Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Серем матур тормошомдо ағыулай

Ситтән ҡараһаң, бик бәхетле ҡатынмын. Яратып, минең өсөн әллә ниҙәр эшләргә

әҙер торған ирем, аҡыллы, ярҙамсыл улым бар. Икәүләп үҙемде хөрмәт һәм мөхәббәт менән уратҡандар. Тик эсемдә һаҡлаған серем матур тормошомдо ағыулап тик тора...
Ришат менән танышып йөрөй башлағанда, икебеҙгә лә егермешәр йәш ине. Йәш, дыуамал, бәхетле йылдар. Талашабыҙ, дуҫлашабыҙ, тағы әрләшәбеҙ. Ике йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәс, бер ныҡ ҡына һүҙгә килештек. Сит кешеләр беҙҙең араға инде, әхирәт тип йөрөгән кешем Ришат тураһында алама һүҙҙәр һөйләне. Имеш, ул миңә хыянат иткән, башҡа берәү менән булған. Дыуамаллығым менән араны “шарт” өҙҙөм дә күрше ҡалаға сығып киттем. Унда икенсе бер әхирәтем менән “ҡайғынан” ултырып эстек, клубҡа сығып киттек. Нисек килеп сыҡҡандыр, әммә иртән таныш булмаған ир ҡосағында уяндым. Шул көндән һуң башҡа уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем. Тик мәңгегә онотоу мөмкин түгел ине... унан ауырға ҡалғайным.
Ни эшләргә лә белмәй аптырап йөрөгән саҡта Ришат килеп инде. Ул мине генә яратыуы, хыянат булмауы тураһында һөйләне, араларҙы өҙмәүҙе үтенде. Үҙен ярата инем, ышандым, ғәфү иттем, әммә серемде әйтә алманым. Беҙҙең мөнәсәбәттәр былай ҙа туйға табан бара ине, шуға ауырлы икәнде белгәс, был ваҡиғаны тиҙләтте генә. Ришаттың буласаҡ балаға шул тиклем ҡыуанғанын күреп, ауырым унан түгеллеген әйтә алманым.
Өйләнештек. Ярты йылдан улыбыҙ тыуҙы. Ришат иҫ китмәле һәйбәт атай булды. Төндәрен тороп ҡараша, тышҡа алып сығып йөрөй. Минең өсөн дә өҙөлөп тора, улы өсөн рәхмәттәрен әйтеп бөтә алмай ине. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, ваҡыт үтте лә китте. Егерме йыл уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Бөгөн дә беҙ бәхетле ғаилә. Улыбыҙ бик аҡыллы егет булып үҫеп етте. Мәктәпте уңышлы тамамланы, әле институтта уҡып йөрөй. Атаһы менән бик яҡын дуҫтар. Юғары белем алғас, уның фирмаһына эшкә барырға йыйына, бергәләп бизнес асырға ла уйлайҙар. Ришат улыбыҙ менән ныҡ ғорурлана.
Шулай яҡшы ғына йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ғаиләбеҙгә бәлә килде. Ришаттың йөрәге менән проблемалар башланды. Дауаханаға тикшерелергә барып та өлгөрмәнек, уны инсульт һуҡты. Бер нисә көн үлем менән йәшәү араһында көрәшеп ятҡас, күҙҙәрен асты. Ә минең башыма йәнә ауыр уйҙар килде. Иремә улыбыҙ тураһында әйтмәй дөрөҫ эшләнемме? Үлеп китһә, баланың үҙенеке түгеллеген дә белмәйәсәк бит. Бындай гонаһ менән миңә нисек йәшәргә? Ҡыҫҡаһы, барыһы тураһында ла уға һөйләргә булдым. Был ауыр йөктө яңғыҙым күтәрә алмай инем шул. Дөрөҫөн әйтәм дә, ниндәй ҡарар ҡабул итһә лә, ризалашам, тинем.
Әммә Ришатты дауалаған табип уны тетрәндерергә ярамай тип киҫәтте. Икенсе тапҡыр өйәнәк булһа, ҡотҡарып өлгөрмәүҙәре ихтимал, тине. Ни эшләргә миңә? Дөрөҫтө әйтеп иремде үлтереп ҡуйһам ни эшләрмен? Яңғыҙыма был серҙе йөрөтөүе лә бик ҡыйын...
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: