Популяр башҡорт йырсыһы яңы һөйгән йәре егерме йәшлек татар ҡыҙы Инзилә Фәтхетдинова менән бер йыллыҡ бәйләнешен байрам итергә булған. Был хаҡта улар социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
- Дуҫтар, беҙ бер йыл бергә. Беҙ быны сыҙай алдыҡ, барыһы ла яҡшы. Артабан киттек, - тип хәбәр итә Радик.
Байрам уңайынан пар Kol Gali Resort & Spa спа-отелендә ял ойошторған. Радик менән Инзиләнең килеүенә ял йортоноң хеҙмәткәрҙәре таҫтамалдарҙан матур аҡҡоштар ҡороп ҡаршылаған. Инзиләгә отель тыш яғынан да, эс яғынан да бик оҡшаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радиктың Татарстандың Ағрыҙ районында тыуып-үҫкән татар ҡыҙын һайлауы хаҡында яҙғыһын билдәле булды. Инзилә быға тиклем йырсының фанаты булмаған. Уның парикмахер булып эшләүе билдәле.
Фото: Инстаграм/Инзилә Фәтхетдинова
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова