Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Боҙ өҫтөндә балыҡсы…

Бар күңеле менән балыҡ тоторға яратыусылар ҡыш көндәрендә лә яратҡан шөғөлөн ташламай. Улар ҡуна ятып тиерлек күл, быуа, йылға өҫтәрендә палаткалар ҡороп, табыш эләктерергә йөрөйҙәр.

Тап ошо мәлдә суртан, алабуға, опто, сабаҡ эләгеүсән. Балыҡсылар таң менән килеп боҙ өҫтөндә ултыра башлайҙар. Ҡыр­мыҫҡалы ауылы быуаһы эргәһенән нисә үтһәң дә, яр буйы сып-сыбар палаткалар менән тулған. Беҙ ҙә ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмайынса, улар­ҙың табыштары менән танышырға эргәләренә барҙыҡ.
Ҡырмыҫҡалы ауылынан Альберт Са­фин Стәрлетамаҡтан ҡунаҡҡа килгән бажа­һы Фәрит Мортазин менән боҙҙо тишеп, балыҡ ҡармаҡларға ғына ултыр­ғайнылар.
- Хаҡлы ялда булғас, ваҡыт күп. Мал-тыуарҙы ҡарап алам да, балыҡ ҡармаҡларға ашығам. Бында мин ял да итәм, ҡәнәғәтлек тойғоһо ла алам. Балыҡ ҡармаҡлап ялҡып китһәм, тәнде яҙҙырыр өсөн саңғыла ла йөрөп ҡайтам. Элек йәй көнө генә йөрөһәм, быйыл иһә ҡышын да балыҡ ҡармаҡлау өсөн бар кәрәк-яраҡтарҙы һатып алып, ныҡлап әҙерләндем. Балыҡсылар магазинынан яһалма, алдатҡыс емдәр ҙә алдым.
- Балыҡ эләгәме һуң? Уны нимә эшләтәһегеҙ? – тип һорайым.
- Кисә 1 кг 300 грамм сабаҡтар тоттом. Үҙем таҙартып бирәм дә, ҡатыным Рәмилә ҡыҙҙырып ашата. Балыҡты ас булғандан тотмайһың инде, мауығыу һәм күңел өсөн тотаһың, - тип яуап ҡайтарҙы Альберт Рәшит улы.
Уның менән килгән бажаһы Фәрит ағай­ҙың балыҡ тотоуҙа 25 йыл стажы бар. Ярат­ҡан шөғөлөмдән адреналин алам, балыҡ эләккән һайын тағы ла ҡыҙығыраҡ, ти ул.
Икенсе ситтәрәк палатка эсендә ултыр­ған балыҡсылар менән дә танышабыҙ. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Рәмил Хөсә­йенов, үҙемде белгәндән алып, балыҡҡа йөрөйөм, тип башланы һүҙен. Ул Ауырғазы районында тыуып үҫкән, 1977 йылдан бирле беҙҙең район үҙәгендә йәшәй һәм ПМК-ла, "Газпром"да эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
“Өйҙә телевизор артында ултырғансы, йылдың ниндәй миҙгеленә ҡарамаҫтан, тәбиғәттә, саф һауала йөрөү йәнгә дауа. Мин балыҡҡа Малай, Шәрәй, Төкөн ауыл­дарына ла барып сығам. Ҡатыным Әлмира менән балыҡтарҙы таҙартып, төрлөсә бешереп ашайбыҙ, мин консервалар ҙа яһайым", - ти Рәмил ағай.
Уның күршеһе Абдулхай Абдуллин Таҡтағош ауылынан. Ул да байтаҡ балыҡ тотоп өлгөргән.
- Үҙем балыҡ ашамайым, балаларға бирәм. Элек йәй көнө генә йөрөй инем, быйыл иһә ҡыш та ҡармаҡлай башланым. Балаларҙы йомош менән Ҡырмыҫҡалыға килтерәм дә, үҙем быуаға килеп ултырам. Шулай байтаҡ ҡына табыш менән ҡайтып китәм, - тип ҡәнәғәт йылмая балыҡсы.
Һәүәҫкәр балыҡсылар менән аралашып, ысынлап та, балыҡ ене ҡағылған кешеләр генә сәғәттәр буйына һыуыҡта балыҡ тотоп ултырырға һәләтлелер, тигән фекергә кил­дем. Беҙ иһә улар менән аралашып, фотоға төшөргән арала өшөргә өлгөрөп, балыҡ­сы­ларға уңыштар теләп, ҡайтырға юлландыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотолары.
Читайте нас: