Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ

Мин балалар менән эшләргә, улар менән аралашырға яратам. Эшемдән ҙур ҡәнәғәтлек алам. Бала күңеленә асҡыс табыуҙан да мөһимерәк һәм мәрхәмәтлерәк эш юҡтыр ул.

Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә мин өмөтһөҙ һәм бер нимәгә лә һәләте булмаған балалар булмауын аңланым. Психолог булараҡ, күп кенә атай-әсәйҙәрҙең бөтә бала­ларын бер ҡалыпҡа һалып, бер ту­ғандары араһында ярыш ойош­торғандарын, йәиһә уңышлыраҡ һәм отҡорораҡ класташтары ме­нән сағыштырғандарын асыҡтан-асыҡ күрәм. Ә инде үҙҙәре менән сағыштырыу тураһында әйтеп торорға ла түгел. “Мин һинең йәшеңдә!..” йәиһә: “Беҙ атайың менән һинең кеүек булманыҡ!” тиеүселәрҙе лә осратырға тура килә. Баланың фекерҙәрен тыңлап тормайҙар, уның үҙенә генә хас булған холҡон баҫалар, ә һуңынан психолог кабинетына килеп: “Уның менән берәй нимә эшлә­геҙ”, - тип үтенәләр. Эргәһендә уның теләктәрен, шәхсәнлеген баҫ­ҡан, үҙҙәренең копияһы итергә тырышҡан сит тә булып тойолған яҡын кешеләре менән йәшәгән бала йәл дә, ҡыҙғаныс та булып китә.
Йыш ҡына атай-әсәйҙәрҙең: “Һуйып ҡаплаған олатаһы, уға ла нимә әйтһәң дә, ҡаршылашырға тора ине”, йәиһә “Мине лә шулай тәрбиәләнеләр, үҫкәнбеҙ бит, ә уны хөрмәт итергә кәрәк имеш”, - тип һөйләшкәндәрен ишетергә тура килә. Күп ғаиләләрҙә: “Беҙ уның өсөн йәшәйбеҙ! Беҙ ирешә алмаған нимәләргә ирешһен, тип тырышабыҙ!”, тигән фекерҙәр йәшәй. Ә был хаҡта улдарының фекерен белеү тураһында уларҙың башына ла инеп сыҡмай.
Һөҙөмтәлә, бала үҙенең ысын йөҙөн йәшерә, йыш ҡына нимә яратҡанын, нимәгә ынтылғанын, нимә ҡабул итмәгәнен әйтә алмай. Үҙендә ғәйеп тойоп йәшәй, сөнки ул мәғәнәһеҙ, класташына оҡша­маған, яҡындары көткәнде бирә алмай. Баланың эсендә булған ҡаршылашыуҙары әкренләп үҫ­мер­лек осорона күсә: мин барыбер йүнһеҙ, булдыҡһыҙ, нимә эш­ләһәм дә, атай-әсәйемә оҡшамай, тип уйлай. Ләкин һәр баланың күңелендә ҡасан булһа ла кемдер уны нисек бар шулай ҡабул итер, баһалар, тигән өмөт йәшәй. Бын­дай осраҡтарҙа минең атай-әсәйҙәргә кәңәшем: үҙегеҙҙең бала саҡта ниндәй булғанығыҙҙы йы­шы­раҡ иҫкә алығыҙ, балаларығыҙ өсөн үҙегеҙ ҙә бала сағығыҙҙың бер киҫәген үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ. Тор­мош­ҡа улар күҙе менән ҡарарға өйрәнегеҙ.
Ә һеҙ балаларҙың өлкәндәр һөйләшеүен иғтибар менән тың­лағандарын һиҙгәнегеҙ бармы? Хатта, бала ихлас уйнап йөрөгәндә лә, һеҙҙе иғтибар менән тыңлай. Бигерәк тә һүҙ уның тураһында барһа, ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. Балаға нимә хаҡында әйтергә ярай, нимә хаҡында юҡ икәнлеген һеҙҙең менән уртаҡлашам.
Нимә ярай, нимә юҡ...
Атай менән әсәй – балаға кире элемтә биреүсе беренсе кешеләр. Атай-әсәй әйткән һүҙҙәрҙе бала бер һүҙһеҙ үтәй. Улар уны иң дөрөҫ һүҙҙәр тип ҡабул итә, шуға күрә, нимәлер әйтер алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Әйтәйек, кисә генә бала “аҡыллым” ине, ә бөгөн “әрпеш”, “ялҡау”, “аңра”. Исем тағырға бө­төн­ләй ярамай! Әгәр ҙә ҡәнәғәтһеҙлегегеҙҙе белдергегеҙ килһә, баланың үҙен түгел, ҡы­лы­ғын баһалағыҙ. “Һин ялҡау” уры­нына, “Бөгөн һин ялҡаулан­ған­һың һәм уйынсыҡтарыңды йый­мағанһың”, - тип әйтегеҙ. Айырма бармы? Ҡылыҡты биш минутта төҙәтеп була (мәҫәлән, уйынсыҡ­тарҙы йыйып ҡуйырға), ә бала саҡта тағылған исем кешелә бар ғүмере буйына ҡалырға мөмкин. Ғөмүмән, балағыҙҙы тәнҡитләп һәм уға исем тағып, нимә ишетергә теләйһегеҙ? Ул һеҙгә кире яуап ҡайтара алмай. Уға ялҡау, әрпеш, эшлекһеҙ тигәнде ҡабул итергә генә ҡала. Был осраҡта үҙ-үҙеңде баһалау кимәле бик түбән төшә. Ә уны күтәреү – бик ауыр эш. Шулай булғас, балағыҙға йышыраҡ яғым­лы һүҙҙәр әйтегеҙ, ул һеҙҙең һөйө­үегеҙҙе тойор һәм яҡшыға ынтылыр.
Төҙәтеп булмаҫ нимәне, тән­ҡит­ләмәгеҙ! Тыумыштан бирелгән тышҡы ҡиәфәтте, холоҡто, тем­пераментты үҙгәртеп булмай, уларға ҡулайлашырға кәрәк. Бала ата-әсәһенең уны уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн түгел, ә тик уларҙың улы һәм ҡыҙы булғаны өсөн яратыуҙарына ышанырға те­йеш. Бер ниндәй шарттар булырға тейеш түгел! “Аяҡтарың оҙон, йәшерергә кәрәк”, тигән шаяртыу урынына бергәләп за­ман­са, оҙон итәк һайлағыҙ. Бала­ның темпера­ментына тура килгән мауығыу табырға ярҙам итегеҙ: флегматикка - ҡул эше, тиктор­маҫҡа – футбол.
Ғаилә тарихынан бала тыуыу менән бәйле (мәҫәлән, малай теләп, ҡыҙ тыуһа), ауыр йөклөлөк кеүек күңелһеҙ ваҡиғаларҙы юйып ташлағыҙ. Бындай хәтирәләр балала ғәйеп тойғоһо булдыра, ғаилә ептәрен емерә.
Яратҡан кешеләренең уның өсөн ыҙаланыуҙарын аңлау, бала психикаһына тәрән эҙ һала.
Тағы ла, бала ҡәйнәгә йәиһә ташлап киткән иргә оҡшауына ғәйепле түгел бит. Балалар беҙҙең яңылышлыҡтар өсөн яуап тоторға тейеш түгел.
Йыш ҡына атай-әсәйҙәрҙең амбициялары балаларға уңыш урынына психик йәрәхәттәргә килтерә. Күп әсәй-атайҙар үҙҙәре өлгәшә алмаған үрҙәргә балаларының өлгәшеүен теләй. Әйткәндәй, ҡайһы бер балалар ата-әсәһенә ярарға тырышып, үҙҙәре теләмәгән түңәрәктәргә, курс­тарға йөрөй. Ләкин, был унда был шөғөлгә ҡарата нәфрәт тыуҙыра, киләсәктә үҙ-үҙен көсләп эшләгән шөғөл, үҙенә һәм ата-әсәһенә ҡарата ла насар фекер ҡалдыра. Кеше ҡәнәғәтлек менән эшләгән эшендә генә уңыштарға өлгәшә.
Өлкәндәрҙең яҡшылыҡтары тураһында...
“Һин әле бәләкәйһең, был хаҡта аңламайһың!” – тип йыш әйтмәгеҙ. Балалар тормош тәж­рибәләре аҙ булыуын, үҙҙәренең яҡшы хәтерҙәре һәм ғәжәп тойомлауҙары менән тигеҙләй. Бала бәләкәй булғанлыҡтан аңламаған әйберен тойомлап белә. Бынан тыш, атай-әсәй­ҙәр­ҙең “бәләкәй” һәм “ҙур” ара­һын­да сиктәре шартлы. Әгәр ҙә, ба­ланың үҙ аллы нимәлер эшләүен теләһәк: “Һин ҙур бит инде!” тип әйтәбеҙ. Ә үҙебеҙгә кәрәк булғанда “Һин әле, бәләкәйһең”, тип тыябыҙ. Бындай ике төрлө һөйләүҙәр баланы икеләндерә, шуға күрә улар менән манипуляция яһарға ярамай.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Зилә Пискарева, Прибельский урта мәктәбенең педагог-психологы.
Читайте нас: