Һуғыш башланған көндө ул ҡатын-ҡыҙҙар менән сөгөлдөр баҫыуында була. Һыбайлы ағай уларға һуғыш сыҡҡаны хаҡында хәбәр килеп әйткәс, барыһы ла ауылға йүгереп ҡайта. Ә унда инде әсәйҙәр, апай-еңгәйҙәр улдарын, ағай-ҡустыларын, ирҙәрен һәм атайҙарын атҡа ултыртып, һуғышҡа илаша-илаша оҙаталар. Закирә инәйҙең дә һуғыштың тәүге көнөндә киткән 1922 йылғы ағаһы Ғиндулла һуғыш яланында ятып ҡала. Ә 1917 йылғы ағаһы Хөрмәтулла ағайға 1946 йылда Еңеү яулап ҡайтырға насип була. Ағайҙарынан килгән өс мөйөшлө хаттарҙы уларҙың өйҙәрендә ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
15 йәшлек Закирә инәйгә лә барса тиҫтерҙәре кеүек һуғыш йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәрергә тура килә. Уларҙың үҫмер һәм йәшлек йылдары Бөйөк Еңеү хаҡына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәттә үтә.
- Һуғыш йылдарында үгеҙ егеп, ер тырматыҡ, иген сәстек, ураҡ урҙыҡ, көлтә бәйләнек, ҡышын утын әҙерләнек. Ҡарабоҙайҙы, борсаҡты көндөҙ сапһаң, ҡойолоп бөтә тип, төнөн саптырта инеләр, - тип һөйләй ул.
Ә шул йыйған башаҡтарҙың исмаһам, берәүһен булһа ла, ауыҙға ҡабырға ярамай торғайны. Бер нисә бойҙай бөртөгө өсөн күпме кешенең, хатта балаларҙың, баштарын төрмәгә тыҡтылар.
Бер ваҡыт ашлыҡ урған ваҡытта йәлләп, 6-7 йәшлек малайҙарҙың кеҫәләренә берәр ус иген һалып ебәргән инем. Шуны бригадир күреп ҡалып, кире бушаттырған. Миңә лә тағы шулай ҡабатланһа, төрмәгә ултыртам, тип янаны.
Ике туған ҡустым менән эҫкерткә 3 центнерҙай арыш күмелгәнен табып, правлениеға барып әйттек. Ә улар беҙҙе, үҙегеҙ йәшергәнһегеҙ ҙә, алып ҡайта алмағас, килеп әйткәнһегеҙ тип, милицияға тапшырҙылар. Ярай, милицияла тикшергәндән һуң, ни эшләп шул балалар иген урлаһын тип ҡайтарып ебәрҙеләр.
Бер аҙҙан мине йәш булһам да звено башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Апай-еңгәйҙәр менән ураҡ урып, башаҡтарҙы йыйып, өйөп ҡуйҙыҡ. Райондан тикшерергә килгән Сөләймәнова, Юнысова апайҙар, бер башаҡ та ҡалдырмағанһығыҙ, рәхмәт, тип маҡтап китте.
Шәкәр заводында немец тотҡондары эшләй ине. Беҙ ат менән баҫыуҙа һалам йыйғанда, улар ҙа һалам ташырға киләләр ине. Мин мәктәптә немец телен яҡшы уҡығас, бер аҙ уларҙың телендә һөйләшә белә инем. Шул саҡта уларҙың беҙ үҙ теләгебеҙ менән килмәнек, беҙ ҙә ғаиләләребеҙҙе ҡалдырып киттек, тип илап әйткәндәре әле булһа хәтеремдә, - тип дауам итә Закирә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Уның саялығын, зирәклеген күреп, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Динислам Сабитов ауырып киткәс, уның урынына бригадир итеп тә ҡуялар. Төбәк станцияһына һөт, йомортҡа, ит тапшырырға ла йөрөргә тура килә уға. Ҡыштарын келәттә весовщик булып эшләй.
Еңеү көнө хаҡында улар баҫыуҙа муйындарына биҙрә аҫып, ҡул менән иген сәсеп йөрөгәндә ишетә. Был шатлыҡлы хәбәрҙе алғас, ауылға ҡайтып шатланышып байрам итәләр.
Закирә инәйгә ауыр һуғыш йылдарында 1943 йылда - 65 йәшлек әсәһен, 1944 йылда 75 йәшлек атаһын ерләргә тура килә. Шулай ҙа, иң кесе бала булып йортта ҡалғанлыҡтан, донъяларын тәртиптә тота, һыйырҙарын, ваҡ малдарын да кәметмәйенсә ҡарай. 1946 йылда Хөрмәтулла ағаһы һуғыштан ҡайтҡас, доньяларын уға тапшыра. Ағаһы Банат Батырованың ҡыҙы Баныуҙы кәләш итеп алып, төп йортта йәшәй башлайҙар.
Ә Закирә инәй йәшен ике йәшкә кәметеп яҙып, интернатҡа уҡырға китә. 8-9 кластарҙы интернатта тамамлағандан һуң уны Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһына бухгалтерҙар курсына уҡырға ебәрәләр. 1951 йылда “Урал” колхозында бухгалтер булып эш башлай. Шунда Үтәгән ауылы егете Камил Хөсәйеновҡа кейәүгә сыға. Байтаҡ йылдар келәттә весовщик була. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанға тилем шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә. Ете ҡыҙ, өс малайға ғүмер бирә Хөсәйеновтар. Ғүмер буйына кәртә тултырып ат, һыйыр, һарыҡ ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларында емеш ағастары, баҡса еләге, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.
Камил Заһиҙулла улы Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы була. Һуғыштан ҡайтҡандан һуң колхозда ең һыҙғанып эшләй. “Урал” колхозында баҫыуҙар ҡарай, 1975 йылдан 1993 йылға тиклем урман ҡарауылсыһы була. Ике урында эшләй. Иң яҡшы лесник булараҡ, Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Уларҙың икеһенең дә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тигән таныҡлығы бар. Закирә Рәхмәтулла ҡыҙының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына өҫтәп, Герой-әсә тигән маҡтаулы исеме һәм ордены ҡәҙерләп һаҡлана. Ғаилә башлығы 2008 йылда алтмышҡа яҡын татыу ғүмер кисергәндән һуң баҡыйлыҡҡа күсә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә. Баш ҡалала уҡып бөтөп ҡайтып килгән улдары Салауат 18 йәшендә генә фажиғәле вафат була. Силәбелә эшләп йөрөгән улдары Юлайҙың да ғүмере 42 йәшендә генә өҙөлә.
- Ни хәл итәһең, тормош беҙҙе шулай төрлө һынауҙарын ебәреп, сыныҡтырҙы. Уфтанып, бөгөлөп ултырһаң, донъяла йәшәүе бик ауыр. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә һигеҙ балам иҫән-имен ғүмер итә. Уларҙың барыһына ла белем алырға, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттек. Дүртәүһе эшләп йәрәй, дүртәүһе хаҡлы ялда. Мин иң бай өләсәймендер тим үҙемде. Барыһы бергә 31 ейән-ейәнсәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем бар. Улар һәр ваҡыт ҡайтып, ярҙамлашып торалар. Ауылда улым Рим менән йәшәйбеҙ, әлеге көндә Өфөлә ҡыҙым Раушанияла ҡунаҡта. Ситтә йәшәһәләр ҙә, һәр баламда ҡунаҡ булып йөрөү бәхетенә эйәмен - тип һөйөнөп уртаҡлаша Закирә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Эйе, бөгөн Бөйөк Еңеү хаҡына үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәргән, һуғыш йылдарының бар михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар һәм үҫмерҙәр бик аҙ ҡалған. Хатта, һуғыш йылы балаларының иң кеселәре лә 80-әр йәшкә еткән. Үткәндәрҙе, тарихты үҙ хәтерҙәрендә һаҡлаған Закирә инәй Хөсәйенова кеүектәр беҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон, улар һәр саҡ беҙҙең хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ.