Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Гел шулай асыҡ һәм ихлас булып ҡалығыҙ!”

Күреүебеҙсә, һуңғы көндәрҙә башҡорт һәм татар эстрадаһының йәш йондоҙҙары Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың мосолман йолаһы буйынса үткән никахы кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Артыҡ иғтибар хатта йәштәрҙе бер аҙ ҡурҡытты ла ахыры, сөнки 18 июлдә булған тантананан һуң, һәләтле йәштәрҙе төрлө матбуғат баҫмаларының журналистары борсой башлағас, Гөлназ Асаева һәм уның кейәүе Вилдан Шәмсетдинов интервью алырға теләгән ҡәләм оҫталары һөжүменә ҡаптыҡ, тип хәбәр итте. Ул ғына түгел, Гөлназ Асаева артыҡ иғтибарҙың күңелдәрен ҡырыуын социаль селтәрҙә лә белдерҙе:
- Хөрмәтле журналистар, беҙ никах темаһына интервью биреүҙән баш тартабыҙ. Зинһар өсөн, беҙҙең директорҙарға, таныштарға, яҡындарыбыҙға шылтыратыуығыҙҙы туҡтатығыҙ! Аңлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!, - тип яҙғайны йырсы ҡыҙ.
Әле иһә йырсының социаль селтәрендә сираттағы яҙма барлыҡҡа килгән һәм ул үҙенең аудиторияһына ҙур рәхмәт белдергән.
– Ҡайнар сәләм, ҡәҙерлеләрем! Дуҫтар, минең сәхифәгә яҙыусылар, һеҙгә йылы һүҙҙәрегеҙ, ихлас ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Миңә әйткән теләктәрегеҙ үҙегеҙгә күп тапҡырға күберәк әйләнеп ҡайтһын! Хөрмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һәр саҡ шулай асыҡ һәм ихлас булып ҡалығыҙ! – тип яҙған Асаева.
Кейәүгә килгәндә, Вилдан Шәмсетдинов Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуғанын, Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында белем алғанын хәбәр иткәйнек.
2016 йылдар тирәһенән Вилдан Шәмсетдинов профессиональ кимәлдә йырҙар яҙҙыра. Һәләтле егет Villi псевдонимын алып Радик Юлъяҡшин лейблы аҫтында ла эшләп ала. Әлеге ваҡытта ул – ирекле музыкант. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы яҙа.
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: