“Ҡыҙым, бына һиңә оло мираҫ, йәш быуынға өлгө булырлыҡ бүләгем.
Был бүләктә ҡатын-ҡыҙға хас булған сафлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт, әсәлек бөйөклөгө, ижад, ҙур хеҙмәт ята, ил инәһенә тиң булған оло хазина тупланған. “Кей түшеңә”, - тине лә күккә күтәрелеп юҡ булды. Был оло тарихи хазинаға - дәрәжәле түшелдереккә эйә булырға хаҡым бармы икән, тигән һорау борсоһа ла, уны таҡтым. Шул саҡ түшелдеректәге серле нур тирә-йүнгә һибелде. Ян-яғымдағы гөлдәр тағы ла йәмләнде, һандуғастар донъяны моңло көйгә күмде...
Ошо мәлдә күҙҙәремде асып ебәрһәм, ҡояш нурҙары тәҙрә аша бүлмәмә һибелгән, гөлдәрем көҙгө баҡсамда алтын көҙҙөң алтын нурҙарына мансылған. Ағастарҙа ҡоштар һайрай. Өй түрендә үҙ ҡулдарым менән эшләнгән әлеге мәлдең төш менән өн осрашҡан сихри миҙгел икәнен аңланым. Эленеп торған түшелдерегемә ҡарап, үткән тормош юлымды барланым. Ысынлап та, аҡ инәйҙең хаҡ һүҙҙәре, бәлки, миңә лә тап килер тип, бәхет тулы тормошом өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтеп, изге доғаларымды ҡылдым.
Миңнифә БАТТАЛОВА.
Үтәгән ауылы.