... Ҡыҙ күп балалы колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә ул икенсе була. Ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һары сәсле сибәр ҡыҙ Ағиҙел йылғаһы ярында ғына урынлашҡан матур тәбиғәтле Яңы Ҡыйышҡы ауылында үҫә. Йәйҙәрен еләк-емеш йыя, Ағиҙелдә һыу инә, ҡыштарын тауҙан сана шыуа, тиҫтерҙәре менән ҡар бәрешеп уйнай. Йүгереп йөрөп, донъяның рәхәтлектәрен татый. Тәбиғәт ҡосағында тыуған бала бер үк ваҡытта йәмлелекте күреп-тойоп, матурлыҡты холҡона ла һеңдерә.
Тик яҙмыш аяуһыҙ шул. Тормоштарҙы ҡырҡа үҙгәртә лә ҡуя. Хәниәгә 14 йәш тигәндә сәләмәтлеге ҡаҡшай башлай. Аяҡтары һыҙлап, мускулдары йомшара. Яйлап хәрәкәт итеү ҙә ауырая башлай. Кем белә инде, бәлки, һуғыштан һуңғы ауыр, аслы-туҡлы йылдарҙың тәьҫире лә үҙенекен иткәндер... Бала сағынан уҡ уға ҙур тормош һынауҙары башлана. Шулай ҙа йәшәүгә һөйөүе көслө булған ҡыҙ тырышып-тырмашып алға бара. Инде тиҫтерҙәре араһында физик мөмкинлектәре менән шаҡтай айырылған ҡыҙ яҙмышына буйһона, сәләмәтлегенең сикле булмауынан ҡыйынһынмаҫҡа, оялмаҫҡа өйрәнә. Ул йәшәүҙең һәр миҙгеленә шатланып, тулы тормош менән йәшәргә күнегә. Атаһы һәм әсәһе быға булышлыҡ итеп, йәшәүҙе яратырға өйрәтә, балаларын тәрбиәләүгә бар көстәрен һала. Әйткәндәй, атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиәхмәт Шәйхетдин улы фронттан снаряд ярсығы тейеп, яңбашы имгәнеп ҡайта. Ул һыҙланыуҙарға ҡарамай, артабан тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Тыуған ере өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән кеүек, колхоз эшендә лә намыҫ менән хеҙмәт итә. “Ферма мөдире лә, парторг та, баҡса мөдире лә, һатыусы ла, сельпола таралар өсөн яуаплы кеше лә була. Ул йыр-моң яратты: саратов гармунында өҙҙөрөп уйнап, матур йырлай, сатан булһа ла, матур итеп бейей ине.
Ә әсәйем Гөлзөһрә Низаметдин ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Оҙаҡ йылдар ауыл балаларына белем һәм тәрбиә бирҙе. Яҡыныбыҙ сабыр һәм баҫалҡы ине. Уның был холҡоноң сифаттары беҙгә – ҡыҙ балаларға күскән”, - тип ата-әсәһен матур иҫтәлектәр менән хәтергә алды.
Урындағы мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң уны бер туған Әлфиә апаһы үҙе эшләп йөрөгән район үҙәгенә килтереп, өйрәнсек итеп ашханаға урынлаштыра. Ашхананың бер мөйөшөн ширма менән бүлеп, уға кулинария бүлмәһе эшләйҙәр. “Петушки”, “Киевские помадки” тигән тәмлекәстәр яһарға өйрәнә. Тырыш ҡыҙға башҡа төрлө эштәр ҙә бирәләр. Ни ҡушалар, шуларҙы намыҫ менән үтәргә тырыша ул.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.