Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәш белгес – малдар именлеге һағында

Ауыл хужалығында ветеринарҙарҙың роле ҙур. Был һөнәр эйәләре малдарҙы дауалай, йоғошло ауырыуҙарҙан профилактикалай, шулай уҡ ит һәм һөт продукцияһының сифаты өсөн яуап биреп, кешеләрҙең һаулығын хәстәрләүгә үҙ өлөштәрен индерә.

Районда бөтә ғүмер­ҙәрен ветеринария эшенә арнаған мал табиптарына алмашҡа йәш белгестәрҙең килеүе һәм ең һыҙғанып был ауыр ҙа, яуаплы ла эште башҡарыуҙары һөйө­нөслө. Ҡырмыҫҡалы ауы­лы егете Алик Мөхәмәт­йәров та ошо һөнәргә эйә булып, ихлас күңел менән тырышып эшләй. Нисек мал табибы булып киткәне тура­һында һорашҡас:

- Бәләкәйҙән мал күреп үҫмәнем. Был һөнәрҙе һай­лауым осраҡлы килеп сыҡ­ты, тиһәм дә була. Район үҙәгендәге 2-се һанлы мәк­тәпте тамамлағандан һуң, олатайым өлгөһөндә бух­гал­тер булғым килде. Шуға ла Ҡырмыҫҡалы һөнәр­селек училищеһына уҡырға ин­дем. Ҡулыма диплом алы­уын-алдым, тик иҫәп эше күңелемә ятмағанын аңла­ным. Шунан Стәрлетамаҡ ауыл хужа­лығы тех­ни­кумында вете­ринария фельд­­шерлығына уҡы­ным, - тип һөйләне.
Артабан дипломлы бел­гес тыуған районға ҡайтып, вете­ринария станцияһына эшкә урынлаша. Тәүҙә с­а­нитар, артабан тәжрибә туплағас, ветфельдшер итеп тәғәйенләнә. Башта Әлимғафаров, һуңынан Ғә­линур Ҡунаҡаев етәк­селегендә эшләй. Йәш белгес бөгөн дә йүнәлеш биргән, уға ышанған, эшкә өйрәткән остаз­дарына рәх­мәтле. Уларҙың биргән кәңәштәрен һәр ва­ҡыт иҫтә тота. Бында эшләгән осорҙа белемен камил­лаштырыу өсөн ситтән то­роп Башҡорт дәүләт аграр университетының ветери­нария бүлегенә уҡырға инә.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Читайте нас: