Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Кеше китә, эҙе ҡала...

1944 йыл. Волхов фронты. Ленинградты блокаданан азат итеү өсөн алыш бара. Танкка ҡаршы орудие командиры, лейтенант Сәлих Гәрәй улы Рафиҡов ауыр яранан һуң аңына килә. Расчёт һәләк булған. Ул һәм снаряд менән тәьмин итеүсе ҡарт ҡына иҫән. Лейтенант прицелға төҙәй, орудие атып ебәрә һәм ул йәнә аңын юғалта. Ҡарт снарядтар килтереүен дауам итә.

Шулай, яралы артиллерист танктарға ҡаршы һуғыш алып бара. Артабан Ленинградтағы хәрби госпит ал дә ята. Немецтарҙың снаряд ярсығы умыртҡаның муйын өлөшөнә эләккән була. Уны алырға баҙнат итмәйҙәр. Шул ярсыҡ менән Сәлих Гәрәй улы 1991 йылға тиклем йөрөй. 1991 йылдың 25 ноябрендә генә нейрохирургтар ветерандан 6 сантиметр оҙонлоҡтағы һәм 1 сантиметр киңле ктәге ярсыҡты тартып сығара. Бөгөн уның медицина картаһында: “тутыҡмай торған металл ярсығы...” тигән яҙыу һаҡлана.

Сәлих Рафиҡовтың арабыҙҙан китеүенә лә 25 йыл тулды. Бөгөн Елена Сәлих ҡыҙы атаһын йылы хистәр менән иҫкә ала.
- Атайымды 1941 йылдың авгусында хеҙмәткә алалар. Күп тә үтмәй ниндәйҙер сәбәп буйынса уны ҡайтаралар. Ә 1942 йылда ул үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ул ваҡытта ир-егеттәрҙең Тыуған ил өсөн көрәшергә атлығып тороуҙарын хәҙерге быуын күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Тәүҙә уны Киров, һуңынан Сәмәрҡәнд ҡалаһына артиллерислыҡҡа уҡырға ебәрәләр. 1943 йылдың ғинуарында атайым лейтенант званиеһын ала, - ти Елена Сәлих ҡыҙы.
Тәүҙә йәш лейтенант командалыҡ иткән орудие расчеты хәрәкәт иткән танктарға эләгә алмай. Сәлих Гәрәй улы устав буйынса команда бирә, ләкин бындай бойороҡто ишетеп, йәш һалдаттар юғалып ҡала. Шул ваҡытта расчет командиры башҡаса ысул һайлай – атырға, тигән команданы үҙгәртә. Был һалдаттарҙа ышаныс өҫтәй. Һуғыш һөҙөмтәләре лә һиҙелә.
- Ғәскәрҙәр күпер аша сыҡҡанда көт мәгәндә дошмандар бомба яуҙыра башлай. Атайымды тупраҡ күмеп китә, контузия ала. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Күп тап ҡырҙар яраланһа ла, уға һуғыштан тыуған яғына ҡайтырға насип була. “Һуғышҡа ин гән дә үлем тураһында уйламайһың ул. Яу яланынан сығарылып, табиптар яра ла рыңды эшкәрткәс, йәшәйһе килә”, - тип әйтә ине атайым, - ти ҡыҙы.
Бала сағы
Сәлих Рафиҡов Балтас районының Су ҡалы ауылында күп балалы ғаиләлә бишенсе сабый булып донъяға килә. Уға ете ай бул ғанда ғаилә башлығы Бөрө дауа хана һында вафат була. Шулай итеп, Шәмсисрур биш бала менән тороп ҡала. Ғаиләнең үҙ ерен эшкәртергә аттары булмай. Шуға урынына ярты уңышын бирерһегеҙ, тип биләмәне арендаға тапшыралар. Балаларын нисек тә туйындырыу өсөн әсәләре алпауыт Бе лояровҡа ялланып эшләй - ир-егеттәр менән бер рәттән ашлыҡ һуға. Эш хаҡы иҫәбенән икмәк ҡыйырсығы һәм бер бәйләм һалам бирәләр. Өлкән улы Ғаяз үҫеп буй еткергәс, Шәмсисрур мәзингә паспорт һорап бара. Ләкин ул уны асыулы йөҙ менән ҡаршы ала. “Бына һиңә паспорт”, тип ҡамсы менән һуға башлай. Һул яҡ ҡулбашындағы шул яра ғүмерлеккә уйылып ҡала.
Уҡырға теләге көслө була
Сәлих һәр ваҡыт белемгә ынтыла. Тәүҙә мәҙрәсәлә, һуңынан совет мәктәбендә уҡый. Аслыҡ-яланғаслыҡты ла кисерергә тура килә. Әсәһенең алабутанан бешергән икмәген күршеләренә биреп, китапҡа алмаштыра.Граждандар һуғышынан һуң ғаилә ат һатып ала. Шәхси хужалыҡта уның ярҙамы ҙур була, ер ҙә һөрәләр, башҡа эштәр ҙә башҡаралар. Ләкин егеттең уҡырға теләге шул тиклем көслө була, ул әсәһенең теләгенә ҡаршы килеп, Өфө ҡалаһында ер төҙөлөшө, урман, төҙөлөш-мелиорация техникумына уҡырға инә. Шуға ла өйҙәгеләрҙән бер ниндәй ярҙам көтмәй.
(Дауамын "Даирә" гәзитенән уҡығыҙ)
Ринат ШАЙБӘКОВ.
Читайте нас: