Бала сағым Архангел районы Абзан ауылында үтте. Ундағы тәбиғәттең матурлығын һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Инйәрендә һыу инеп, болондарында еләк, хуш еҫле сәскәләр йыйған ваҡыттарҙы оноторлоҡмо һуң? Кистәрен йыйылып төрлө уйындар уйнай инек. Үҫә төшкәс клубҡа барып, пар туҙҙырып бейей торғайныҡ. Абзан урта мәктәбен тамамлағас, Өфө финанс техникумында белем алдым. Ҡулыма диплом алғандан һуң Архангел үҙәк һаҡлыҡ банкына ревизор булып эшкә ҡайттым. Егерме биш йәшем тулғас, кейәүгә сыҡтым.Минең атайым менән әсәйем Бишауыл-Уңғар ауылынан. Атайымдың исеме Фәрит, әсәйемдеке Фәриҙә Вәлиевтар. Эйе, улар бер туғандар. Мине атайымдың һеңлеһе Фәриҙә ҡарап үҫтерҙе. Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй, тиҙәр бит. Мин бик бәхетле! Әгәр мине тапҡан “әсәй” тигән кешем мине Ҡарлыман станцияһында бер әбейгә ҡалдырып китмәһә (хәҙер киләм тиеп киткән дә, башҡаса килмәгән), яҙмышым икенсе йүнәлеш алыр ине моғайын. Ул әбей мине Бишауыл-Уңғарҙағы өләсәйемдәргә алып барған. Өләсәйем мине күтәреп Архангел районының Абзан ауылында йәшәгән ҡыҙы Фәриҙәгә юл ала. Миңә ул ваҡытта 4-5 ай ғына була. Бер һүҙһеҙ шул сабыйҙы алып ҡалып, “ҡыҙым” тип кенә үҫтерәләр.Баҫалҡылыҡ, йомшаҡлыҡ кеүек иң күркәм сифаттарҙы туплаған ул минең әсәйем. Кешелекле, кеселекле, изге йөрәкле әсә лә, мәрхәмәтле өләсәй ҙә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп әсәләр үҙ балаларын балалар йортона, интернаттарға тапшыралар. Ә мине әсәйем бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә бирмәгән. Үҙенең дүрт балаһы менән бергә, ел-ямғыр тейҙермәй тәрбиәләп, барыбыҙға ла белем биреп үҫтергән, оло тормош юлына сығарған. Ә бит кеше балаһын ҡарауы еңел түгел, бер туған ағайыңдыҡы булһа ла. Барыбыҙ ҙа уҡып сығып, үҙе оҡшатҡан һөнәрҙе һайлап, ғаиләләребеҙ менән йәшәйбеҙ.