Йомағоловтар тормоштарын ауыл менән бәйләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән. Рауил ағай төҙөлөш бригадаһында эшләп, тыуған төйәгенең күркәмлегенә үҙ өлөшөн индерә. Уның оҫта ҡулдарында әле лә бысҡы уйнап тора. Зәйнәп апай утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәктәп йыйыштырыусыһы булып үткәргән.
- Тырышып эшләнек тә, донъя ла көттөк. Эштә лә, өйҙә лә өлгөрҙөк, балалар ҙа үҫтерҙек,- ти улар.
“Етеш тормош өсөн хәҙер бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Тормошҡа битараф булмағыҙ, уның ҡәҙерен белеп, намыҫ менән йәшәргә кәрәк”,-тип нәсихәттәрен дә теләп ултыра уҙамандар. Рауил ағай менән Зәйнәп апай бөгөн балаларына – ҡәҙерле атай-әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә - хөрмәтле олатай, яғымлы өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә. Йомағоловтар балаларын үҙҙәренең өлгөһөндә хеҙмәт һөйөүсән, тырыш кешеләр итеп, намыҫ менән йәшәргә өйрәтә. Уларҙы белемле итергә бар көстәрен һалалар, аҙаҡ инде оло тормош юлына сығарып, туйҙарын үткәреп, эйәле-башлы итәләр. Бөгөнгө көндә Рауил ағай менән Зәйнәп апай эргәһендә Рәүиә ҡыҙҙары. Өлкән йәштә булһалар ҙа, уларҙың донъяһы гөрләп тора: һарыҡ аҫрайҙар, бройлер, өйрәктәр үҫтерәләр, йыл һайын баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар. Ихата алдында гөл-сәскә хуш еҫ тарата.