Шундай ғаиләләрҙең береһе – Түбәнге Төкөн ауылында 30 йыл бергә бәхетле ғүмер итеүсе Зилә һәм Рәмил Хәсәновтар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ғаилә усағын һүндермәйенсә, матур ғаилә ҡороп, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн район башлығы Әлфир Сабиров ҡулынан “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын алып ҡыуанды улар.
Танышҡан ваҡытта Зилә Зиннәт ҡыҙы Үрге Төкөн ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, ә Рәмил Әхтәм улы Олокүлдә Ремонт-техник предприятиеһында водитель-экспедитр була. Йәштәрҙең бер-береһенә булған ихтирамдары әкренләп мөхәббәткә әүерелә. Шулай итеп ғашиҡ йәндәр бергә булырға һүҙ бирешеп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Зилә Зиннәт ҡыҙы тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Артабан белемен арттырғандан һуң, бына 23 йыл инде урындағы мәктәптә география фәненән белем бирә. Ә Рәмил Әхтәм улы әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының Киров районы мәктәп-ара уҡыу комбинатында “КамАЗ” водителе булып эшләй. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Өс тапҡыр Ҡамышлы ауыл Советы биләмәһенә депутат итеп һайланған.
Хәсәновтар өсөн ғаилә иң беренсе урында тора. Өйҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм именлек булһын өсөн бер-береңдең фекерен тыңлап, юл ҡуя белергә кәрәк, тип иҫәпләй улар. Бөтә эште бергәләп башҡарырға яраталар, шулай, Хәсәновтар үҙ ҡулдары менән күркәм йорт һалып сыҡҡан.
- Төп эш урынынан тыш, күпләп мал аҫраныҡ, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерҙек. Һөтөн, итен һаттыҡ, баҡса емешен дә һатып алыусылар булды. Хәҙер магазиндарҙа төҙөлөш материалдары етерлек күләмдә, ә элек, беҙ йорт һалғанда, улар дефицит ине. Эштән һуң Белорет, Дүртөйлө райондарына материал эҙләп бара инем. Таңға ҡарай саҡ ҡайтып етәм дә тағы эшкә сығып китәм.Ул заманда колхозда механик, инженер булып эшләнем. Колхоздар бөткәс, эш урынын бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килде. Йәй буйы сөгөлдөр баҫыуҙарында тир түгеп алған шәкәр ҡомон да төҙөлөш материалына алмаштыра инек. Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй, ҙур хеҙмәтебеҙ менән йортобоҙҙо күтәрҙек,- тип хәтирәләргә бирелде Рәмил Әхтәм улы.