- Беҙ матбуғаттың һыналған дуҫтары, элек-электән гәзиткә яҙылып, һәр һанын уҡып барабыҙ. Гәзитһеҙ һис йәшәп булмай. Бөгөн бигерәк тә кешегә рухи аҙыҡ кәрәк, ә матбуғат – ул рухи аҙыҡ сығанағы. Рәхәтләнеп гәзитте ҡулға алып, район тормошо, уның тын алышы менән танышабыҙ. Район баҫмаларын күптән алдырһаҡ та, бүләк отҡаныбыҙ булманы. Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк, уны яратҡан гәзитебеҙҙең иҫтәлеге итеп ҡәҙерләп тотонорбоҙ,- тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты еңеүсе.
Гөлфиә Нәсибулла ҡыҙы ауыл клубында, артабан мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Бына өс йыл инде хаҡлы ялда. Рәмил Шәғиҙулла улы менән матур донъя ҡороп, Радик исемле улға ғүмер һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары бөгөн Ефремкин ауылында пилорамала эшләп йөрөй.