Бөтә яңылыҡтар

Мәңге йәшә, туған телем!

Шайморатов күп функциялы үҙәгендә үткән “түңәрәк өҫтәл” башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, мәҙәниәт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, һәм, ғөмүмән, тел яҙмышы өсөн битараф булмаусыларҙы йыйҙы. Телебеҙҙе һаҡлауҙа һәм уны килер быуындарға еткереүҙә ниндәй алымдар отошло? Телебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ, ихтирам хистәре тағы ла артһын өсөн нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләне сарала ҡатнашыусылар.

Сара барышында “Айыҡ ауыл” республика конкурысының район этабында еңеүселәр бүләкләнде. Шулай уҡ “БР халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы педагогтар – 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡытыусыһы Лена Юламановаға һәм С.М.Чугункин исемендәге Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Ғирфановаға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рә­йе­се Илмира Ғәлиәхмәтова үҙ сығышында быйыл башҡорт теле йылы сиктәрендә үткән сараларҙы барлап сыҡты. Билдәле сәбәптәр буйынса уларҙың күбеһе онлайн-форматта үтте.
Шулай ҙа, пандемияға тиклем фәһемле, мауыҡтырғыс саралар ойоштороп өлгөрөлдө. Улар араһында “Алтын тирмә” бәйгеһе, башҡорт ғаиләләре араһында уҙғарылған квест, “Донъяуи кафе” осрашыуы күптәргә оҡшаны.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Читайте нас: