Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Матур ғүмер ителгән

Тиҙҙән илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Эйе, шул дәһшәтле йылдар менән бөгөнгөбөҙҙө нәҡ 75 йыл айырып тора. Аҙмы был, күпме? Донъя тарихы өсөн күп түгел, ә кеше ғүмерҙәре кимәленән ҡарағанда тотош бер дәүер. Ошо осорҙа илебеҙ ниндәй ыңғай үҙгәрештәр, үҫештәр, алға китештәр кисергән.

Күпме заводтар, фабрикалар төҙөлгән, яңы ҡалалар ҡалҡып сыҡҡан. Кеше йыһанға күтәрелгән, мәңгелек күренгән боҙҙарҙы аҡтарырлыҡ караптар уйлап тапҡан. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә күпме яңы үрҙәр яуланған, бихисап фәнни асыштар яһалған. Халыҡтың йәшәү кимәле, көнитмеше яҡшырған, күңелендә киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ тормошҡа ышанысы артҡандан-артҡан. Беҙ, бөгөнгө заман кешеләре, быға үҙебеҙ шаһитбыҙ. Иртәгәһе көнгә күңелебеҙ тыныс, йәшәү шарттары һис зарланырлыҡ түгел. Барыһы ла етерлек, тик ялҡауланма ғына. Дәһшәтле һуғыш йылдары алыҫай ған дан-алыҫая. Шул осорҙа утлы яуҙарҙа пулялар аҫтында йөрөп, Еңеү яулаған ҡаһарман ир-егеттәр ҙә беҙҙең аранан китә, көндө-төнгә ялғап баҫыуҙарҙа иген иккән, завод-фабрикаларҙа тир түккән, үҙ ауыҙынан өҙөп бер ҡабым ризыҡты фронтҡа оҙатҡан, ысын мәғәнәһендә ба тырлыҡҡа тиң эштәр ҡылған тыл хеҙмәтсәндәре лә баҡыйлыҡҡа күсә. Һуғыш йылдарында үҙҙәре бала, үҫмер генә булған, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса ололар рәтенә кереп, илгә килгән ауырлыҡты өлкәндәр менән бергә үҙ иңендә күтәрешкән малайҙар, ҡыҙҙар ҙа хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. 1945 йылдағы Бөйөк Еңеү ана шуларҙың тырышлығы, ҡоростай ныҡлығы менән яулана.
Был хаҡта һис кенә лә оноторға тейеш түгелбеҙ. Йәш быуын бөгөнгө тормошобоҙ хаҡына ауырлыҡтар алдында бирешмәгән, михнәттәрҙән бөгөлөп төш мәгән көслө рухлы, сыҙамлы оло быуын кешеләре хаҡында белергә тейеш. Ана шундай ниәттән һуғыш осоро балаларының береһе тураһында һөйләп китергә булдым. Әнисә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы Насирова булыр ул.
Һарт-Шишмә ауылында тыуып үҫеп, бөгөн дә шунда йәшәүсе Әнисә Мөхә мәтгәрәй ҡыҙының балалыҡ һәм үҫмерлек осоро Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарына тап килә. Барлыҡ тиҫтерҙәре һымаҡ ул да тормош һынауҙарын иртә татый. Һуғыштың тәүге көн дәренән үк фронтҡа алынған атаһы 1942 йылда батыр ҙарса һәләк була. Әсәһе, өләсәһенә ҡу лынан килгәнсә ярҙам итеп, бер туған ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ булып ул донъяға өлкәндәрсә ҡарарға, ололарса фекерләргә күнегә. Ниндәй генә эш булмаһын, баш ҡалар менән бер рәттән бар көсөн, тырышлығын һа лып, намыҫ менән ат ҡара үҫмер ҡыҙ. Шуға күрә уға уҡыу бәхете лә теймәй: дүрт класс менән генә хуш һынырға тура ки лә.
Әммә иң мөһиме, тормош һабаҡтары ала. Һуғыш дәүере уны сыныҡтыра. Ҡыҙ күңелендә донъя көткәндә кәрәкле үткерлек, бөтмөрлөк, түҙемлелек кеүек сифаттар нығына. Оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш та, ниһайәт, тамамлана. Халыҡ ҡыуаныс кисерә. Әммә яҙмыш тигәнең аяуһыҙ: инде тыныс тормошҡа күсеп, бынан ары донъялар яҡшырып китер, тип шатланып ҡына йөрөгәндә, әсәһе яҡты донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Был ваҡытта Әнисәгә бары 11 генә йәш була. Ни хәл итәһең, күрәһеләрҙе күрмәй булмай шул. Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә. Кесе йәштән үк төрлө эштәрҙә сынығыу алған үҫмер ҡыҙ артабан да тормош мәшәҡәттәрен, әленән-әле килеп тыуған һынауҙарҙы аҙ кисермәй.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Рим ИСХАҠОВ.
Читайте нас: