Ҙур ғаиләнең бәхете нимәлә? Әлбиттә, килешеп, аңлашып йәшәй белеүҙә, яҡындарыңды яратыуҙа, һәйбәт мөнәсәбәт ҡора белеүҙә. Ғаилә нигеҙенең ныҡлығын атай кеше тотоп торһа, йорттоң ел-дауылдарға бирешмәйәсәге билдәле. Хеҙмәт һөйөүсән, сәләмәт тормош яҡлы, ҡотло ҡуллы Айвар Әбүзәр улы ауыл мәҙәниәт йортонда сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. “Мирзаһит” йәмғиәтендә лә эшмәкәрлеген яраштырып алып бара. Райондың иң яҡшы механизаторы ла ул, район хакимиәте һәм Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булған алдынғы хеҙмәткәр.
Илүсә ханым, күп бала әсәһе булыуҙан тыш, Урманай мәктәбендә егерме йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләй. Ярҙамсыл, алсаҡ ханымды коллегалары хөрмәт итә, тәрбиәләнеүселәре ысын күңелдән яҡын күрә. Дүрт ҡыҙын да үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған Исмәғилевтәрҙең мөхәббәте, йылылығы, наҙы барыһына ла етерлек. Исемдәре лә ҡайһылай ҡолаҡҡа ятышлы, матур – Айһылыу, Айгизә, Нәргизә... Туғандары Аделинаны 2014 йылда тәрбиәгә алғандар.
Ғаиләнең ярҙамсы хужалығы ҙур, тимәк, мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Йәй көнө һөт тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Ата-әсә йыр-моңға әүәҫ, ҡыҙҙар бейергә, һүрәт төшөрөргә ярата, улар район һәм республикала үткәрелгән мәҙәни саралар эсендә ҡайнап йәшәй. Бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙып тормош иткәндә генә бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә, эштәрҙе йәһәтерәк теүәлләргә, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин, тип иҫәпләй йорт хужаһы.
#детибашкириисчастье
#башҡортостанбалалары
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова.