Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө, бәпес тыуҙы!

Республика Башлығы дүртенсе тапҡыр атай булды

Каринэ һәм Радий Хәбировтарҙың ғаиләһендә бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға – уларҙың улдары донъяға килде.
Ғаиләләренең артырға тороуын Радий Хәбиров октябрь айында белдергәйне. Республика Башлығының был дүртенсе балаһы, уның ике үҫкән ҡыҙы һәм дүрт йәшлек улы Фәрит бар.
Хәбировтарҙы ҡыуаныслы ваҡиғалары менән ҡотлайбыҙ. Бәпескә һәм әсә кешегә ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.
Фото:ufatime.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в