Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бар сәскәләрҙән дә яҡын ялан сәскәләре!

Хуш еҫле ялан сәскәләренә бер ҡасан да битараф булманым. Ялан-болондарға еләк йыйырға, сөгөлдөр эшләргә, миндек әҙерләргә барғанда гел ҡосаҡ тултырып сәскә йыйып ҡайта инем. Ә инде йәмле йәйҙә һөйгән кешемдең ялан сәскәләрен бүләк итеүен бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Нәҡ йырҙағыса:Ялан сәскәләрен күргән һайынИҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.

ЯЛАН СӘСКӘЛӘРЕ
Салауат Низаметдинов музыкаһы
Зөһрә Ҡотлогилдина шиғыры
Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым,
Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә.
Ялан сәскәләрен күргән һайын
Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә.
Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан
Миңә гөлдәр бүләк итмәне.
Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә,
Миңә шул, көн-шул көн, етмәне.
Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге,
Барыһы бар, тик, һин генә юҡһың,
Юҡтағы ла ялан сәскәһе.
Тәүге күкрәү булып килдең дә һин,
Алып киттең бәхет күгенә.
Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып,
Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә...
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: