Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйем хәтирәләренән...

Өләсәйем һөйләүенсә, илебеҙҙә колхоздар осоронда ҡолас ташлап бесән сабыу, баҡуй өҫтөнә ултырып, мәтрүшкәле сәйҙәр эсеү үҙе бер ғүмер булған. Ул осорҙа, техника етмәгән­лек­тән, Бишауыл-Уңғар халҡы ла бесәнде, ауыр булһа ла, ҡул менән әҙерләгән. Өләсәйем дә йәш сағында был эштән ситтә ҡалмаған. Уның хәтирәләре менән минең дә уртаҡлашҡым килә.

Бесән сабам.
Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.
Ф. Абдуллина.
Өләсәйем һөйләүенсә, илебеҙҙә колхоздар осоронда ҡолас ташлап бесән сабыу, баҡуй өҫтөнә ултырып, мәтрүшкәле сәйҙәр эсеү үҙе бер ғүмер булған. Ул осорҙа, техника етмәгән­лек­тән, Бишауыл-Уңғар халҡы ла бесәнде, ауыр булһа ла, ҡул менән әҙерләгән. Өләсәйем дә йәш сағында был эштән ситтә ҡалмаған. Уның хәтирәләре менән минең дә уртаҡлашҡым килә.
-Бесән әҙерләү ваҡыты етеү менән, иртән иртүк тороп, ҡатын-ҡыҙҙар баш­та­рына ап-аҡ яулыҡ ябынып, йыйылышып трактор арбаһына ултырып, салғыларҙы, һәнәктәрҙе, тырмаларҙы артҡа һалып, туғайға юлланабыҙ. Бабайҙар рәхәтләнеп мәҙәк һөйләй, кәрт уйнай, ә беҙ:
Ал итә, итә, итә,
Гөл итә, итә, итә,
Яндарыңа барыр инем
Ял итә, итә, итә.
Ал булмай, булмай, булмай,
Гөл булмай, булмай, булмай.
Бер болғанмай һыу ҙа тонмай,
Дуҫтар айырылмай булмай, - тип йырлаша-йырлаша бесәнлеккә килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Унда барып етеү менән, ашнаҡсы апайҙар мәтрүшкә, ҡарағат япраҡтары һалып, тәмле сәй ҡайнаталар. Хуш еҫле сәйҙәрҙе эсеп алғанғандан һуң, ирҙәр менән ҡатындар бесән сабырға төшә. Тирә-яҡ хуш еҫле сәскәгә күмелгән, туғайлыҡта ҡоштар һайраша, ҡояш ҡыҙҙыра. Салғы сыңы тирә-яҡҡа тарала. Иҫ киткес матур һәм яуаплы мәл! Оҙайлы ямғырҙар башланғанға тиклем малҡайҙарға был һутлы үләнде әҙерләп бөтөргә кәрәк. Бесән сабыу ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты һынай торған оло, кәрәкле эш һанала ине, - ти өләсәйем. - Ҡул салғыһы менән оҫта бесән сабыусы ир-ат ауылдағы иң абруйлы, иң эшлекле, егәрле кеше булып иҫәпләнә торғайны. Бесәнде ирҙәр менән бер рәттән ҡалышмай сапҡан ҡатындар бар ине арабыҙҙа. Барлыҡ көстө бергә туплағас, бесән сабылып бөтөлә, уны йыйып алырға ла ваҡыт етә. Бесән елләгәндән һуң һәнәк, тырмалар менән әйләндерәбеҙ, күтәремдәргә һалабыҙ. Ир-егеттәр ат арбаһына “собиралка”(бесән йыйҙыртҡыс) менән бер урынға тарттыралар, күбәләр һалалар.Трактор килеп, күбәләрҙе кәбәнгә өйә. Бабайҙар сиратлап төнгөлөккә бесәндәрҙе ҡарауылларға ҡала.
Матур тәбиғәт ҡосағында көн үткәне лә һиҙелмәй торғайны. Ауылға ҡайтыр алдынан ни тиклем эшләп арыһаҡ та, буш ҡайтманыҡ. Күҙҙең яуын алып торған балан тәлгәштәре, эре-эре сөм ҡара төҫтәге муйылдар үҙҙәренә саҡырып торған кеүек. Баштағы яулыҡты сисеп, ошо емештәрҙе йыйып алып, яулыҡҡа төрөп алырға ла өлгөрә инем. Ҡайһы бер көндәрҙә ҡайын ағасынан миндек әҙерләп алып ҡайтырға ла ваҡыт таба торғайным. Тракторға ултырғас, тағы ла йырҙы башлап ебәрәм:
Ҡайтҡан саҡта Сәрмән буйҙарынан
Тыңларһыңмы йырҙар йырлармын.
Һин дә ҡушылып йырлайһыңмы,
ап-ағым?
Бына ошондай күңелле тормош менән йәшәй инек. Эйе, колхоз ваҡытында бесән әҙерләүе ауыр булһа ла, бик күңелле үткән. Ул саҡтар хәтерҙә генә ҡалды, сөнки хәҙерге заман – прогресс заманы, баҫыуҙарҙа, яландарҙа барлыҡ эштәрҙе техника башҡара.
Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш быуын вәкилдәре бесән әҙерләүҙең нимә икәнен дә белмәй үҫә. Халыҡтың күбеһе салғы, тырма, һәнәк тотоп эшләмәй.Мал аҫраусылар ҙа күҙгә күренеп кәмей. Халҡыбыҙҙың борон-борондан һаҡланып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, шөғөлдәре юҡҡа сыға. Минеңсә,тап бына ошо бесән әҙерләү баланы хеҙмәткә өйрәткән, физик яҡтан үҫтергән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бергәләп мал аҙығы әҙерләп алырға халыҡты берләштергән, үҙ-ара аралаштырған, хужалығын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Мал тотҡан кешенең ите лә, һөтө лә, ҡаймағы ла һәм башҡа һөттән эшләнгән ризығы ла булған. Тәбиғи аҙыҡ ашау сәләмәтлекте нығытҡан. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ауылда ла йылдан-йыл һыйырҙар һаны кәмеүе күҙәтелә. Бөгөнгө көндә бесән әҙерләүе еңелләшһә лә, уны әҙерләүселәр һирәгәйеүе йөрәкте әрнетә, әлбиттә, уның сәбәптәре лә етерлек. Минеңсә, кешеләр ялҡауланды. Уйланырға урын бар: совет осоронда етерлек техника булмаһа ла, кешеләр күпләп ҡул көсө менән бесән әҙерләгән, трактор, һирәкләп ат арбаһына ултырып булһа ла алыҫҡа бесән әҙерләргә йөрөгән. Ә хәҙер һәр урамда еңел һәм йөк машиналары ла була тороп та бесән сапмаусылар, мал аҫрамаусылар күбәйә. Шунлыҡтан урам тирәһен бейек үлән баҫты, уныһын да сабырға иренеүселәр артты. Эш юҡ, аҡса юҡ тип зарланыусылар бихисап, хал­ҡы­быҙ­ҙың ошо матур шөғөлөн тергеҙеп, ни өсөн матур итеп йәшәмәҫкә? Ҡул менән бесән сабыуҙар онотолоп, тарих төп­көлөндә ҡалмаһын ине. Һүҙемде Фәүзиә Ҡотлогилдина- Алтынбаеваның “Салғы сыңы” шиғыры менән тамамлайым:
Салғы тотоп һелтәнеүҙе
Белмәйҙәр инде йәштәр.
Олатай бесән сапты тип
Хәтерләй генә күптәр!
Салғы тотоп бесән сабыу -
Ата-баба йолаһы!
Йолаларҙы онотмаһын
Башҡортомдың балаһы!
Ләйсән Мусина,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: