Ҙур ауырлыҡтар менән Ибра һим станцияһына барып еттек, унан һуң Николаевка, һуңынан Ульяновка ауылдарына йәйәүләп барҙыҡ. Балаларым ныҡ арыны, аслыҡтан, хәлһеҙлектән илайҙар... Шул саҡта беҙ тәүге йортҡа инергә ҡарар иттек. Үҙ хәлебеҙҙе һөйләп биргәс, беҙҙе ашаттылар, ҡундыр ҙылар. Был ғаиләлә ике бәләкәй улдары бар ине (һуңыраҡ белеүе беҙсә, был Балашовтар ғаиләһе булған, малайҙарҙың береһе Иван минең кейәүем булды). Икенсе көнгә атай-әсәйемдәрҙе барып таптыҡ. Ирем инде “Ҡарлыман” совхозына килде. Бында беҙгә фатир бирҙеләр. Мин дә, ирем дә эшкә урынлаштыҡ. Тағы ла Лида, Николай, Галина исемле бала ла ры быҙ тыуҙы. Кешеләрҙән кәм йә шәмәҫкә тырыштыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ирем тө ҙөлөш буйынса бригадир булып эшләне.
Һуғыш тамамланғас, етештереү тармаҡтарын тергеҙеү, икмәк үҫте реү, төҙөлөш эштәре тағы ла ҡа тын-ҡыҙҙар елкәһенә төштө. Ир-ат тар һуғышта алған яраларынан, сир ҙәрҙән вафат булды. Йәш ҡыҙ ҙарҙы шоферлыҡҡа, тракто рсы лыҡ ҡа уҡырға ебәрәләр ине. Аҙаҡ улар көндө-төнгә ялғап баҫыу ҙар ҙа, фермаларҙа эшләне. Аслыҡ, ялан ғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш тамамланыуға халыҡ шат ине.
Тыуған илебеҙҙе яҡлаған яуги ҙарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Станок тар артында, баҫыуҙарҙа, фер ма ларҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡа тындарға дан йырлайыҡ. Шундай ауыр ваҡытта иҫән ҡалған һәр кемгә һәйкәл ҡуйырлыҡ”.
Марина ИПАЛИТОВА.
Константиновка ауылы.