тип әйтһәгеҙ ҙә була. Мин риза. Бер аҙ тынып торғандан һуң Рәмис:

    -Асия, мин һөйөү тулы йөрәгемде һеҙгә тәҡдим итәм, зинһар, кире ҡаҡмағыҙ инде.

    Асия был татлы һүҙҙәрҙең ҡайһыныһын ишетте, ҡайһыныһын юҡ тигәндәй, бер аҙ текләп торҙо ла керпеген аҫҡа төшөрҙө. Ҡасандыр үҙе менән дуҫлашып, армияға оҙатҡан класташ егете Уралды иҫенә төшөрҙө. Өс йыл дуҫлашып, бергә булырға вәғәҙәләшеп, армияға оҙатты. Хаттар йөрөнө ике арала. Ҡайтырға ике ай ҡалғас, Уралдан башҡаса хат яҙмаҫҡа ҡушылған һуңғы хатты алып ғәрләнеп, аҫылыныр хәлгә етеүе күҙ алдына килде. Эйе, күп тә тормай Урал армиянан ҡайтты ла ут күршеһе Сәлимәгә өйләнеп, Себер яҡтарына сығып китте. Бала саҡтан Асияның, сәсенә, яҡшы уҡыуына, һылыулығына көнләшеп бер булған үҙенән бер йәшкә кесе Сәлимә, теләгенә иреште. Асия тураһында юҡ-бар ғәйбәт яҙып, Уралды үҙенә өйләндерҙе тиһәң дә була. Хәҙер йылына бер отпускыға ҡайталар, малай үҫтерәләр. Урал менән Асия инде нисә йыл осрашҡандары юҡ. ИндеУралға ҡарата ҡыҙҙың йөрәгендә һөйөү яраһынан башҡа бер ни ҡалмаған. Күргеһе лә, осрашҡыһы ла килмәй. Студент саҡта йөрәген яуларға тырышыусыларға бик асылып барманы, яҡын да ебәрмәне. Кем әйтмешләй, бер ауыҙың бешһә-өрөп ҡабаһың икән ул. Уралдың хыянатын ауыр кисерҙе ҡыҙ.
    -Спектаклгә саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, дөрөҫ әйтәгеҙ, уҡытыусы, бигерәк тә әҙәбиәт уҡытыусыһы, сәхнә әҫәрҙәрен белергә тейеш, әммә бөгөн мин бара алмайым. Мине саҡырырҙан алда минең менән кәңәшләшһәгеҙ арыу булыр ине. Бөгөн минең планлаштырған эштәрем бар, ғәфү итегеҙ, - тип Асия был юлы Рәмистең күҙҙәренә ҡараны.

    -Ярай , Асия, аңланым һеҙҙе, ғәйеп миндә, алдан һөйләшергә кәрәк булған, икенсе ваҡыт мотлаҡ һеҙҙең менән кәңәшләшермен. Улайһа, бөгөн мин һеҙҙе өйөгөҙгә тиклем оҙатып ҡуяйым әле, - тип ултырғысын яҡыныраҡ шылдырҙы ҡыҙ эргәһенә.

    - Миңә йыраҡ түгел ҡайтырға, юл аша ғына сығаһы.

    - Асия, шулай ҙа миңә өҙөп кенә әйт әле, минең менән осрашыуға ризаһыңмы? Ниңә шулай миңә шикләнеп ҡарайһың? Мин бит ысын күңелдән, аңлайһыңмы шуны, беҙ бит инде бала йәшендә түгел. Асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек.

    - Эйе, аңланым һеҙҙең ниәтте. Мин уйлайым әле, зинһар ашыҡтырмағыҙ, -тип сумкаһына әйберҙәрен һала башлағайны, шул саҡ көслө ҡулдары менән Асияны Рәмис үҙенә тартты. Егеттең эҫе тыны ҡыҙға килеп бәрелде. Егет Асияның толомдары буйлап ҡулын йөрөттө, биттәренә төшөп торған бөҙрәләрен һыйпаны.

    -Бындай толомдарҙы беренсе тапҡыр күрәм, уны нисек үҫтерҙең, Асия? Рәмистең был ҡыланышынан ҡыҙ бер аҙға албырғап ҡалды, тыны ҡурылды. Ҡойолоп төштө.

    -Рәмис Хәмитович берәйһе килеп инһә, әллә нимә уйлауы бар, зинһар, мине ебәрегеҙ әле, ҡайтырға кәрәк, -тип ынтылғайны егеттең көслө ҡулдары уны үҙенә һеңдерә тартты.

    -Нимә эшләйһегеҙ ул, иптәш директор, был бит мәктәп, берәйһе күреп ҡалһа, һеҙ үҙ аҡылығыҙҙамы ул?- тине аҙарынып. Ысҡынырға күпме генә талпынып ҡараһа ла көслө ҡулдарҙан тиҙ генә ысҡынырлыҡ түгел ине. Аптырағас ҡыҙ:

    - Ебәрегеҙ мине, юғиһә, ҡысҡырам хәҙер, ебәрегеҙ, - тип ялбарҙы.

    - Тәү күреүҙән мин һеҙҙе оҡшаттым, аңла, Асия. Төн йоҡоларымдан яҙҙырҙың. Бындай күҙҙәрҙе, бындай толомдарҙы мин әле бер кем дә лә осратҡаным юҡ. Ниңә минән ҡурҡаһың, мин шулай ҡурҡыныс кешеменме ни? Эйе, эйе, Асия һин бит минән ҡасаһың. Аңлат әле, ни өсөн минән шулай ҡасҡаныңды?

    -Юҡ, юҡ Рәмис Хәмитович, юҡты һөйләмәгеҙ, ебәрегеҙ инде мине, былай ҙа оҙаҡланым, Фатима әбей юғалтҡандыр.

    - Белеп ҡуй, Асия мин һине беркемгә лә бирмәйәсәкмен, һин минеке буласаҡһың, тип ҡулын бушата башлағайны, Асия ысҡынып, кабинеттан уҡ һымаҡ атылды.

    -Мин һүҙемде һүҙ итә торған кеше, -тигән һүҙҙәр ишек артында ишетелеп ҡалды. Гардеробтан алған кейемдәрен яҙа –йоҙа эләктереп кейҙе лә тышҡа атлыҡты. Ҡайтып еткәнсе туҡтамай йүгерҙе лә йүгерҙе. Фатима әбей өйҙә уны аш-һыуы менән көтә-көтә көтөк булғайны. Саҡ тын алып, ҡобараһы осоп килеп ингән ҡыҙҙы әбей аптырап ҡаршыланы. Асия инде лә аяғындағы итеген
    сисеп, карауатына ҡапланды. Әбей аптырашта ҡалды, ни әйтергә лә белмәне.

    Байтаҡ ҡына ятты Асия карауатында. Күпте күргән, сирек быуат вазифалы ир менән ғүмер итеп, аңын-тоңон шәйләгән Фатима әбей ул-был һорап ҡыҙҙың маҙаһына теймәне. Тынысланыр, ул-былдың да бит әле һөйләй торғаны , һөйләмәҫе була. Ни тиһәң дә, барын һөйләргә үҙ әсәһе лә түгелмен, тип уйлап, әбей мунсаһын тәрбиәләргә сығып китте.

    Ысынлап та бер аҙ ятҡас, Асия тынысланып торҙо, өҫтөн алыштырҙы. Әбейҙең инеүенә гөлдәргә һыу һибеп сыҡты, тәҙрә төптәрен, түрбашты һөртөп алды. Бер ҡосаҡ утын менән Фатима әбей килеп инде. Асияның эш менән булып йөрөгәнен күргәс, күңеле күтәрелеп :

    -Балам, бәлеш бешергәйнем, һыуынып ҡуймаһын тип, плитаға ҡуйҙым, алып өҫтәлгә ултырт та, әйҙә өҫтәлде әҙерләй тор. Мин дә һине көтөп ашамағанмын әле. Бынау индергән утынды мейескә тығайым да, иртәнгә һурығып ятһа, һәйбәт була яғырға. Әйҙә, ашап алайыҡ, -тип, бер ни булмағандай ҡулын сайып, сәй яһарға килеп ултырҙы. Шулай ҙа аңын-тоңон белергә теләпме, анда-һаяҡ күҙ ташлап ала ҡыҙға.

    -Бөгөн ни эшләптер һуңға ҡалдыңсы, былай уҡ ҡалмай торғайның бит. Әллә тағы берәр эш килеп сыҡтымы? Һин һаман ҡайтмағас, күрше Ғәйзә әбейҙең инеп хәлен белеп сыҡтым. Ауырып балнисҡа киткәйне бит. Ҡәҙимге арыуланып ҡайтҡан. Һин дә мин йөрөгән кеше һуңғы арала ни эшләптер һаулыҡҡа туймай башланы әле ул. Свердлауҙан өлкән улы Васил ҡайтҡан икән, әсәһенең хәлен белергә. Бисәһе мәрйә. Был яҡты яратманы ул. Шыпа ҡайтҡаны юҡ. Балалары менән Васил үҙе генә ҡайта. Мунсаны әҙерләнем. Барыр ерең булмаһа, әйҙә яйлап, инеп сыҡ. Керең булһа, кереңде лә алып барып, йыуып, элеп ҡайт. Минең дә бар, әҙ-мәҙ йыуа торғандарым, тотоп барып, сайып, элеп ҡайтырмын тейем. Аша, әйҙә аша, был юлы майын самалы һалдым, теге ваҡыт зәрә майлы булған ине бит.

    Үҙенең асығыуын өҫтәл янына ултырғас ҡына тойомланы Асия. Әбейҙең тәмле, һутлы ашы, яғымлы һүҙе ҡыҙҙы тамам тынысландырҙы. Кәйефе күтәрелде. Баянан бирле кинәйә менән генә ҡарап, үҙен һынап ултырған әбейгә асығын һөйләргә булды. Ни өсөндөр ҡыҙҙы тыңлағанда әбей өнһөҙ генә, баш һелкә-һелкә, бер нөктәгә төбәлеп ултырҙы. Ҡыҙ һөйләп бөткәс , ашыҡмай ғына һүҙ башланы:

    - Мин ул баланың үҙенә ҡарағанда ата-инәһен һәйбәт беләм. Ул егеттең бит әле килеп эшләй башлағанына ике генә йыл. Минең Сабиралар киткәс килде бит ул. Уның тураһында белмәйенсә һөйләү яҙыҡ булыр. Ата-инәһе күрше Ҡаратамаҡтыҡылар. Әсәһе – уҡытыусы, ире Хәмит минең ҡарт кеүек арыуыҡ персиҙәтел булып эшләне. Ике ҡыҙҙан һуң арыуыҡ йөрөп малай тапҡайны әсәһе, ошо егеттер инде. Әсәһе ни ғилләлер, бер мәктәптә лә һыйышып эшләй алманы, иллә-мәгәр. Ул уҡытмаған мәктәп ҡалдымы икән әле районда? Мәктәп һайын йөрөнө былай. Әллә кемдәр менән судлашып , талашып бөттө тип тә һөйләнеләр. Мәгәр, әсәһе атаһын да эшкә һанап барманы. Бер арауыҡ айырылышып та йәшәнеләр. Ана шул айырылышып кире ҡауышҡандан һуң, малай тапты бит ул. Атаһы Хәмит ҡарамаҡҡа ипле, тыныс ҡына мәғлүмәтле ир, беҙгә йыш килде ул ҡарт менән бергә эшләгәндә. Халыҡ яратты, ихтирам итте. Былтыр ғына хаҡлы ялға сыҡты. Ҙурлап оҙаттылар. Әсәһен маҡтай алмайым. Мең ярым булып, донъяға һыймай йөрөгән бисә. Рәмисе нисек икән һуң? Әйтә алмайым шул. Әллә, атаһына оҡшаһа, кем белә, бәлки, арыуҙыр. Уҡыған кешеһең бит, аҡты ҡаранан айыра беләһеңдер, моғайын. Миңә ҡалһа – ҡул ҡуймаҫ инем. Ҡалғанын үҙең ҡара , –тип тамамланы Фатима әбей башлаған һүҙен. Эйе, аҡыллыға ишара ине әбейҙең һүҙҙәре
    Асия мунса инеп сыҡты. Мал ябырға сыҡҡан әбейе почтаны алып инде лә мунсаға китте. Гәзит араһынан өйҙәгеләрҙән хат килеп төшкәс, ҡыҙ ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе. Йәһәтләп конвертты асып уҡый башланы. Хатты бәләкәй апаһы яҙған. Ул атаһының ныҡ ауырып, әлеге мәлдә Өфөлә больницала ятыуы, операция эшләйәсәктәре тураһында бәйән иткән. Хаттың аҙағында, әгәр мөмкинселек сыҡһа, барып хәл белеүҙе үтенгән. Күҙҙәренә йәш алып уҡыны хатты Асия. Ҡыйын булып китте. Рәмис менән булған ваҡиға бөтөнләй онотолдо тиһәң дә була. Бына ҡайҙа икән ул ысын хәсрәт. Ә ул донъя бөткән кеүек ҡыланды, һантый. Был хәсрәттең янында ул сүп кенә булған да баһа. Ата-әсәһен, туғандарын былай ҙа һағынып, каникулда нисек тә ҡайтып килергә уйлап йөрөй ине.

    -Әллә иртәгә сығып китергәме, көнөнә әйләнеп ҡайтып булмаҫ, тағы бер көн һорап тормайынса булмай. Бының өсөн ғариза яҙып Рәмискә барырға тура килә. Ни эшләргә? Бәлки, шылтыратып ҡына аңлатҡанда?

    Башы ҡатып, төрлө уйҙарға ҡалып, күҙе йәшкәҙәп ни эшләргә белмәй ултырғанда Фатима әбей мунсанан ҡайтты. Уны күреү менән Асия:

    -Әбей, атайым ныҡ ауырып киткән, хат килде, әле Өфөлә больницала, операцияға әҙерләйҙәр ти, -тип ҡосаҡлап илап ебәрҙе.

    -Барып хәлен белергә ҡушҡан бәләкәй апайым. Нимә эшләйем икән?Иртәгә ял, әллә сығайыммы икән Өфөгә?Бер көндә генә әйләнеп ҡайталмам бит. Бер көн булһа ла көн һорарға кәрәк. Рәмис Хәмитович көн бирерме икән һуң?-тине.

    -Атаҡ-атаҡ бирер, ундай хәл тыуып киткәс, хәҙер ул мәктәптә тейһеңме әле, ҡайтҡандыр инде. Өйөнә шылтырат. Бындай хәлдә уны-мыны уйлап тормайың инде, күҙеңде йомаң да ауыҙыңды асаһың. Бер-бер хәл булып китмәһен тағы. Барырға кәрәк, тәүҙә мәктәпкә шылтыратып белеш, телефон эшләй бит, булмаһа, Ҡаратамаҡҡа итерһең, иртәгә ял бит, бәлки, ауылына ҡайтҡандыр. Ни булһа ла булыр тип, Асия телефондан мәктәп номерын йыйҙы. Телефондан мәктәп ҡарауылсыһы Нәжип ағай Рәмис Хәмитовичтың ҡайтып китеүен еткерҙе. Күп уйлап торманы ҡыҙ, справочниктан ҡарап директорҙың өйөнә шылтыратты. Телефонды атаһы алды. Рәмисте йыш һорап шылтыраталармы, әллә үҙе күп йылдар етәксе булып эшләп ҡанына һеңгәнме, аны-быны һорап торманы, шунда уҡ телефонға улын саҡырҙы. Илап ебәреүҙән ҡурҡып Асия:

    - Рәмис Хәмитович, миңә срочно Өфөгә сығырға кәрәк , иртәгә генә әйләнеп ҡайталмам, шуға һеҙҙән бер көнгә отгул һорап, һеҙҙе борсорға булдым. Иртәгә сыҡһам, дүшәмбе ҡайтып етергә тырышам, дүшәмбе көн минең дүрт сәғәт, ғариза яҙҙым, -тип бер тынала һөйләп бөттө ҡыҙ.

    -Һуң, бая бер ҙә Өфөнө һөйләмәй инегеҙ бит, нимә булып китте?

    -Атайым ныҡ сирле, Өфөгә алып килгәндәр, операцияға әҙерләйҙәр, тип әле генә өйҙән хат алдым. Зинһар, үтенеп һорайым. Миңә атайымды барып күрергә кәрәк. Үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ инде.

    -Һеҙгә отгул кәрәгерме икән, мин үҙем иртәгә таңғы сәғәт алтыла Благовещенскиға сығам, мәктәп эше менән. Әйҙәгеҙ минең менән, кискә урап ҡайтабыҙ. Ризаһығыҙмы?Әлбиттә, үҙ ихтыярығыҙҙа. Көсләшмәйем. Теләмәһәгеҙ, бирәм отгул, автобус менән ике көн йөрөп ҡайтырһығыҙ. Ярай, уйлағыҙ ҙа риза булһағыҙ ҙа, булмаһағыҙ ҙа шылтыратырһығыҙ-тигәс, трубканы һалды ла уйға ҡалды Асия. Мәктәптәге ваҡиғаны күҙ алдынан үткәрҙе.

    Фатима әбей:

    -Уңай бит, балам, алай-былай мәшәҡәтләнгәнсе ултыраһың да китәһең. Автобусҡа билеты буламы әле ул, иртәгә ял көнө, кеше күп була. Оҙон-оҙаҡ уйлама, риза бул. Юл хаҡын ни түләрһең. Ҡыйынһынма. Бар әйҙә, алып барам тип торғанда, -тип өгөтләп Асияны машина менән сығырға күндерҙе.

    Кире шылтыратып риза булыуын белдергәндә, Рәмис шул яуаптың булырын белгән һымаҡ:

    -Ярай, Асия Хәнифовна, аңланым, сәғәт алтыға әҙер торорһоғоҙ, һуғылырмын, -тип официально ғына һөйләшеп трубканы һалды. Фатима әбей юлына ашарға бөкөрөйҙәрен, атаһына күстәнәстәр һалып, машинаға тиклем оҙата сыҡты. Кем белә, бәлки, яҡындан күргеһе килгәндер егетте. Асия машинала шоферҙан башҡа кеше булмаһа ла артҡа ултырҙы. Бер аҙ барғас, Рәмис боролоп:

    -Асия, юл йыраҡ ҡына, артта һалҡын, аяғың өшөр. Алға күсеп ултыр, -тип машинаны туҡтатты. Ҡаршылашып торманы ҡыҙ, егеттең янына күсеп ултырҙы. Юлда һүҙ ҡушып, маҙаһыҙлап йонсотманы Рәмис, трассаға сығыу менән тиҙлекте шәбәйтте. Машина елде генә. Өс сәғәт тигәндә улар Өфөлә ине. Асияны больницала ҡалдырҙы ла, директор сәғәт унға мине көтәләр тип, Благовещенскиға ашыҡты.

    -Эш бөтөү менән килермен, бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, мине ошонда көтөгөҙ, - тине.

    Атаһын күреп илап ебәрҙе ҡыҙ. Ике-өс ай эсендә ябығып, бөтөп киткән. Ауырыу аш түгел шул. Ҡыҙғынаһын ҡосаҡлап, илап алған булды атаһы ла.

    -Ашҡаҙан ауырта, нимә ашаһаң да ҡоҫтора, шуға бында яҙҙылар, операция эшләйбеҙ ти врач. Әсәйең дә килермен тигән була ине, хәлде белергә, килә аламы, юҡмы, бөтә мал уның өҫтөндә ҡалды. Әсәңде әйтәм, һау ғына булһын, икебеҙ ҙә ауырыһаҡ эш харап. Апайыңдар ней шул ялға ҡайтып китәләр. Һәр кеменең үҙ донъяһы, үҙ эше тигәндәй. Имен-һау йүнәлеп ҡайтһам, малды ҡыҫҡартырмын тип торам. Көтмәнек түгел, көттөк. Инде хәҙер уҡытыр бала бөттө. Үҙебеҙгә бер һыйыр етә ул. Әсәң дә һуңғы арала һыҙланып бер була. Каникулға һине көтөп бер булабыҙ, ҡайтаңдыр ул ҡыҙым?

    -Ҡайтам тип йөрөйөм атай, һағындым бөтәгеҙҙе лә. Әсәй менән һине йыш төшөмдә күрәм. Ауылды, күршеләрҙе, туғандарҙы ла һағындым.

    -Шулайҙыр, һағынғаныңдыр, сит ер, сит ер бит инде. Бушҡа әйтмәгәндәр бит, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул тип. Ярай, алла бирһә, срогыңды тултырырһың да ҡайтырһың үҙебеҙҙең яҡҡа. Моғайын, бер йүне булыр. Бальнистың тамағын әйтәм, әсәңдекенә етмәй. Бешергән икмәген һағындым. Бындағы икмәк ней тумырылып тик тора.

    Шул саҡ атаһын уколға саҡырҙылар. Саҡ ҡуҙғалып киткән атаһын йәлләп иланы ла иланы Асия. Ошо бәләкәсәйеп киткән кешенең үҙенә ни тиклем ҡәҙерле йән икәнен төшөндө. Иҫ белә- белгәндән уның хәстәрен тойҙо, кинйәкәүем минең тип ҡосағында иркәләтеүе, ҡайҙан ҡайтһа ла ҡыҙҙарына алған бүләк-күстәнәстәр, эштән ҡайтыуын көтөп ишек төбөндә торған саҡтар барыһы ла күҙ алдынан үтте. Алыҫ тимәй, Өфө һынлы Өфөгә ҡыҙҙары уҡыған саҡта тейәнеп килеп етә торғайны. Уколдан килгәс, атаһына алып килгән күстәнәстәрен бирҙе, әбейенең сәләмен әйтте.
    - Әсәң менән хыялланып бөткәйнек әле, һинең эшләгән яғыңды барып күрергә. Мына мин ауырып китеп хөртөрәк булды. Йә, арыуланып ҡайтһам, алла бирһә, барырбыҙ ҙа әле. Әбейеңде маҡтап яҙғас хатыңа, әсәң ни ҡыуанысынан илап ебәрҙе. Ярай, инде, ситнәтмәгәс. Сәләм әйтерһең күп итеп. Иҫән-һау булһын. Үҙең дә ҡәҙер ит әбейеңде.

    Аталы-ҡыҙлы һағынышлы ҡараштарын бер-береһенә төбәп оҙаҡ ултырып һөйләштеләр. Атаһы инде, бахыр, күҙен алманы ҡыҙынан. Асия атаһын йәлләп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡала. Хушлашыуы ауыр булды. Икәүләшеп иланылар. Асия иренен тешләп бөттө, иламаҫҡа тырышып, барыбер тыйыла алманы. Атаһы ҡосаағына алып хәлһеҙ генә ҡулдары менән оҙаҡ ҡына арҡаһынан һөйҙө ҡыҙының. Ҡасандыр ошо хәлһеҙ ҡулдар уны күккә сөйөп һөйә ине лә баһа!

    Әллә ҡыҙын һуңғы күреүен һиҙҙе Хәниф ағай, янынан ебәргеһе килмәне Асияны. Тоноҡ ҡына күҙҙәре менән бик оҙаҡ яратып
    текләне. Күргәндәй булып ҡалайым тигәндер, бахыр. Үҙе ҡыуанып һөйләнә:

    -Эй, рәхмәт инде, ҡыҙым, ваҡыт табып, ишетә һалып килеп еткәнең бит әле хәлемде белергә. Былай ҙа ятһам да, торһам да һине уйлап, күргем килеп йөрөй ине. Күңелем булды. Имен-һау ҡайтып ет. Һәйбәт эшлә. Ошоға тиклем йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ, инде бынан һуң да ҡыҙарырға яҙмаһын. Әсәйеңде уйлағыҙ. Йөҙөнә ҡара яҡмағыҙ.

    -Алып килгән шоферың килгәндер, көттөрмә. Миңә лә системаға ваҡыт етте, -тип ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тороп ҡалды. Асия йәшле күҙҙәрен һөртөп, атаһын ҡосаҡлап үпте лә:

    - Ярай, атай, тиҙерәк йүнәл, мин тағы килермен, -тип ашыға-ашыға ишеккә атланы. Артына әйләнергә лә уйлағайны, атаһына күҙ йәштәрен күрһәткеһе килмәне. Был һуңғы күрешеү булыр тип башына ла инеп сыҡманы Асияның. Ҙур ергә килгәс, терелер тип өмөтләнгәйне. Атаһына ун көндән операция яһағандар, әммә йөрәге ауыр операцияны күтәрә алмаған. Операция өҫтәлендә йән биргән. Каникулға ҡайтҡанда атаһының хәлен белеп, һуғылырға уйлап йөрөй ине. Иртәгә каникулға сығабыҙ тигән көндө, мәктәптән ҡайтып килгәндә, атаһының үлеүе тураһында почтальон телеграмма тоттороп китте. Күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып ингән ҡыҙҙы күргәс, Фатима әбей шунда уҡ насар хәбәр алғанын һиҙҙе. Әмәлгә ҡалғандай, директорҙың өйҙә юҡ сағы. Мәктәпкә яңы спортзал эшләтеү ниәте менән һуңғы арала көн аша шуның артынан йөрөй. Әле бында, әле тегендә, йә документ, йә материал хәстәрләй. Кисә-бөгөн дә мәктәптә булманы, Өфөгә сыҡҡан, тигәйне завуч. Ҡайғынан илап шешенгән ҡыҙҙы шул тиклем ҡыҙғанды әбей. Бер аҙ үҙенең ҡайғыһы яңырып, ҡуша илап алды.
    -Балам, мин персиҙәтел Хәбиргә шылтыратайым, әллә Өфө яғына машиналар сыға торған, иртәгә машина сыҡмаҫ микән, -тип телефон номерын йыйҙы.

    -Ике машина сыға, ундай хәл булғас, һис һүҙһеҙ, бер машинала урын ҡалдырабыҙ, иртәнге етенән дә ҡалмай правлениеға килеп етһен , -тип хәбәр итте председатель. Асия мәктәпкә барып, завуч Фирая Агзамовнаға хәбәр итте лә ҡайтып, уныһын-быныһын йыйҙы, юлға әҙерләнде. Фатима әбей ваҡ-төйәк күстәнәсен бирҙе. Артыҡ нәмә алырға тырышманы. Ҡайғыһы баштан ашҡан. Бигерәк тә әсәһен уйлап ҡайғырҙы. Инде ни эшләр?Атаһы менән бер йән инеләр бит. Ни тиһәң дә илле йылға яҡын ғүмер итеп киләләр ине. Икеһе лә эш өсөн үлде. Кәртә тулы мал. Ярай, барып күреп ҡалған. Шул әҙерәк күңеленә йылы бирә. Атаһының һәр һүҙе ҡолағында яңғырай. Әйтерһең, васыятын еткергән. Эйе, һәр үлем үкенесле шул.

    Асия аҙнанан ашыу йөрөп, иртәгә уҡыу тигән көнө, кискә саҡ килеп етте Юрғаштыға. Алай ҙа ғына белгәндәй, Фатима әбей мунса яғып ҡуйған. Арыған, йонсоған Асия юлдан килеп, бер сынаяҡ сәй эсте лә тиҙерәк мунсаға китте.

    Иртәгеһенә эшкә барып, кабинетына инеү менән, артынса директор килеп инде.

    -Асия Хәнифовна, һуңғы ваҡыттарҙа төҙөлөш эше менән мәктәптә һирәк булынды, атайығыҙ мәрхүм булып ҡалған икән, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Нисек йөрөп килдегеҙ?Юлдар арытҡандыр инде. Аңлайым, ауыр ҡайғы. Әммә бирешмәгеҙ, ял кәрәк булһа, дәрестәрегеҙҙе алмаштырайыҡ, бөгөнгә ял итегеҙ, -тиһә лә Асия ризалашманы.

    Ҡара көҙ ҡышҡа алышынды. Ноябрҙең һуңғы аҙналары ерҙе тоташтан ап-аҡ юрғанға күмде. Тирә-яҡ аҡҡа сорналды. Тәбиғәттең ағы бер аҙ күңелгә лә аҡлыҡ, күтәренкелек өҫтәне. Көндә яуған аҡ ҡар донъяны нурға күмде. Көрт тәрәнәйҙе. Декабрь сасҡау һыуыҡтар менән тыуҙы. Аҙнаға яҡын ҡоро сасҡау һыуыҡ торҙо ла тағы көн болотҡа тартты. Бер аҙ йылытып ебәрҙе. Яңы йылға ла күп ҡалманы.

    Асия әсәһенең хәлен белешеп хатты йыш яҙа. Хатында мөмкин тиклем әсәһен йыуатырға тырыша. Әлдә апайҙары бар, алмашлап әсәләренә хәл белергә киләләр. Асия алыҫ булыу сәбәпле, ҡышҡы каникулды көтөп, көндәрен һанай.

    Ҡыштың үтә ҡыҫҡа көндәре, таң ата ла кис була. Мәктәптә лә Яңы йылға әҙерлек башланды. Иртән мәктәпкә килгән Асия, ҡайһы ваҡыт күҙ бәйләнгәс кенә ҡайтырға сыға. Класы менән сценарий әҙерләй Яңы йыл кисәһенә. Бөгөн дә әллә нисә тапҡыр репетиция үткәреп, уҡыусыларҙы оҙатып, ҡайтырға торғанда кабинетҡа Рәмис Хәмитович килеп инде. Атаһына барып ҡайтҡандан һуң бик осрашыу форсаты булманы икәү арала. Ул спортзал төҙөтөү эшенә бәйләнеп китте. Унда-бында йөрөнө. Ул арала Асияның атаһы мәрхүм булып, мәшәҡәтле осор тыуып китте. Элекке һымаҡ директорҙан ҡасып-боҫмаһа ла осрашҡанда һаулыҡ биреү менән генә сикләнде ҡыҙ. Атаһының ҡайғыһы менән Рәмис менән булған ваҡиғаны онотоп та бөткәйне. Әле бына ҡапыл килеп ингәс, һораулы ҡарашын директорға төбәне.

    -Асия, үҙең минең менән кәңәшләш тигәйнең, шуға кәңәшкә индем , иртәгә филармония концерт менән районға килә, билет алһам, барырһыңмы?-тип янына килеп баҫты. - Кире ҡаҡма инде был юлы, барайыҡ әйҙә. Әбейеңә бөгөн әйтеп ҡуйырһың, әгәр ҡыйынһынһаң, үҙем һорап алып китәм, -тип Асияның ҡулдарынан тотоп алды, күҙҙәренә текләне. Ҡыҙ бер аҙ уйланып торғас:

    -Ярай, һөйләшеп ҡарармын, былай ҙа ҡайтырға йыйынғайным-, тип сумкаһын алып ишеккә ыңғайланы.

    -Әйҙә оҙатып ҡуяйым үҙеңде, тышта ҡараңғы бит , -тип артынан эйәрә башлағайны ла Асия:

    -Үҙем ҡайтам, кәрәкһә, башҡа ваҡыт оҙатырһығыҙ, - тип ишекте асты.

    -Ярай , улайһа хәйерле кис, иртәгәгә тиклем, -тип ишеккә тиклем оҙатып килде лә кире боролоп, кабинетына ыңғайланы директор. Рәмистең ҡыҙҙы ҡармаҡлауын коллективта һиҙҙеләр. Ауылда ла йүкә телефон шәп эшләй. Кем нимә уйлағандыр, береһе лә тышҡа сығарманы. Фатима әбей генә икенсе тапҡыр райүҙәккә концертҡа барып ҡайтҡас, ҡыҙҙың күңелен ҡалдырмайым тинеме:

    -Ҡороҡ һалды шикелле, балам , һиңә директорың, бер ҙә юҡҡа ураған һайын концертҡа, тамашаға саҡырмайҙыр. Үҙең ҡара, мин әйтеремде әйттем. Егет алам тигәнен ала ул, бына ҡыҙҙар ғына барам тигәненә баралмай, егет алмаһа. Әйткән ти бит бер ҡыҙ, минең дә генералға барғым килә ине, алманы тип. Матур йөрө, әсәйең әле атайың ҡайғыһынан арына алмай, берүк алданып ҡуйма. Был егетте күп ҡыҙҙар менән йөрөп йышылған тип ишеттерҙеләр әле миңә, һаҡ бул –тип ҡыҙҙы иҫкәртте.
    Тама-тама тамсы ташты ла тишә тейҙәр. Рәмис тә иғтибары менән Асияның күңеленә үтеп инде. Ҡыҙ әкренләп егеткә ылыға башланы. Саҡырған еренә барҙы. Алып килгән күстәнәс- бүләктәрен дә ҡабул итте. Еңеүгә ирешкән егет йәнтәслим һөйөүен иҫбат итергә тырышты. Инде хәҙер улар араһындағы мөнәсәбәт ауыл халҡы өсөн дә яңылыҡ түгел.

    Дилбегәне ҡыҫҡа тоторға уйланы директор. Ҡышҡы каникулдан килгәс, Асияға тәҡдим яһаны. Ҡыҙ шунда уҡ ризалыҡ бирмәне.

    -Беҙ әле бер-беребеҙҙе белеп бөтмәнек, ашыҡмайыҡ, әсәйем дә ҡайғыһынан арынып етмәгән, -тип ипле генә аңлатты ҡыҙ егетенә.

    Көндәр яҙға тартылды. Арыуыҡ көн оҙайҙы. Ҡояш та әкренләп юғарыға үрмәләй. Күңелдәрҙе март еҫе ҡытыҡлай. Ҡыйыҡтарҙан тамсы тама. Иртәле –кисле һыуыта.

    Фатима әбей баштараҡ ҡул ҡуймайыраҡ маташһа ла Асия менән Рәмистең дуҫлығына тора-бара күнде.

    -Кем белә, бәлки, атаһына оҡшаһа, арыуҙыр. Ни тиһәң дә килеп һорап алып китә, әйткән сәғәтенә алып килеп ҡуя. Уҡыған, төҫө -башы бар. Ер аяғы ер башынан килгән берәүҙең бер аяулы балаһын ҡаҡмаһа була, - тип уйланы.

    Көн артынан көн үтте. Асия ауылға ла, коллективына ла буйтым өйрәнде. Ауыл йәштәре менән танышты. Клубта төрлө кисәләр, концерт ойоштороуға ярҙам итте. Ата-әсәләр менән дә әүҙем эш алып барҙы. Алыҫтан килгән ҡыҙ үҙенең матур холҡо, таланты, эше менән коллегалары араһында ихтирам яуланы. Ауыл халҡы, ата-әсәләр ҙә яратып өлгөрҙө. Бик күп егеттәрҙең йөрәге янды ҡыҙ өсөн. Әммә береһе лә Рәмис һымаҡ әрһеҙлек күрһәтмәне. Ауыл йәштәре менән аралаша башлағас, үтә ныҡ әрһеҙләште егет. Асияның клубта икәнен белһә, клубҡа килеп етә һала. Әллә ауыл егеттәре һалдырып алыр тинеме, артынан бер тотам ҡалманы.

    Оҙон ҡыш үтеп, ниһайәт, ер өҫтөнә тулыһынса яҙ хужа булып алды. Көндәр йылытыу менән бөтә тереклек үҙгәреш кисерҙе. Ҡояштың йылы нурҙары күңелдәрҙе иркәләне. Ҡарҙан яңы әрселеп кибергә өлгөргән урындарҙа күгүлән морон төрттө. Яҙ һулышы бөтә ергә
    батшалыҡ итә. Ағастарҙа бөрөләр тиртә. Бына-бына тәбиғәт йәшел төҫкә сорналырға тора. Йөрәк елкенә. Хистәр таша. Бер көндө Асия дәрестән ҡайтып, ашағас, иҙәндәрҙе йыуып алды. Өйгә һыу ташыны ла ял итеп ҡайтыу ниәтенән ҡаршылағы тауға йүнәлде. Илаһи хозурлыҡты яҡындан күҙәтергә, күңеленә һеңдереп ҡалырға уйланы. Һуңғы арала әсәһенең хаты ла оҙаҡланы. Ҡышҡы каникулдан һуң ҡайта ла алғаны юҡ. Яҙғы каникулда әсәһе бысраҡ, һыу-күл ваҡытында ыҙалап йөрөмә тип яҙғас, ҡайтмағайны. Һағынды, өҙөлөп һағынды. Хат менән генә һағышты баҫырлыҡ түгел. Хайран ҡалды ҡыҙ, яңы терелеп килгән тәбиғәткә. Ул һауаның сафлығы! Бына ҡайҙа йәшеренгән йән тыныслығы! Күк йөҙө төпһөҙ зәңгәрлектә. Бейектә, бик бейектә йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар сылбыры күренә. Тау башын, асыҡ урындарҙы йәшел үлән ҡаплап өлгөргән. Асыҡ, тигеҙ урындарҙа һары умырзаялар сәләм бирә. Ағастарҙа бөрөләр асылған. Бына –бына улар өҫтәренә йәшел күлмәк кейергә тора.

    -Беҙҙең Олотауҙа ла ошо хозурлыҡтыр инде, -тип ирекһеҙҙән тыуған яғын иҫкә төшөрҙө ҡыҙ. Бала саҡтарында атаһы мәрхүм арбаһына тейәп алыр ине урамдағы ҡырыуар баланы. Ҡайын һыуына, еләккә, йә муйылға алып китер ине. Бер ҙә генә эшем бар, ҡаҡшатмағыҙ, тип әйтә белмәне. Әле былтыр ғына ла, әсәһен, апайҙарын алып еләккә йөрөттө ат егеп. Эй, иҫләргә генә ҡалды. Уҡыуҙан көтөп алған Асияһын, эштән көтөп алырға насип булманы ҡәҙерлеһенә. Эшләп аҡса ала башлаһам, атайымды баштан –аяҡ кейендерермен, тигән уйы ла хыялда тороп ҡалды.

    -Асия, бына һин ҡайҙа икәнһең, тәки таптым, -тигән тауышҡа тертләп артына ҡараһа, Рәмис тора. -Барыбер эҙләп таптым. Ни эшләп миңә лә әйтмәнең, бергә менер инек. Әле әбейеңдән һорап белдем, -тип ҡыҙҙы ҡосағына алды. -Бәй, әллә илаған инде?Ниңә, берәйһе йәберләнеме әллә?-тип ҡыҙҙың күҙ йәштәрен һөрттө, етәкләп алды һөйгәнен.

    -Рәмис, атайымды һағындым, ҡосағында иркәләнеп, арҡамдан һөйҙөргөм килә, - тип егеттең күкрәгенә башын һалып шым ғына иларға кереште Асия. Оҙаҡ торҙолар улар шулай. Ҡыҙҙы тынысланғансы тотто ҡосағында егет. Иркәләне, наҙланы, һағышын баҫырға тырышты. Әҙерләнеп килгән тау башына Рәмис. Юлдың теге ситендә ултыртҡан машинанан алып килеп түшәк йәйҙе. Матур ғына ашъяулыҡ түшәп, вино ултыртты, сок менән ҡиммәтле шоколад ҡуйҙы. Студент саҡта туған көндәрҙә ҡыҙҙар менән Асияның вино тәмләгәне бар ине. Күңелендә тыуған һағыштарҙы баҫыр өсөнмө, Рәмистең һыйынан баш тарта алманы. Тәҡдим иткән бер рюмканы ялындырмай эсеп ултыртты. Бер аҙҙан күңеле күтәрелгәндәй булды. Рәмистең теле-телгә йоҡмай, матур һүҙҙәре яуҙыра. Хатта Асияны ҡарата алыу шатлығын да йәшермәне. . Икенсе рюмканан һуң башы әйләнеүен тойған ҡыҙ егет нисек кенә ҡыҫтаһа ла рюмканы башҡаса тотманы. Рәмис иркәләне ҡыҙҙы. Сәстәренән һыйпаны, маңлайына төшкән сәстәрен йыйҙы. Татлы ирендәрҙән оҙаҡ-оҙаҡ һурып үпте. Шул арауыҡта етеҙ
    ҡулдар тығыҙ түштәрҙе лә ҡапшаны. Ҡыҙҙың леп-леп типкән йөрәк тибешен тойоп кинәнде. Ни ғәжәп, вино тәҫьир иттеме, башҡа ваҡытта егеткә артығын рөхсәт итмәгән ҡыҙ ҡаршылашманы. Был уғата ярһытты егетте. Уның һайын шашып үпте ҡыҙҙың муйындарын, түштәрен һәрмәне. Ҡыҙҙы наҙы, эҫе тыны менән илертеп түшәккә йыҡты. Шул саҡ аңына килдеме, Асия тыпырсынып:

    -Рәмис, ярамай, теймә миңә, үтенеп һорайым, -тип ҡалҡына башланы. Тик көслө ҡулдар уны ысҡындырырға теләмәне. Һүҙ әйтергә ирек бирмәй ирендәрен бер туҡтауһыҙ һурып үпте. Шул арала етеҙ ҡулдар аҫҡа йүгерҙе, һыйпаны, салбар төймәләрен эҙләне. Ҡыҙҙың тыпырсынып илауы ла егетте туҡтатманы. Ҡыҙҙың түштәрен асып ҡомһоҙланып үбә башланы. Уларҙы болотҡа олғашҡан, япа-яңғыҙ ҡайындар араһында дәһәйеп ултырған ҡарағай күҙен йоммай күҙәтте.

    Егеттең минеке буласаҡһың тигән теләге бөгөн көслөк менән тигәндәй тормошҡа ашты. Рәмис күҙ бәйләнеп, ҡараңғы төшкәндә ҡыҙҙың сафлығын алып бәхеттең етенсе ҡатында йөҙһә, Асия нимә булғанын төшөнә алмай, ултырған килеш оҙаҡ иланы.

    -Нимә эшләттең мине, Рәмис, әсәйемдең күҙенә нисек ҡарармын, һин бит мине мәсхәрәләнең, аңлайһыңмы, шуны, тип буҫығып, тыйыла алманы. Көскә-көскә йыуатып, Фатима әбейҙең ҡапҡаһына килеп туҡтағанда, донъя ҡараңғылыҡҡа сумғайны.

    Һуңғы арала һурышып, ябығып киткән Асияға Фатима әбей аптырай төштө. Элек ул-был хәбәре булһа һөйләй ине. Хәҙер хәбәр ҙә һөйләмәй, һорағанға ғына яуап бирә. Уныһында ла эйе, йә юҡтан уҙмай. Бешергән ашты ла айырмай ашай торғайны, ашауының да рәте китте. Дәрестән ҡайтһа ла хәҙер бүлмәһенән сыҡмай, башы ауыртыуға һылтанып ята ла ҡуя. Башына килгән уйҙан үҙе ҡурҡып китте Фатима әбей. Шулай ҙа әбейҙең һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ай үтеүгә Асия үҙенең ауырға ҡалғанын белде. Ни ғәләмәт, һуңғы арала ураған һайын кабинетҡа инеп йөрөгән Рәмис һирәкләй башланы. Донъя алмаш тигәндәй, ҡыҙ хәҙер үҙе ҡарауыллай егетте. Бер көндө дәрестәр бөткәс, бөтә ҡыйыулығын йыйып, үҙенең ауырлы икәнен әйтергә директор кабинетына инде. Быны көтмәгәндер инде егет, нимәлер яҙып ултырған еренән туҡтаны ла, ауыҙын йырып:
    -Ни йомош , Асия Хәнифовна! Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, әйтегеҙ йомошоғоҙҙо, беҙ бит ят кешеләр түгел, -тигән булып шат йылмайҙы. Асия иламаҫ өсөн, иренен тешләп:

    -Рәмис Хәмитович, мин оҙаҡҡа түгел, йомошом да юҡ, бары тик үҙемдең ауырлы икәнемде һеҙгә әйтергә индем. Эйе, минең балам буласаҡ. Хәҙер мин һеҙгә кейәүгә сығырға ризамын.

    Күҙе түбәһенә менгән Рәмис ауыҙы ла ҡыйшаймай:

    - Ә ул минең баламы, һеҙ яңылышмайһығыҙмы? –тимәһенме. Күҙ йәшенә быуылып Асия:
    -Нисек оялмайһығыҙ, минең һеҙгә тиклем дә, һеҙҙән һуң да бер кемем дә булманы-тип аҙарына башлағайны, коллегалары ишетер тип ҡурҡтымы, әллә йәлләнеме, Асияны ҡосағына алды.
    -Ярай, шаярттым ғына бит, мин әллә ҡасандан өйләнергә әҙер. Ярай илама, өйҙәгеләр менән кәңәшләшермен, өйләнешербеҙ. Тик әлегә был турала берәү ҙә белмәһен йәме-, тигәс ҡыҙ бер аҙ тынысланды.

    Фатима әбей ҡыҙын аңлай алмай бер булды. Әллә атаһын һаман уйлап ҡайғырамы?Ҡайтмағанына ла арыу ғына булып китте, әллә шулай ныҡ һағындым?Барыбер, осона сыға алманы.

    Йома көнө кис, тамаҡ ашап, әбей телевизор ҡарарға, Асия әсәһенә хат яҙырға ултырҙы. Тышта эт өрҙө. Унғанса булмай даһыр-доһор берәү өйгә килеп инде. Фатима әбей алғы өйгә сығып ҡараһа ғүмере тупһаға аяҡ баҫмаған директорҙың әсәһе Рима тора. Аптырап китте Фатима әбей:

    -Үтегеҙ, әйҙә, - тигән булды.

    - Фатима апай, Асия тигән уҡытыусы ҡыҙҙы һиндә йәшәй тигәйнеләр. Шул ҡыҙ кәрәк ине миңә. Ҡайҙа ул, өйҙәме?-тигәс йөрәге жыу итеп ҡалды.

    -Өйҙә, Асия балам, һиңә килгәндәр, сыҡ әле был яҡҡа, - тине лә үҙе төпкө бүлмәгә үтте. Асияны күреү менән Рима:

    -Ә, һинме ни әле минең баламдың башын ашарға йөрөгән ҡыҙ. Бына нимә, йә минең баламды покойҙа ҡалдыраң, йә мин һине ҡыуҙырам үҙ илеңә. Нимә, үҙ илеңдә ир тапманыңмы? Бында килеп Рәмискә йәбешеп сығырға уйлаған икән берәү? Ҡуҡыш, һиңә эләкмәйәсәк, Рәмис, белдеңме? Бала менән ҡурҡытып тороп. Ул бала кемдекелер әле. Балалы бисә алырға минең улымдың башына тай типмәгән. Иларҙан алда түшәлеп ятмаҫ кәрәк ине, кем етте шуға. Хәҙер атай эҙләйеңме балаңа?Бынан ары минең улыма яҡынлайһы булма. Башың эшләй икән, кемгә йәбештерегә белә балаһын, -тип туҙынған ҡурҡыныс ҡатынға һүҙ әйтеү түгел, ҡарай ҙа алманы Асия. Ҡолап китмәҫ өсөн ултырғысҡа ултырып, башын баҫып өнһөҙ иланы ла иланы. Баштараҡ ни икәнен аңламаған Фатима әбей эштең айышына төшөнгәс тә төп яҡтан килеп сыҡты:

    -Рима, һинең дә кем икәнлегеңде бик яҡшы беләбеҙ. Бынамын тигән Хәмиткә һине лә йәбешеп сыҡты тинеләр. Хәҙер әллә кем булып торһаң да. Яҡшы саҡта дуй бынан, хәҙер атыу һиңә лә управа табылыр, бынағайыш. Минең өйөмә килеп тороп, даулашып торорға һиңә кем рөхсәт бирҙе әле. Һинең малайыңдан башҡа берәү ҙә тапаманы минең тупһаны. Рәмисең килде көн аша, унда һорап, бында һорап. Оятһыҙ, битһеҙ, хәҙер әсәһен ебәреп ултыра. Иртән мин барам мәктәпкә даулашырға. Берәүҙең бер ғәзиз балаһын рәнйетеп, бәхетле булырмы икән балаң?- тип йән асыуы менән бер тынала дыуылдатып, борҡотоп сығарып ебәрҙе Риманы.
    Рима сығып киткәс, күҙ йәштәренә быуылып илаған Асияны ҡосаҡланы ла үҙе лә илап ебәрҙе:

    - Эй, балам, балам, әйткәйнем дә бит һиңә, ҡул да бирмәгәйнем, ни эшләп кенә тыңламаның ?Ҡалайтаһың, хәҙер илауҙан файҙа юҡ. Күпмелек һуң?Рәмис нимә тине?Былай ҡалдырып булмаҫ. Мәктәп, ауыл белә һинең арттан бер тотам ҡалмай йөрөгәнен. Һуңғы арала бик килмәй ҙә башланы әле. Ахырлай ҙа кис тимәй, төш тимәй һине һорап килә лә етә торғайны. Ала, алмай ҡайҙа барһын. Алдыртабыҙ беҙ аны. Вәт эт нәмә, әсәһенең ышығында ҡасып ҡалырға уйлай. Үҙ балаһын танымаһа, танытырбыҙ. Партийный буғай әле Рәмис, партком Ғәли кейәү менән кәңәшләшербеҙ бик булмаһа, әсәһенең һүҙенә төшөп киреләнеп ҡараһын, ярай илама, булыры булған бит , инде ни эшләмәк кәрәк?Ҡыҙ саҡта күҙ һуҡыр була шул, ҡалайтаһың, -тигәс тә Асия:

    -Ғәфү ит, әбей, һине тыңламаным, яңылыштым, мин һеҙҙе үҙ әсәйемдәй күрәм. Рәхмәт, барыһы өсөн дә, - тип әбейен ҡосаҡлап алды.

    Дауыл нисек башанһа, шулай тиҙ баҫылды, партком мәжбүр иттеме, әллә выжданмы, Рәмис Асияны мәктәп өйөнә, үҙе янына күсереп алды. Әсәһен, апайҙарын аптыратып, мин кейәүгә сыҡтым тип, хәбәр ебәрҙе. Мәктәп профкомы хәстәре менән улар хөрмәтенә табын ойошторолдо. Коллегалары матур теләктәр, ҡотлауҙар еткерҙе, бүләкләнеләр. Тәүҙә һәүетемсә генә барҙы тормош. Эш артынан эш, көн артынан көн үтте. Рәмис менән йәшәй башлағандың тәүге аҙнаһында иренең атаһы килде танышырға. Әсәһе кешеләрҙән балалы бисәне өйөмә индермәйем тип, хәбәр генә ебәрҙе. Ҡаратамаҡҡа ла яңғыҙы ҡайтты Рәмис. Әсәһе шулай яңғыҙ ҡайтырға ҡушҡанмы, әллә индермәйем тигәнен улына ла әйткәнме, барайыҡ әйҙә , тип ауыҙ асманы. Үҙе яңғыҙ йөрөһә лә Асияның әбейенә барғанын яратманы. Хатта йәйге отпускыға ла ҡайтарманы. Асияны күрергә апайҙары ғына килеп ҡайтты. Улар килеүгә, Асия тумалаҡланып эсе беленә башлағайны.

    Йәшәүҙәренә өс ай тигәндә, беренсе тапҡыр Рәмис ике туған ҡустыһынан ҡыҙғанып, йөклө Асияға ҡул күтәрҙе. Ҡустыһы Дамир ағаһының өйләнгәнен ишетеп, хәл белергә килгәйне. Рәмис районға киткән. Күстәнәс тотоп, мин ҡустыһы тип торған кешене сығарып ебәреп булмай тип уйлап, Асия сәй ҡуйҙы, барынса матур итеп өҫтәл әҙерләне. Ире оҙаҡлағас, ҡунаҡты сәй эсергә саҡырҙы. Бына шулай ҡара ҡаршы ултырып сәй эсеү Рәмистең һарыуын ҡайнатҡан икән. Ҡустыһы сығып киткәс, мин юҡта тағы нимә эшләнегеҙ тип, бисәһенең башына һуҡты. Башҡа эләккән йоҙроҡтоң күге күҙенә төшөп оҙаҡ йөрөнө. Бер кемгә лә белгертмәне. Ни тиһәң дә директор, йә авторитеты юғалыр, -тип уйланы Асия.

    Иң ҡыйыны декретта ултырыу булғандыр. Өйҙә бер үҙе ялҡты. Әбейенә барыр ине, рөхсәт юҡ. Әллә әсәйемдәргә ҡайтып киләйемме тигәнсә:
    -Әсәйеңә ҡайтҡың килгәс, ниңә кейәүгә сыҡтың. Сыҡмаҫ кәрәк ине. Һағыналар икән үҙҙәре килеп күрһен. Ҡайтаһың икән, килмәйһең, - тип бирләнде. Өйҙә атай-әсәйҙе һөйләү ҙә тыйылды. Хаттар йәшерен яҙыла хәҙер. Бер туҡтауһыҙ хат яҙаң, мине яҙаңмы тип, бәйләнә. Үҙенең туғандарынан, ярай атаһы килеп китә. Атаһының килгәненә һөйләнмәй. Йәшәй-йәшәй Асия кеше шул тиклем дә ике йөҙлө буламы икән, тип аптырай. Һуң ул бит мәктәпкә инһә, бөтөнләй икенсе кеше. Бөтәһенә итәғәтле, иғтибарлы. Бына өйгә килеп күрһендәр ине уны. Бешергән ашың уға ашлыһыу, йыуған керең буҙарған. Ирекһеҙҙән әсәһенең һәр ризығына рәхмәт яуҙырған атаһы иҫкә төшөп, илап алып китә Асия. Яратмағас, ниңә яратам тип алды икән, үҙен алдап, мине бәхетһеҙ итеп. Бер көн Фатима әбейҙең әхирәте килеп инде, әмәлгә ҡалғандай районға сығып киткән Рәмис.

    -Балам, хәлең нисек, Фатима борсола. Көнө етәлер инде ти. Үҙе лә килмәй. Хатта һағындым ти бит. Барып хәлен белһәң ни була?

    -Рәхмәт, Тайба инәй. Бара алмайым, Рәмис өйҙән сыҡҡанды яратмай.

    Тауыш ҡуптарып ҡына тора. Бына хәҙер һеҙҙең ингәнде күрһә лә енләнәсәк.

    -Улай булғас туҡмайҙыр ҙа әле. Ҡороғор, алманың аҫылын ҡорт ашай. Үҙенә теймәҫте алып, ҡалай ул. Әсәһенең һүҙен һөйләй инде. Йәшәтмәйем мин, балалы бисәнән айыртам, ҡыҙҙан алып бирәм тип дулай ти бит һаман. Әйтерһең, үҙе әллә кем, Хәмиттең өҫтөнән күпме йөрөнө, уны ни Ҡаратамаҡтар бөтәһе лә белә. Аҡыллы иргә тап булып, кеше булып йөрөгәнен белмәй, йә, ярай, ҡуй ҡайтайым. Күреп ҡалмаһын, -тип ултырманы ла, әйләнеп сығып китте Тайба әбей.

    Көнө етә башлаған һайын борсолдо Асия. Күршеләренә лә инергә рөхсәт бирмәгән ир ҡайһы ваҡыт ҡунырға ла ҡайтмай ҡала. Ҡайҙа ҡундың тигәнгә, Ҡаратмаҡта ти. Йәне булған кеше япа-яңғыҙ көнө еткән бисәһен ташлап, ата-әсәһенең өйөндә йоҡлап ятамы?

    Асияның атаһы менән әсәһе беренән-бере айырылып тамаҡҡа ла ултырманы. Әсәһенең генә яһаған сәйен эсте, әсәһенең икмәген генә маҡтап ашаны, ашап –эскән һайын рәхмәттәрен яуҙырҙы. Матур, татыу, берҙәм ғаилә үҫкәс, минең дә ирем атайым кеүек буласаҡ ти торғайны. Юҡ шул, кешеләр араһында төрлөләре була икән. Инде нисә ай яңғыҙлыҡтан интегә йәш ҡатын. Берәү инмәй , берәү сыҡмай. Инһә, сыҡһа оло тауыш. Ауырып китһәм, өйҙә булмай ҡуйһа, ҡалайтырмын, тип ҡурҡа Асия көндәре һанаулы ҡалғас. Артыҡ мыжып та булмай, ҡысҡырырға тотона, килеп һуғып ебәрмәҫ тимә. Эскән сағы булһа ҡарап та тормай һуғасаҡ. Шуға күп ваҡыт Асия теш ҡыҫып түҙергә тырыша. Һуңғы арала ҡыҙмаса ҡайтыуҙар йышайҙы. Ҡана ла һуң һеңдереп кенә, өндәшмәй ҡуйһа. Ул-былдан сәбәп табып тауыш сығарырға ғына тора. Баштараҡ ҡаршы әйткеләгән булды Асия. Хәҙер нимә тиһә лә үҙе хәлем үҙемә саҡ ти ҙә өндәшмәүҙе хуп күрә. Унда ла бит телеңде йоттоңмо, тип ҡабара. Әкренләп кеше күнә икән көндәлек тормошона. Баштараҡ төрлөсә сағыштырып, төрлөсә ярарға тырышҡан Асия һуңғы ваҡытта тормошон нисек бар, шулай ҡабул итә башланы. Күберәк ишетмәмешкә һалышты. Бәлки, бала тыуғас, яҡшы яҡҡа үҙгәрмәҫ микән тигән өмөт тотто уны.
    Бер көн Рәмис районға китеп һала көн юғалды. Спортзал төҙөүселәр әллә нисә өйгә килделәр һорап. Ҡайтманы ла, ҡайтманы. Инде лә ҡайтманы микән , тип һорарға килгән эшсе, өйҙән сығып барғанда, Рәмискә тап булды. Мәктәпкә барып документацияларына печать ҡуйып ҡайтҡас, һорау алыу башланды. Баштараҡ Асия йылмайып, мине нимә итһен ул, һине һорайҙар, –тине ипле генә. Уның шулай йылмайып, ипле һөйләшеүе сығарынан-сығарҙы ирҙе. Ҡолата һуҡты Асияны. Ҡоторған ир бисәһе ҡолағас та туҡтап ҡалманы, йән асыуына типкесләй башланы.

    -Баланы үлтерәһең бит, баланы үлтерәһең, теймә, Рәмис, типмә инде, -тип ялбарып ҡысҡырҙы. Бисәһе ҡысҡырған һайын ботинкаһы менән типкесләне. Унан ҡалһа сәсенән һөйрәне. Башы, ҡулы бәрелде. Танауҙан-ауыҙҙан ҡан китте, ауыҙ йыртылды. Асия нисек кенә булһа ла арҡаһын ҡуйып балаһын һаҡларға тырышты, меҫкен, бисара.

    -Нимә мин алғас та , минең бала тейеңме әллә? Беләм мин һинең кем менән уйнаш иткәнеңде. Үҙ яғыңда кем буш ҡалған тейһең?Эйе, директор бисәһе булып рәхәт йәшәргә уйлағайныңмы?Бирермен мин һиңә рәхәт тормош-, тип һамаҡланы типкән һайын. Ҡапыл ишек асылды. Хоҙай тәғәлә араланы. Хәл белергә тип, килеп ингән атаһы Рәмискә килеп йәбеште.

    Күҙе-башы шеш, ҡанға туҙған Асияны машинаһына тейәп, ҡайныһы больницаға алып китте. Дежур врач шунда уҡ операцияға әҙерләргә ҡушты. Ни тиклем генә тырышмаһындар, баланы алып ҡала алманылар. Ударҙан эскә ҡан һауып, бала тонсоҡҡан. Асия өс көн реанимациянан сығалманы. Аңына килеп балаһын һораны. Балаһының үлемен ишеткәс, тағы аңын юғалтты. Килгәндән ҡабул иткән врач аҙна буйы янынан китмәне тиһәң дә була. Тик врачтың тырышлығы менән күҙен асты. Бына –бына тыуырға торған нарасайын һаҡлай алмағанға йәне әсене. Үҙен ғәйепләне. Үҙе, үҙе ғәйепле лә баһа, ни эшләп әсәһенә генә ҡайтып китмәҫкә?Тиран икәнен белде лә баһа иренең. Үҙенең туҡмалғанына түгел, тыуырға ла өлгөрмәгән балаһының туҡмалып үлеүенән йөрәгенә ҡан һауҙы. Асия арыуланғас та обходҡа ингән врач:

    -Протокол төҙөнөк, енәйәти эш ҡуҙғаттыҡ, һәр кем ҡылған ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш , һеҙҙең имза кәрәк , -тип ҡағыҙ һонғас,

    -Ултыртасаҡтармы?- тип һораны

    -Уныһын әйтеүе ауыр, беҙҙең эш түгел, һеҙ нимә, ултыртыуҙы талап итәһегеҙме?-тип һораны.

    -Юҡ, ултыртмаһындар, мин барыбер уға ҡайтмаясаҡмын, хәҙер уның менән бүлешер бер нәмәм дә юҡ. Ул ныҡ ҡурҡыныс кеше, үс алырға ярата. Төрмәгә ултырһа, әсәһенән, туғандарынан миңә покой булмаясаҡ. Шунан ҡурҡам. Туғандары ҙур урында эшләй, барыбер уны алып ҡаласаҡтар.
    -Һеҙ, нимә һөйләйһегеҙ, Асия, ҡәҙерле балағыҙҙы юғалттығыҙ шул тиран арҡаһында, үҙегеҙҙе саҡ алып ҡалдыҡ, нимә, шул кеше хәҙер яуапһыҙ ҡалырға тейешме, юҡ, уға яза тейеш. Ниндәй яза, уныһы беҙҙең эш түгел, -тип текләп торғас, ахырҙа имзаһын ҡуйҙы.

    Больницала арыуыҡ ҡына ятырға тура килде Асияға. Кеше танығыһыҙ ҡыҙ тора –бара үҙ асылына ҡайтты. Сәсен йыуып, тәбиәләне. Фатима әбей ике тапҡыр аш бешереп ебәрҙе кейәүенән. Районға килгән коллегалары инеп хәл белде. Хатта уҡыусыларына тиклем килде хәл белергә. Һорағандарына яуап бирҙе, ҡыҙыҡһынмағандарға бер нәмә лә һөйләмәне, һөйләргә теләге лә булманы. Ундай хәлде тоҡҡа тыҡһаң да тишеп сығыры билдәле. Рәмистең атаһы көн һайын килде хәл белергә. Баланы ла алып ҡайтты ерләргә. Баштараҡ Асияны күреү менән илай ҙа ҡуя ине. Реанимацияла ятҡанда ике тапҡыр Рәмис үҙе лә килгән. Врач ныҡ һөйләшкәнме, шөрләнеме, әллә Асияның үҙен ғәфү итмәҫен белдеме, башҡаса килмәне.

    Баштараҡ балаһы минут һайын иҫенә төшөп үҙәге өҙөлдө. Тора-бара әкренләп тынысланды. Врач Таһир Азатович обходҡа ингән һайын:

    -Бик бөтөрөнмәгеҙ, әле йәшһегеҙ, балағыҙ буласаҡ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, -тип йыуатты. Асия бүлмәләштәренән Таһир Азатовичтың утыҙ йәштә булып, әле булһа өйләнмәүе, шәп белгес, күп ҡатындарҙың ихтирамлы врачы булыуы тураһында информация алды. Эйе, шулайҙыр, медсестра Асияға операциянан һуң күҙен асҡас та:

    -Балаҡайым, күҙеңде асмай хәлең юҡ , Таһир Азатович өс көн буйы тик һинең янда йоҡламаны ғына-тип ҡыуанғайны.

    Бөгөн обходҡа ингәс, врач Асияға ҡарап:

    -Иртәгә һеҙҙе сығарабыҙ, обходтан һуң минең янға инерһегеҙ, больничный тултырыр кәрәк, -тип яғымлы ғына өндәште. Уртаса буйлы, ҡарамаҡҡа һөйкөмлө генә, аҙ һүҙле врачтан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлә. Ауырыуҙарға айырыусы иғтибарлы.

    Больничныйын алырға ингәс:
    -Асия, шул тиклем йыраҡтан был яҡтарға эшкә килгәнһегеҙ. Үҙегеҙҙең яҡта эш юҡ инеме ни?Бигерәк йыраҡ. Ата-әсәйһеҙ, туғандарһыҙ, ҡыйындыр бит. Тағы етмәһә, яҙмышығыҙҙы шундай кеше менән бәйләгәнһегеҙ.

    - Мине ВУЗ йүнәлтмә менән ебәрҙе. Яҙмыштыр инде. Күрәсәгең булһа, күркә тапап үлтерә тигәне, шул минең хаҡталыр инде. Инде күҙҙе асып ҡарарға һабаҡ булыр.

    -Хәҙер кемгә ҡайтағыҙ, һуң унда?Әле генә йыраҡ юлға сыҡмағыҙ инде, нығынмайынса, берүк һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе. Мин үҙем генә беләм һеҙҙең ғүмерегеҙ өсөн нисек көрәшергә тура килгәнде. Тиран менән һеҙгә тағы судта осрашырға тура киләсәк. Сабырлыҡ теләйем һеҙгә. Хәҙер беҙҙең скорый машинаһы һеҙҙең яҡҡа сыға. Шуға ултырып төшөп ҡалырһығыҙ йәме, - тип йылы ғына хушлашты.

    Асия тура Фатима әбейгә ҡайтты. Ун биш көндән Асияны судҡа саҡырҙылар. Судҡа шаһит булараҡ ҡатнашҡан Таһир Азатович
    машинаһы менән үҙе килеп алды ҡыҙҙы. Судҡа Рәмис ике апаһы, бер погонлы еҙнәһе, әсәһе менән килгән ине. Әле ҡасан ғына тиран ир, бахырға әйләнгән. Элекке ут күҙҙәр һүнгән, күтәрелеп ҡарарға ла эшкинмәй, ҡарашын йәшерә, күберәген аҫҡа ҡарай, үҙен тынысһыҙ тота. Асия суд һорауына ғына яуап бирҙе, бер туҡтауһыҙ ажғырып –екергән Рәмистең әсәһенә иғтибар итмәне, апайҙарының мыҫҡыл итеүе ла яуапһыҙ ҡалды. Үҙен тәрбиәле, сабыр, тотто. Йөрәге ҡушҡанса, аҡыл менән эш итте. Рәмистең суд буйы башы күтәрелмәне, суд һорауына ла көсәнеп яуап бирҙе. Әсәһенең бер туҡтауһыҙ ҡысҡырыуына, судъя штраф һалды. Бер апаһын Асияға һүгенеп ҡысҡырған өсөн судья суд залынан сығарып ебәрҙе. Уҡымышлы, вазифалы кешеләрҙең дә балаларының тәрбиәһеҙлегенә иҫе китте ҡыҙҙың. Үҙенең ябай ғына, эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәненә мең шөкөрҙәр ҡылды. Судта Таһир Азатович та шаһит булараҡ һөйләне. Ниндәй хәлдә ҡабул итеүе, күпме дауалауы тураһында бәйән итте. Тиран үҙ язаһын алырға тейеш , тип тамамланы ул һүҙен.

    Һуңғы һүҙ Асияға бирелде:

    -Мин ниндәйҙер айырым яза һорамайым. Закон буйынса ниндәй яза тейеш, үҙегеҙ ҡарағыҙ. Әлбиттә, бына-бына яҡты донъяға тыуырға торған баламды туҡмап үлтерҙе, быны минең йөрәгем дә, аҡылым да ғәфү итмәйәсәк. Хөкөм ҡарарын һеҙгә тапшырам.

    Судья ҡатын хөкөм ҡарарын тотоп сыҡҡас, һүҙ башланы:
    - Рәмис Хәмитович, һеҙҙе аллаһы тәғәлә һынамаҡҡа матур, аҡыллы, тәрбиәле ҡыҙ менән бүләкләгән. Һеҙ уның ҡәҙерен белмәнегеҙ. Башҡаса бындай бәхетте ҡулға төшөрә алһағыҙ ярай ҙа ул. Икеле. Бөгөн ошонда ултырған йәш, матур, һөйкөмлө ҡыҙҙың аҡылына хайран ҡалдым. Ниндәй ата менән әсәнән шундай матур тәрбиә алды икән тип уйландым, шул ата-менән әсәгә эстән рәхмәт әйттем. Ә һеҙҙе, Рима Рауиловна, оло йәштәге ханымды, ошо йәш кенә баланан өлгө алырға саҡырыр инем. Бөгөнгө тәртибегеҙ үҙегеҙҙең дә, ҡыҙҙарығыҙҙың да бер ниндәй рамкаға ла һыймай. Етмәһә, үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа уҡытыусы. Ысын уҡытыусы бына һеҙҙең ҡаршыла ултыра. Иманым камил, ул үҙенең бәхетен барыбер табасаҡ.

    Суд Рәмискә йөҙ мең штраф һәм ике йылға шартлы хөкөм итергә тигән ҡарар сығарҙы. Бер ниндәй язаһыҙ ҡалыр тип , ышанып килгәндәрме, суд бөтөү менән туғандары күмәкләшеп Асияға ябрылды. Тик Таһир Азатович уларға хут бирмәне, ҡыҙҙы етәкләп тигәндәй залдан алып сығып китте.

    -Ишетмә, ундай кешеләрҙең һүҙҙәрен, дөрөҫөн әйткәндә, ултырырға тейеш ине ул тиран. Үҙ балаһын үлтергән кешене кеше тип тә атамаҫ инем. Закон йомшаҡ шул, шундай бәндәләргә, –тип әсенде.

    Судтан һуң күп тә тормай Рәмис Хәмитович эштән сығып ҡайҙалыр юғалды. Өфөгә киткән тинеләр. Мәктәптә директор эше Фирая Агзамовнаға йөкмәтелде. Үҙенең урынына завуч итеп Асияны
    тәғәйенләне. Ҡыҙ мәктәп эшен һағынып өлгөргән ине. Бер йылдай ҡулға -ҡул тотоношоп эшләнеләр Фирая Агзамовна менән. Коллектив татыу, көслө уҡытыусылар менән тупланған. Завуч булараҡ, районға, семинарға йыш йөрөнө Асия. Таһир Азатович менән икәү аралағы дуҫлыҡ әкренләп мөхәббәткә әйләнде. Быйыл өс йыл тула, шуны тултырам да, үҙебеҙгә ҡайтам , тип йөрөгән Асия , икенсегә бәхетен һынап ҡарарға булды. Йәйгелеккә отпускыға Таһир менән ҡайтты тыуған яғына. Әсәһе апайҙары яҡын булғанғамы, бик үк ҡаршы булманы, фатихаһын бирҙе. Көҙгөлөккә Таһирҙың ата-әсәләре бик матур туй үткәрҙеләр. Асияның туғандары ла килде. Йәштәргә больницанан квартира бирҙеләр. Асия Юрғашты мәктәбенән райондың беренсе мәктәбенә күсеп эш башланы. Хәҙер инде ике ҡыҙ үҫтерәләр. Береһе балалар баҡсаһына йөрөй, икенсеһе өсөнсө класта уҡый. Йыл да машина менән берәр айға тыуған яғына алып ҡайта Таһиры. Әсәһе хәҙер бәләкәй апаһында йәшәй. Асия күсеп килгәне бирле мәктәптә әҙәбиәттән уҡыта. Юрғаштыға ла йөрөйҙәр Фатима әбейҙең хәлен белергә. Һуңғы йылдары ҡартайып китте әбей. Асияның ҡыҙҙарын ярата. Килеүҙәрен көтөп кенә тора. Таһиры хас та атаһы холоҡло. Тыныс, кешелекле, ҡыҙҙар өсөн дә, ҡатыны өсөн дә өҙөлөп тора. Эшендә абруйлы белгес. Ҙурҙан йорт төҙөп яталар. Быйыл көҙгә бөтөрөп инергә иҫәп тоталар. Бына бөгөн балалы бисәнән һалдырған Мәлгинә тиҙҙән уларҙың күршеһе буласаҡ.

    Балалы бисә. Күпме хәтирәләргә ҡайтарҙы был ике һүҙ. Эйе, иҫкә төштө. Хәсрәте -ҡайғыһы ла , татлыһы -баллыһы ла. Был донъяла бөтә кешенең дә, шул иҫәптән балалы бисәнең дә, бәхетле булырға хаҡы бар.
    фото Т.Роза
    Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
    Читайте нас: