Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт гонаһмы?

Ләйсәндең дәрте ташып тороуына аптырарһың, бер ҡасан да бер генә урында ултырғанын күрмәҫһең. Атлап түгел, осоп йөрөй. Эшендә хөрмәте ҙур, донъяһының ялт итеүенә көнләшмәгәндәр һирәк. Өҫтәүенә аш-һыуға оҫта, юҡ сәбәпте бар итеп байрам ойоштороу уның өсөн бер ни тормай.

– Фирүзә, сәләм! – тип шылтыратты ул бер көн әхирәтенә. – Байрам менән!

– Нимә тағы, 8 март үтте лә инде? – тип ғәжәпләнде Фирүзә.

– Интернет менән бер тулҡында йөҙөргә кәрәк, бөгөн – Балыҡсылар көнө, Иҙел менән кискә ҡунаҡҡа килегеҙ!

– Шулай икән дә, ауылға ҡайтып килергә ине бит әле.

– Ауыл ҡасмаҫ.

– Ярай һуң...

Һөйләшеү кинәт өҙөлдө, ә Ләйсән был мәлдә күктең етенсе ҡатында ине. Эйе, унан да бәхетле кеше булмаясаҡ...

Ләйсән менән Хисмәт филармонияға барғайны, антракт ваҡытында кафеға инделәр. Халыҡ күп, мөйөштә генә ҡалған ике урынға барып ҡунаҡланылар, таныш түгел кешеләргә табындаш булып.

– Таныш булайыҡ, кәләшемдең исеме – Фирүзә, ә минеке – Иҙел, – тине сит ир.

– Ә минеке – Ләйсән, ул – Хисмәт, – тип май ҡояшылай йылмайҙы һылыуҡай.

Бына ошо көндән башланды ла инде ике ғаиләнең дуҫлығы. Бер-береһен йыш ҡунаҡҡа саҡырыштылар, бүләктәр бирештеләр. Ҡала фатирынан туйып, дачалағы йорттарында мәжлес ҡорҙолар. Ләйсәнгә Иҙелдең бөтә ҡыланыштары ла оҡшай ине – сослоғо, хәбәре менән ауыҙға инеп барыуы, һүҙҙе мәрәкәгә бора белеүе, шашлыҡты оҫта бешереүе, ҡатын-ҡыҙҙы һыйлауы... Мыҡты кәүҙәле ирҙең ут сәсрәтеп атлап йөрөүҙәре үҙе ни тора! Һәм Ләйсән көтмәгәндә Иҙелгә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Тик уны ғына уйлап йөрөр булды, йоҡларға ятһа ла, уянһа ла. Ир хатта төштәренә инеп, ҡатындың хис-тойғоларын аҙҙырҙы.

Дөрөҫ, Балыҡсылар көнө уңайынан табын ҡороу уның өсөн һылтау ғына ине, ә төп сәбәп – Иҙелде күреү, мөхәббәте менән осрашыу. Теге ваҡыт вальс бейегәндә “их, Ләйсән, һине әгәр элегерәк осратҡан булһам...” тип ҡолағына шыбырҙағас, ҡатындың йөрәге бөтөнләй урынынан ҡупҡайны...

...Был ғаилә менән таныш булғас, уларҙың артабанғы яҙмышы борсомай ҡалманы. Хәйер, иғтибарға алмаҫҡа тырышһам да, барыбер күҙ алдында инде улар. Ни тиерһегеҙ: осраҡлы осрашыуҙа яралған мөхәббәт өр-яңы ғаилә барлыҡҡа килеүенә юл асҡан. Ошо көндәрҙә Ләйсән менән Иҙелдең сабыйҙары тыуыуын ишетеп шатландым...

Автор: Ильдар Акьюлов
Читайте нас в