- Тормошта иң мөһиме – балалар. Ә ата-әсәнең үҙ-үҙен тотошо ныҡлы ғаиләнең төп нигеҙе булып тора. Балаларға ниндәй генә өгөт-нәсихәт биреп үҫтермә, улар барыбер ата-әсәһенең холоҡ-фиғелен үҙенә һеңдереп үҫә һәм киләсәктә ҡабатлай. Шуға күрә беҙ иптәшем менән татыу йәшәйбеҙ, барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ, бар тырышлығыбыҙҙы, күңел йылыбыҙҙы ғаиләбеҙгә бағышлайбыҙ,- ти Светлана Рауил ҡыҙы.
Иҫке Муса ауылы ҡыҙы Светлана мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетына башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, ҡулына диплом алған йәш уҡытыусы Арыҫлан ауылы мәктәбенә эшкә килә. Шул ваҡыттарҙа инде йәш уҡытыусыға Боҙаяҙ ауылы егет Айраттың күҙе төшә. Йәштәр бер-береһенә булған һөйөү хистәрен штамп менән беркетеп ҡуялар, пар күгәрсендәй матур ғаилә ҡоралар һәм Өфө ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Айрат Ринат улы Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Себер тарафтарына эшкә юллана, Когалым ҡалаһында быраулаусы булып эшләй. Ғаиләнең мөхәббәт емеше булып, Таһир исемле улдары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала табыу осоро бик ауырға төшә һәм малай ДЦП диагнозы менән тыуа. Әлбиттә, был ғаиләгә ҙур һынау алып килә. Улдарына ике йәш тулғас, Бикмәтовтар Ҡырмыҫҡалы ауылына күсенеп ҡайта. Тормош дауам итә. Артабан бер-бер артлы Данил менән Булат донъяға килә.