Билдәле булыуынса, Каринэ Владимировна хәйриә эше менән әүҙем шөғөлләнә, бер нисә социаль проекттың кураторы булып тора, төрлө форумдарҙы, социаль учреждениеларҙы асыуҙа ҡатнаша.
2019 йылдың авгусынан тап уның башланғысы менән республиканың ҡала-райондарында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты тормошҡа ашырыла. Форум барышында гүзәл заттарға матурлыҡ, сәләмәтлек, эшҡыуарлыҡ, шәхси үҫеш, сәнғәт, мода һ.б. темалар буйынса лекциялар ойошторола, ҡатын-ҡыҙҙарға бәхетле, уңышлы булыу серҙәре өйрәтелә.
Шулай уҡ Каринэ Хәбирова "Вся Уфа" телекомпанияһы менән берлектә "Беҙҙең өйҙөң йәме" проектын булдырҙы. Төп маҡсаты - балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ғаилә табырға ярҙам итеү, йорт йылыһы биреү. Телекомпания етемдәр тураһында видео-тапшырыуҙар әҙерләй, уларҙың яҙмышы, хыялдары тураһында һөйләй, роликтарҙы төрлө социаль селтәрҙәргә урынлаштыра. Проект ярҙамында 35 бала ата-әсәле булған.
Каринэ Хәбированы тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.