Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Заман башҡа – заң башҡа

Балалар, йәштәр генә түгел, беҙ, атай-әсәйҙәр үҙебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Күп ваҡыт “Ватсап” аша сәләмләшеүҙән ары китә алмайбыҙ. Был коронавирус ауырыуы килеп сыҡҡанға тиклем үк башланған ине, әле кешеләр бигерәк тә, үҙ-үҙҙәренә бикләнде. Мәҙәни сараларҙы ла онлайн ғына үткәрергә тура килеүе лә быға сәбәпсе булды ахыры.

Фәһимә Абдрафиҡова,
Бишауыл-Уңғар ауылы:
- Заман менән бергә йәштәр ҙә күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Байтаҡ йылдар ауыл клубы мөдире, һуңынан мәҙәни ойоштороусы булып эшләү күҙлегенән сығып, йәштәр хәҙер һүлпәнләнде, тип әйтер инем. Мин эшләй башлаған осорҙа - 2003 йылдарҙа клубта уҙғарылған байрамдар, дискотекалар бик күңелле, йәнле үтә ине. Йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә клубта ойошторолған сараларҙа, спектаклдәрҙә, фольклор түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаштылар. Әллә хәҙер йәмғиәт шундай, әллә бөтә нимә онлайн эшләүгә күсеп барғанға, балалар ҙа, йәштәр ҙә урам буйына бик сығып бармайҙар, тере аралашыу, хәрәкәт итеү юҡ кимәлендә. Балалар телефондарында төрлө уйындар уйнап, социаль селтәрҙәр аша аралашып ултыралар, килеп тыуған һорауҙарына ла яуапты Интернеттан эҙләйҙәр. Әлбиттә, Интернеттың кире яҡтары бик күп. Балалар һәм йәштәр унан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт алып, насар юлдан китеү хәүефе бар. Күптән түгел генә, күп ҡалаларҙа балаларҙың да митингыға сығыуын ишетеп беләбеҙ. Был улар өсөн тик насар эҙемтәләргә генә килтерҙе.
Икенсе яҡтан, атай-әсәйҙәр ҙә балаларын бик ныҡ ҡурсаулай. Мәҫәлән, беҙ үҫкәндә 4-се кластан 10-сы класҡа тиклем Ибраһим ауылынан Һәүәләйгә йәйәү йөрөп уҡыныҡ. 7-8 йәштән Ҡыҙылғы күленә һыу ташырға йөрөй инек, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау, баҡса утау, бәләкәй туғандарҙы ҡарау беҙҙең өҫтә ине. Ә хәҙерге балалар үҙ аллы эшләмәйҙәр генә түгел, хатта ҡайҙа барһалар ҙа, ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре оҙатып йөрөй. Бәлки, тирә-яғыбыҙ балалар өсөн хәүефле булғанға, уларҙы саманан тыш ҡурсалайбыҙҙыр. Шуға уларға иркенлек етмәй, үҙаллылыҡ кәмей.
Балалар, йәштәр генә түгел, беҙ, атай-әсәйҙәр үҙебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Күп ваҡыт “Ватсап” аша сәләмләшеүҙән ары китә алмайбыҙ. Был коронавирус ауырыуы килеп сыҡҡанға тиклем үк башланған ине, әле кешеләр бигерәк тә, үҙ-үҙҙәренә бикләнде. Мәҙәни сараларҙы ла онлайн ғына үткәрергә тура килеүе лә быға сәбәпсе булды ахыры.
Шулай ҙа, бер яҡлап кешеләрҙең мәҙәнилеге күтәрелеүе ҡыуандыра. Урам буйында эсеп, тәмәке тартып, һүгенеп йөрөгән йәштәр күренмәй тиерлек. Сөнки, балалар өйҙә яҡындары эргәһендә уларҙың әйткәндәрен, кәңәштәрен күберәк тыңлап, күреп үҫә. Теләге булғандары спорт менән дә шөғөлләнәләр, барыһы ла өйҙәге тәрбиәнән киләлер, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, хәрәкәттә - бәрәкәт, минән теләк - күберәк хәрәкәт итегеҙ, саф һауала йөрөгөҙ. Йәштәребеҙ сәләмәт тормошто үҙ итһә, киләсәк быуындарыбыҙ ҙа сәләмәт булыр.
Гөлсәсәк АЛАСОВА яҙып алды.
Читайте нас: