Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, һәр атҡан таңға шатланып йәшәргә насип булһын. Һин беҙҙең өсөн терәк-таяныс, изге кәңәштәрең менән ҡанатландырып, йәшәргә өйрәтеп тороусыбыҙ. Ошо бәхеттән Хоҙай Тәғәлә оҙаҡ йылдар айырмаһын ине.
Бар ғүмереңде беҙгә бағышланың,
Беҙ тип үтә һинең ғүмерең.
Һәр балаңа күңел наҙын бирҙең,
Керһеҙ булды һинең күңелең.
Мең рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн,
Һин күрһәткән юлдан атлайбыҙ.
Күргән хөрмәт, изге эштәреңде
Йөрәк түребеҙҙә һаҡлайбыҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Роза, кейәүең Азат, ейәндәрең Рәфил, Азамат, ейәнсәрең Эльвина, киленең Алһыу, бүләсәләрең Асель, Адель.