Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Күҙ йәштәребеҙҙе тыя алмайбыҙ..."

Алдан яҙыуыбыҙса, эске ағзалары ныҡ янғанлыҡтан, үҙаллы йүнәлеп китә алмаған Арыҫлан Янышевҡа Израилдә дауаланыу өсөн ете миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк ине.

Сабыйҙың ата-әсәһе был сумманы табыу өсөн бар көсөн һалды, миһырбанлы кешеләргә мөрәжәғәт итте. Бына бөгөн билдәле булыуынса, кәрәкле сумма тупланған. Тимәк, операция яһауға мөмкинлек бар, барыһы ла яҡшы барһа, бала үҙаллы һулыш ала башлаясаҡ.


Арыҫландың ата-әсәһе социаль селтәр аша рәхмәт һүҙҙәрен еткергән: "Күҙ йәштәребеҙҙе тыя алмайбыҙ. Был юлы улар бәхеттән, шатлыҡтан. Ысын мөғжизә тураһында бар донъяға еткерге килә. Һеҙ төрлө-төрлө, әммә мохтаж балаға ярҙам итеү теләге һәммәгеҙҙе берләштерҙе. Беҙгә үҙегеҙҙең бер өлөшөгөҙҙө бүләк иттегеҙ. Көсһөҙлөгөбөҙҙө тоя башлағанда, күңелдә өмөт уяттығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙҙығыҙ. Кеше хәсрәтенә битараф ҡалманығыҙ. Һеҙҙең ярҙам яҡшылыҡтың, берҙәмлектең барлығына инандырҙы".
Барыһы ла яҡшы, ыңғай булһын, сабый тиҙерәк йүнәлеп китһен тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фото: tours.tutu.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: