Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Зирәк һәм батыр разведчик

Сталинград фронтының бер ғәскәр яугирҙары 1943 йылдың ғинуар башында ҡамауға эләгә. Уны өҙөү өсөн дошман тураһында иң теүәл мәғлүмәттәр кәрәк була. Ошо маҡсатта саңғысыларҙың разведка алып барыусы ҙур булмаған төркөмдәре төрлө яҡҡа йүнәлтелә.

Шундай төркөмдәрҙең береһенә етәк­селек итеү рота командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант Зөфәр Кәримовҡа йөк­мәтелә. Разведчиктар араһында ул званиеһы һәм йәше буйынса иң өлкәне була.
Төркөмдө заданиеға ебәрер алдынан батальон командиры, майор Коротун Зөфәр Кәримовты үҙенең янына саҡыра. Улар араһында ошондай һөйләшеү була.
- Һеҙ ҡайһы яҡтан, өлкән лейтенант?
- Башҡортостандан.
- Аусыһығыҙмы?
- Юҡ, уҡытыусы, әммә ауға йөрөнөм...
- Яҡшы, Һеҙҙе өлкән разведчик итеп тәғәйенләп, беҙ дөрөҫ эшләгәнбеҙ.
Фитиль яҡтыһында картаһын йәйеп һалып, ул уйланған дөйөм шартты аңлата, маршрутты күрһәтә. Заданиеның бик яуап­лы, ҡатмарлы булыуын, яҙмыштың уға бәй­ле икәнен хәтерҙән сығармаҫҡа кәрәклекте әйтә.
Ете разведчик юлға сыға. Таң алды ҡа­раң­ғылығында ирҙәр бер һүҙ өндәшмәйенсә бара. Ә иң алда - өлкән лейтенант Кәримов, уның артынан оҙон буйлы пулеметсы Ғөбәйҙуллин атлай.
Урман һирәгәйгәс, аҡлан күренә һәм яҡтыра башлай. Шул саҡ Кәримов майор һүҙҙәрен иҫенә төшөрә: “Аҡланды үткәс, ҡыуаҡлыҡ аша сығырһығыҙ, соҡор буйлап ауылға яҡынлашырһығыҙ”. Шул саҡ бит­лек, халаттар кейгән дүрт немец саңғысыһы килгәнен шәйләп, ҡарға ята һәм ҡулы менән “ятырға” тигән ишара яһай.
Рядовой Ғөбәйҙуллин, команданы көтөп тә тормайынса, ҡул пулеметын тиҙ генә урынлаштыра. Кәримов уның янына шыуышып килә лә: “Теге ситтәге ҡыуаҡҡа төбәрһең. Береһе лә ҡасырға тейеш түгел”,- тип бойороҡ бирә.
Яҡынлашып килгән немецтарҙан күҙ ҙә алмайынса, Ғөбәйҙуллин ризалашып, ба­шын сайҡай. Ә немецтар бер нимә лә һиҙ­мә­йенсә атлай бирә, тик пулемет утынан дүр­­теһе лә ергә тәгәрәй. Бер аҙҙан развед­чик­тар уларҙың документтарын алып, алға китә.
Көтмәгәндә урман буйынан автоматтан атыу тауышы ишетелә. “Бирешмәгеҙ, тик тере килеш ҡулға эләкмәгеҙ”, - ти командир егеттәргә. Ҡанлы атыш башлана, Ғөбәй­ҙул­лин пулеметтан, ҡалғандар автоматтарҙан ут аса. Шул саҡ көтмәгәндә пулемет тауышы тынып ҡала. Ғөбәйҙуллиндың битенән әкрен генә ҡан аға. Шунда Кәримовтың да һул ҡул башын нимәлер өтөп ала. Ауыртыуға тештәрен һәм автомат ҡапҡасын ҡыҫа.
Кәримов иптәштәренең барыһының да һәләк булыуын аңлай. Ә немецтар яҡын­лашҡан һайын яҡынлаша. Ҡапыл шундай план тыуа: үлгән булып ҡыланып, яҡындағы гитлерсыларға ут асырға. Улар яҡынлаша. Бына шунда Кәримов һикереп тороп, авто­маттағы пуляларҙы фашистарға ҡойон­дора. Дискта патрондар бөтә һәм ул ҡарға ауып, сумкаһынан яңы диск алып, уны автомат пазына ҡуя. Тирә-яҡ тынлыҡҡа бата. Кәримов немецтарҙың уны әсирлеккә алырға теләүҙәрен аңлай.
Башта тағы ҡыйыу фекер тыуа. Ул авто­матын баш осонда күтәрә һәм уны дошманға күрһәтеп, аяҡ аҫтына ырғыта. Бер аҙым алға атлай ҙа, ҡулын юғары күтәреп ҡатып ҡала.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)

Эльмира Рафиҡова,
үҙәк район китапханаһы китапханасыһы.
Читайте нас: