Бала саҡ хыялы
- Ғинуар айының һалҡын ҡыш көндәренең береһендә тыуғанмын. Атайымдың, көрттән бата-сума кендек әсәһе Маруся апайҙы саҡырырға барҙым, тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған, тип һөйләй башланы Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Ябай колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һала ул. Атайҙары колхозда тракторсы булып эшләһә, әсәйҙәре ғүмер буйына себеш, быҙау фермаларында, сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Атай-әсәйҙәренең эштән бушап ҡайтыуҙарын ағаһы һәм һеңлеһе менән һағынып көтөп тора улар. Их, мәктәптән ҡайтҡанымды әсәйем ҡаршы алһа ине, тип теләй ҡыҙсыҡ.
Гөлгөнә мәктәпкә уҡырға өйрәнеп бара. “Әсәйемдәр өйгә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар алдыра ине, шуларҙы үҙ аллы уҡып өйрәнгәнмендер. Тәүге уҡытыусым Фәриҙә Мөхәмәтҡолова, биология һәм химия уҡытыусыһы Ғәзизә Сәхәповалар беҙҙең өсөн өлгө булды. Уларҙың талапсан, тәртипле булыуҙары, ыҫпай һәм ҡупшы итеп кейенеп йөрөүҙәре үҙҙәренә әсир итә ине”, тип дауам итә Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Уҡырға ынтылышы көслө булған ҡыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлай. Ләкин ул саҡтағы колхоздарҙың гөрләп торған осоронда сығарылыш уҡыусыларын үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙә ҡыйынлыҡтар көтөп тора. Уҡыу йылы тамамланыр алдынан мәктәпкә колхоз секретары, агроном, зоотехниктар килеп, уҡыусыларҙы колхозда ҡалырға өгөтләп йөрөйҙәр. Барыһының да аттестаттарын артабан уҡыу өсөн Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенә тапшыралар. Гөлгөнә апай ҙа уҡытыусы булырға тигән хыялы күңел төпкөлөндә генә ҡалырмы икән, тип бошона. Уның бәхетенә шул йәйҙә Салауат ҡалаһынан ике туған апаһы ҡайта. “Гөлгөнә ҡайҙа уҡырға инергә уйлайһың?”, “Әйҙә, беҙҙең менән Салауат педагогия училищеһына уҡырға инерһең” – тип уның ауыртҡан еренә баҫа.
- Аллаһы Тәғәлә минең теләгемде ишеткәндер инде, атайым аттестатымды ныҡышып йөрөп алғандан һуң, уларға эйәреп Салауатҡа сығып киттем. Бер йыл апайым менән еҙнәмдә йәшәгәндән һуң башҡа ҡыҙҙар эргәһенә дөйөм ятаҡҡа күстем. Уларға әле булһа ҙур рәхмәтлемен, - ти Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Училищела белем алған йылдары Гөлгөнә апайҙың иң күңелле, иң дәртле, бер хәсрәтһеҙ саҡтары булып иҫендә ҡалған. Яратҡан һөнәренә уҡыу өсөн ул бар тырышлығын һала. Бында уны төп белемдән тыш, йырларға ла, төрлө ҡул эштәренә лә өйрәтәләр.
- Бала саҡ хыялым тормошҡа ашҡанғалыр ҙа, бәлки, эшемә бөтә күңелемде биреп, бар көсөмдө һалып башҡарҙым. Миңә гел күҙҙәре уйнап торған, отҡор малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡытырға тура килде. Гел икешәр класты бергә уҡытҡас, нисә класс уҡытып сығарғанымды хәтерләмәйем, - ти ҡырҡ йыл ғүмерен башланғыс класс уҡыусыларын уҡытыуға бағышлаған мәғариф уҙаманы.
Ире – ышаныслы тормош юлдашы
Студент саҡтар – йәш саҡтар. Гөлгөнә ял һайын ауылдарына ҡайтып йөрөй. Шул саҡтарҙа армиянан ҡайтып, Өфөлә шоферлыҡҡа уҡып йөрөгән ағаһының класташы Заһир менән араларында мөхәббәт осҡондары ҡабына. Заһир, берҙән, ағаһының дуҫы булһа, икенсенән уның тәртипле, ышаныслы кеше икәнлеге шул саҡта уҡ беленә. Ике йәш йөрәк өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора.
- Заһир мине баштан уҡ килен итеп, атай-әсәләренән айырым бәләкәй генә йортона алып ҡайтты. Тормош көтөп китергә карауатын да, өҫтәлен дә, табуреткалар ҙа хәстәрләп ҡуйған ине. Тырыш, донъя көтөргә шәп кеше булды ағайығыҙ, - тип бәйән итте Гөлгөнә апай.