Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙ өмәһе – байлыҡ, муллыҡ байрамы

Ергә тәүге ҡар ятып, көндәр һалҡынайтыу менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башлана. Ҡаҙ өмәһе – ул байлыҡ, муллыҡ, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы, шулай уҡ үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул. Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Рәсилә һәм Рәмил Бикбулатовтар ҙа ҡаҙ өмәһен бар тәртибен һәм йолаларын үтәп башҡарырға тырышты.

Был көндө иртән-иртүк ауылдың уңған апай-еңгәйҙәре, ки­лендәре өмә уҙғарылған йортҡа ашыҡты. Өмәселәр хужа салып индергән ҡаҙҙарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп алып, үтекләгәндән һуң йолҡа ла башланы. Уларҙың инде байтаҡ ҡына өмәлә сынығыу алырға өлгөргән ҡулдарына күҙ эйәрмәй, һәр береһе үҙенең етеҙлеген, уңғанлығын күрһәтеп ҡалырға тырыша.
“Ҡаҙҙарҙың ҡалаҡ майы ҡабарып тора, хужабикә яҡшы тәрбиәләгән”, - тип хужабикәне лә маҡтап алырға онот­май­ҙар. Өмәселәр Розалия һәм Илмира Ғимрановалар, Зәйтүнә Бикбулатова, Фәриҙә Абдрахманова, Резеда Басирова, Ләйсән Абнасировалар: “Ҡаҙҙарҙы ҡарға баҫҡас һуйһаң, ите тәмле була”, “Һыҙыр­ғандан һуң ҡалған ҡауырыйҙарын, киләһе йылға тағы ла күберәк булһын, тип теләп елгә осорорға кәрәк”, “Ҡаҙ мамығынан яһалған мендәр файҙалы, тыныс йоҡлата”, “Ҡаҙ майының шифаһы бик күп, белеп ҡулланырға кәрәк, элек өшөгән бит-ҡулдарҙы ҡаҙ майы менән ыуғандар”. “Итекте ҡаҙ майы менән майлап ебәрһәң дә, ялтырап китә” - тип үҙҙәре белгән уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып та алдылар.
Шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙҙар бер-бер артлы йолҡоноп та бөттө. Ир-аттар уларҙы өткәндән һуң, эстәрен таҙартып, йыуырға, баш-тояҡтарын таҙартырға ғына ҡалды.
Рәсилә Миҙхәт ҡыҙы менән Рәмил Ривал улы ҡаҙҙарҙы тәүге йыл ғына үҫтермәй. Улар ҡаҙҙар һуйғанға тиклем етмеш баш бройлер, тауыҡ һуйып эшкәрткән. Ҡош-ҡорттан башҡа күпләп һыйыр малы ла аҫрайҙар.
Хужа шәхси тракторында ауылдаш­тарына ырҙын һөрөүҙә, бесән, утын әҙерләүҙә, ташыуҙа ярҙам итһә, хужабикә ҡаймаҡ, һөт-ҡатыҡ эшкәртә, йәшелсә-емеш үҫтерә. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта Рәсилә Миҙхәт ҡыҙы клубта уҙғарылған сараларҙың да уртаһында ҡайнай, әүҙем тормош алып бара.
- Ауыл ерендә торғас, мал аҫрамай йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бәләкәйҙән мал-тыуар, ҡош-ҡорт яраттым. Тере йән эйәләре менән аралашыуҙан күңелемә тыныслыҡ, ләззәт алам, - ти Рәсилә Миҙхәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, яҙмыштары һуңлап ос­раш­тырыуға ҡарамаҫтан, Бикбу­латовтар йәш­тәр­ҙән ҡалышмай донъя көтә. Бер-нисә йыл элек бөтә уңайлыҡтары менән өр-яңы йорт һалып ингәндәр, аҙбар, мунса, гараж төҙөгәндәр, ихаталарын нығытҡандар.
- Эргәлә генә йәшәгән ҡайным менән ҡәйнәмә, иремдең ҡустыһы Рәфилгә рәхмәт. Һәр саҡ ярҙам итеп торалар, - ти хужабикә.
Үҙ аллы тормош ҡороп йәшәүсе ҡыҙҙары Рәмилә, Нурсилә, улдары Рөстәм дә ғаиләләре менән ҡайтып йөрөйҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иткәндәр.
Өмә уҙғарыу, ҡунаҡ һыйлау – башҡорт халҡының ғүмер буйына килгән йолаһы. Туғандарың, күршеләрең, ауылдаштарың менән аралашып, аш-һыуға йөрөшөп йәшәү тормошҡа тағы ла йәм өҫтәп ебәрә. Бик­булатовтар ғаиләһе лә өмәлә ҡатна­шыу­сыларҙы тәмле ҡаҙ ите, ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡ, тәм-том менән һыйланы. Ҡунаҡтарҙың, хужаларға киләһе йылда ла күп итеп ҡаҙҙар үҫтерергә, итен бергәләп, тәмләп ашарға яҙһын, тигән теләктәре ҡабул булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: