- Был вазифала нисә йыл эшләйһегеҙ? Һәм ниндәй юлдар аша килдегеҙ?
- Был вазифала 2020 йылдың 24 сентябренән хеҙмәт итәм. Үҙидара органдарына килгәнсе башҡа эштәрҙә эшләнем. Мәктәпте тамамлағас, БДПУ-ның тарих факультетына уҡырға керҙем. Хаҡлы ялдағы яңғыҙ әсәйемдең елкәһендә ултырғым килмәү сәбәпле, уҡыуымды ҡалдырырға тура килде. Тәүҙә хеҙмәт юлымды эшсе булып башланым. Шунан иретеп йәбештереүсегә курс уҡып, кирбес заводында, “Башкиравтодор” йәмғиәтендә, кәрәҙле телефондар башняһында, “Лассерсбергер” керамик заводында һөнәрем буйынса эшләнем. Армиянан һуң, ситтән тороп Өфө юридик колледжын, шунан Мәскәү иҡтисад институтын тамамланым. Депутатлыҡҡа үҙемдең кандидатурамды күрһәттем һәм үткәс, миңә район хакимиәтенән Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмәһенә башлыҡ вазифаһын тәҡдим иттеләр.
- Бөгөнгө көндәге мөһим эштәрегеҙ? Ауыл биләмәһе нимә менән йәшәй?
- Төп хәстәребеҙ – халыҡтың тормошон яҡшыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеү. Һәр ерҙәге кеүек беҙҙә лә проблемалар була. Уларҙы атҡарып сығырға тырышабыҙ. Иғәнәселәр ҙә ярҙамға килә. Власть халыҡ өсөн булырға тейеш. Күңел мәшәҡәттәр, хәстәрлектәр менән ҡатмаҫҡа, халыҡҡа ыңғай ҡараш булырға тейеш.
- Һеҙҙең төп ярҙамсыларығыҙ кемдәр? Активистар күпме?
- Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә. Татыулыҡ, бер-береңде аңлау һәм яҡлау булғанда, эштәр алға бара. Ауыл Советы хакимиәтендә үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр эшләй. Уларға иң мөһим мәсьәләләрҙе ышанып тапшырырға була. Ә халыҡ араһында активистар байтаҡ. Улар араһында - ауыл старосталары һәм дөйөм эш өсөн битараф булмаған кешеләр. Биләмәләге Александр Михайлович Брусенков етәкселегендәге сик буйы ғәскәрҙәрендә төрлө йылдарҙа хеҙмәт итеүселәр – ҙур ярҙамсыларыбыҙ. Улар ниндәй эш булһа ла, көнкүреш мәсьәләләреме, төҙөкләндереү өмәләреме, һуңғы юлға оҙатыумы - хәбәр итеү менән ихлас ярҙам ҡулын һуҙалар. Мәктәптәр һәм балалар баҡсаһы коллективтары өмәләрҙә ҙур эштәр башҡаралар.
- Ниндәй программаларҙа ҡатнашаһығыҙ?
- Йыл һайын “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программалары”нда ҡатнашып, уңайлы мөхит булдырыу, төҙөкләндереү эштәрен тормошҡа ашырабыҙ. Был программалар биләмәләге ауылдарҙың тышҡы йөҙөн матурлау, төҙөкләндереү буйынса халыҡтың теләктәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, быйыл Олокүл ауылында хоккей коробкаһын ҡуйырға уйлайбыҙ.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ниндәй ярҙам саралары күрһәтелә?
- Беҙҙең һәр ауылда волонтерҙар хәрәкәте бар, ә Олокүл ауылында – икәү. Улар маскировкалау селтәрҙәре үрә, яугирҙәргә кәрәкле кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек ебәрә һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр етештерә. Ғөмүмән, барса халыҡ еңеү килһен өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Үҙем дә шәхсән ярҙам итеүҙе бурысым тип иҫәпләйем. Шулай, уҙған йыл бензогенератор һәм “ВАЗ-2107” машинамды хәрби зонаға ебәрҙем. 2024 йылда яугир әсәһе Рәйсә Шамбазова урамын кәртәләргә ярҙам итеүҙе һораны. Ул материалдар алғайны, әммә эшләргә кеше кәрәк тине. Александр Михайловичҡа әйтеү менән, егеттәр менән килеп, бергәләшеп кәртә тоттоҡ. Мин иһә иретеп йәбештереү эшен башҡарҙым. Рәйсә Ғилметдин ҡыҙы шул тиклем һөйөнгән, район хакимиәте башлығы Сабировҡа беҙҙең өсөн Рәхмәт хаты яҙып ҡалдырған. Бөтә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары араһынан ошо Рәхмәт хаты минең өсөн иң ҡәҙерлеһе.
- Һеҙҙең биләмәлә нисә ауыл бар? Халыҡ ҡайҙа эшләй һәм нисек аҡса таба?
- Туғыҙ ауыл: Олокүл, Урал, Яңы Аҡташ, Михайловка, Ивановка, Шәрипҡол, Ҡустығол, Покровка, Октябрь. Урындағы социаль объекттарҙа, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙа, “Делэкса” йәмғиәтендә һәм башҡа шәхси эшҡыуарҙарҙа, магазиндарҙа, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында, мәҙәниәт йортонда, тимер юлында һәм Өфө ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Беҙҙә төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән 132 шәхси эшҡыуар бар.
- Ауыл биләмәһе башлығы ниндәй булырға тейеш?
- Халыҡҡа яҡын булырға, маҡсатлы, үҙ аллы, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләргә тейеш.
- Тәү сиратта ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә уйлайһығыҙ? Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ