Наилә ауыр ваҡыттарҙа – холера эпидемияһы ҡолас йәйгән осорҙа донъяға килә. Әсәһе ауырығанда ҡыҙға ни бары бер йәш була, тиҙҙән атаһы ла ошо сирҙән мәңгелеккә китеп бара. Бер аҙна эсендә өләсәйебеҙ Фәғилә ике ҡыҙын – Зәйтүнә һәм Жәүһәрәне ерләй. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Наилә иҫән ҡала һәм оҙон ғүмер юлы үтә.
Наилә Шәғайҙар ҡыҙының биографияһында илебеҙ тарихы ла сағыла: революция, йәш Советтар иленең үҫеше...
Башҡа йәштәштәре кеүек Наилә 1928 йылда мәктәпкә уҡырға төшә. Пионерға алына һәм барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 7-се класты тамамлағандан һуң үҙен уҡытыусылыҡҡа бағышларға ҡарар итә. Был юлды һайлауына ғәжәпләнергә түгел: бер туған ағаһы Мотаһар Хәйҙәр улы -уҡытыусы, һуңынан мәктәп директоры, ә бабаһы Мөхәмәҙинур мәғрифәтсе була. Шулай итеп, ҡыҙ 1935 йылда Кушнарен педагогия училищеһына уҡырға инә. 1939 йылда әсә теле уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән 19 йәшлек белгесте юллама буйынса Мораҡ районының (хәҙерге Ишембай районы) Түбәнге Әрмет мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Был мәктәптә ул 1942 йылдың июленә тиклем эшләй.
1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм кешеләрҙең барлыҡ уй-хыялдары емерелә. Ауыр ваҡыттар башлана. Шул ваҡытта Наилә Шәғайҙар ҡыҙы тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә.
1942 йылдың 3 сентябрендә ул Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Был ваҡытта илебеҙ өсөн беҙҙең яугирҙар дошмандарға ҡаршы ҡаты һуғыш алып бара. Ә тылда миллионлаған совет халҡы, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм балалар көндө төнгә ялғап эшләп, Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәләр. Улар иңенә көс етмәҫлек ауыр эштәр төшә. Наилә Шәғайҙар ҡыҙы үҙенең хеҙмәттәштәре менән бергәләп мәктәптә һәм унан ситтә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша. Пропагандист-агитатор булараҡ бер нисә саҡрым йәйәүләп ырҙын табаҡтарына, һауынсылар янына барып, һалдаттарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына фронттағы, илдәге яңылыҡтар тураһында һөйләй, гәзит уҡый. Уҡытыусылар һәм өлкән касс уҡыусылары менән бергә мәктәпте йылытыу өсөн утын әҙерләйҙәр, йәй көнө баҫыуҙа уңыш йыялар. Көндөҙ ураҡ менән баҫыуҙағы ашлыҡты урып, көлтәгә һалалар, ә кисен ырҙын табағында иген таҙарталар. Мәктәпте үҙҙәренең көстәре менән ремонтлайҙар, төҙөлөш материалдарын ат менән ташыйҙар. Совет халҡы көтөп алған Еңеү көнөн шатланып ҡаршы ала.