Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәйем”

Ижад тормошобоҙға йәм өҫтәй, уны сағыуыраҡ итә.؛ Ижад итеп, күңелендәге хис-тойғолары менән уртаҡлашҡан, үҙен төрлө яҡтан үҫтереү өҫтөндә эшләгән, тирә-йүнгә матурлыҡ өләшкән кешеләр ҙур һоҡланыу уята.؛ Мәҡәләм геройы, район Мәҙәниәт һарайында уҙғарылған мәҙәни сараларҙы моңло йырҙары менән биҙәүсеҽ Лилиә Сиражетдинованы (Әлмәтованы) күптәр беләлер, моғайын. Уның клиптарын "Туған тел" телеканалында ла күреп торабыҙ. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға бар яҡлап та өлгөр ҡатын Лилиә Зәлим ҡыҙы менән йәнле әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Лилиә, үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙсе?
- Мин Олокүл ауылында тыуып үҫтем. Өйөбөҙҙә һәр саҡ йыр-моң хакимлыҡ итте. Атайым бик матур итеп гармунда, баянда уйнай торғайны. Һеңлем менән уға ҡу­шылып, өйҙәгеләргә концерттар ҡуя инек. Алты йәштәр тирәһендә ниңәлер гел “Шиңгән сәскәләр” тигән йырҙы яратып йырлап йөрөнөм. Уның һүҙҙәрен миңә бер кем дә өйрәт­мәне, ҡайҙан отоп алған­мын­дыр. Апай-әбейҙәр аҡса биреп, мине ҡат-ҡат йырлаталар. Шаршау артына баҫам да, ҡысҡырып шул йырҙы йырлайым. Шунда бала ғына булһам да, ниңә мин йыр­лағанда уларҙың күҙҙәре йәшләнә икән, тип аптырай торғайным.
Ә һуңынан инде оҙаҡ ваҡыт йырла­уымды онотоп торҙом. Күп йылдарҙан һуң тағы ла был шөғөлөмә әйләнеп ҡайттым...
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас: