Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Бәхет таратҡанда уяна һалдым...”

Минең әсәйем бик һылыу ҡатын, уға иғтибар итмәгән кеше булмай торғайны. Әле лә матурлығы һис һулымаған, бәләкәй саҡта ошондай зауыҡлы, нимә кейһә лә килешеп торған, зифа буйлы әсәйем менән ғорурланыуымды йәшермәйем.

Ә бына әсәйемдең бер туған һеңлеһе, Сәлимә апайымды әйтәм, һис тә уға оҡшамаған. Ситтән ҡарағанда, бер туғандар тип кем уйлаһын. Ер менән күк айырмаһы, билләһи... Холоҡтары ла ҡапма-ҡаршы, әсәйем бер аҙ һауалыраҡ, үҙ баһаһын яҡшы белә. Өләсәйемдең әйтеүенсә, уны бәләкәй саҡта ныҡ иркәләткәндәр, уға ҙур өмөт бағлағандар.
Тик барыһы ла тормошта башҡаса килеп сыҡҡан. Сәлимә апайҙы ҡала поликлиникаһының балалар бүлексәһе мөдире итеп ҡуйҙылар. Әсәйемдең актерлыҡ карьераһы рекламаларҙа төшөү менән генә сикләнде. Минең атайым – оператор, ә Сәлимә апайҙың ире – завод директоры. Миңә 15 йәш тулғас, атайым менән әсәйем айырылышты. Сәбәбен асыҡ ҡына әйтә алмайым. Әсәйем “арыным, ял итергә кәрәк”, тип Сочиға киткәс, миңә Сәлимә апайҙарҙа йәшәргә тура килде. Ә мин уларҙа ҡунаҡ булырға бик яратам, апайым һәр көнөмдө байрамға әүерелдерергә тырыша.
Бына әле лә башымды уның итәгенә һалып рәхәтләнеп ятам. “Сәлимә апай, ниңә тормошта шулай ул? Әсәйем һиңә ҡарағанда сибәрерәк, тик бәхетһеҙерәк?”- тим балаларса бер ҡатлылыҡ менән. Ә ул һис үпкәләмәй, сәстәремде һыйпап: ”Беләһеңме, Зөһрәкәй, матурлыҡ өләшкән саҡта мин йоҡлап ҡалғанмын, ә бәхет таратҡанда, түҙмәгәнмен, тиҙ генә уянып тора һалғанмын”, - ти. Күҙҙәренән ниндәй йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлә, йөҙө бигерәк нурлы апайымдың, уны нисек яратмайһың?
Фото:Womensbox.com

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: