Даирә
+13 °С
Облачно
Беҙҙең әңгәмә
24 Ноября 2025, 04:43

Төп маҡсаттары – бала саҡты бәхетле итеү

Балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнө алдынан райондың опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Әлфиә Венер ҡыҙы Хоҙайҙатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Төп маҡсаттары – бала саҡты бәхетле итеүТөп маҡсаттары – бала саҡты бәхетле итеү
Төп маҡсаттары – бала саҡты бәхетле итеү

- Әлфиә Венер ҡыҙы, күптәр опека һәм попечителлек бүлегенең нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында белеп тә бөтмәй кеүек...

- Опека һәм попечителлек органдары эшенең төп йүнәлештәре – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ йәки сикле тип танылған граждандар менән эшләү. Шулай уҡ социаль етемлекте иҫкәртеү маҡсатында ғаиләләр менән эшләү һәм ир менән ҡатын араһында балаларҙың йәшәү урынын билдәләүгә һәм балалар менән аралашыу тәртибенә ҡағылышлы бәхәстәр тыуған ғаиләләр менән эшләү ҙә беҙҙең ҡарамаҡта.

- Опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлегенең төп бурыстары ниндәй?

- Беҙҙең төп бурыстар – яҡлауға мохтаж граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау; опекун йәки попечитель булырға йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә алырға теләк белдергән граждандарҙы һайлап алып, уларҙы иҫәпкә ҡуйыу һәм әҙерләү; опекундарҙың һәм попечителдәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтеү; тәрбиәләнеүселәрҙең мөлкәтен һаҡлауҙы контролдә тотоу; бәлиғ булмаған балаларҙың, тәрбиәләнеүселәрҙең мөлкәте менән килешеүҙәр төҙөүгә рөхсәт биреү; ата-әсәләр араһындағы ғаилә бәхәстәрен хәл иткәндә балаларҙың мәнфәғәттәрен судтарҙа яҡлау.

- Ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар күпме районда?

- Беҙҙең райондың опека һәм попечителлек бүлегендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 140 етем бала иҫәптә тора.

- Һуңғы йылдарҙа опека бүлеге ярҙамы менән күпме бала яңы ғаилә тапты?

- Балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың өҫтөнлөклө формаһы булып уллыҡҡа алыу тора. Районда йыл һайын уртаса 1-2 бала уллыҡҡа алына. Бөгөнгө көндә бөтәһе 31 уллыҡҡа алынған бала иҫәпләнә.

- Уллыҡҡа алыусы, опекун һәм аҫрауға алыусы ата-әсә нимәһе менән айырыла?

- Уллыҡҡа алыу опекаға алыуҙан айырмалы рәүештә суд тәртибендә ҡарала. Опекаға алыу опека һәм попечителлек органы акты менән тәғәйенләнә. Ата-әсә-опекундар үҙ бурыстарын тәрбиәләнеүсе бәлиғ булғанға тиклем башҡара. Опекунлыҡ рәсмиләштерелгәндән һуң, опекундар тәрбиәләнеүсеһен ҡарауға айлыҡ пособие ала, ул балаларҙы туҡландырыуға, дауалауға, белем алыуға тотонола. Тәрбиәләнеүселәргә күп льготалар, шул иҫәптән, әгәр үҙҙәренең торлағы булмаһа, бәлиғ булғандан һуң торлаҡ алыу мөмкинлеге бирелә. Уллыҡҡа алыусылар бөтә ата-әсә хоҡуҡтарын һәм бурыстарын үҙ өҫтөнә ала. Бындай бала “ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған” статусын юғалта. Уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр түләнә. Уллыҡҡа алыусыларҙың теләге буйынса баланың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө үҙгәртелеүе мөмкин. Уллыҡҡа алыу ваҡыты сикләнмәй, хатта бәлиғ булғас та юридик яҡтан бала ғаилә ағзаһы булыуҙан туҡтамай.

- Ә опекун һәм попечитель төшөнсәләре нимәһе менән айырыла?

- 14 йәшкә тиклемге бәләкәй балаларҙы опекаға алалар. Попечителлек 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балаларға һәм суд тарафынан һәләте сикләнгән граждандарға тәғәйенләнә.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер опекундарҙың баланан баш тартыу осраҡтары ла күҙәтелә. Ошондай осраҡтар ҡабатланмаһын өсөн ғаиләгә психологик ярҙам күрһәтеләме?

- Опекундарҙың тәрбиәләнеүсеһенән баш тартыуын булдырмау һәм икенсел етемлекте иҫкәртеү маҡсатында, улар араһында ниндәйҙер ҡаршылыҡтар килеп тыуған осраҡта, ғаиләне опека һәм попечителлек органы белгестәре күҙәтеү өҫтөнә ала. Ата-әсәне алмаштырыусы яңы ғаиләләр шунда уҡ Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгенә психологтарҙан консультация алыу өсөн ебәрелә. Үҙәк психологтары йыл дауамында бындай ғаиләләр менән эшләү өсөн күсмә семинарҙар үткәрә. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуған осраҡта, опека һәм попечителлек бүлеге заявкаһы буйынса, психологтар ғаилә менән шәхсән тәртиптә лә эшләй. Опеканы рәсмиләштереү алдынан опекунлыҡҡа кандидаттар, яҡын туғандарынан тыш, тәрбиәгә алыусы ата-әсәләр мәктәбендә белем ала.

- Тәрбиәгә бала алырға теләгән ғаилә ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала? Ғөмүмән, уллыҡҡа алыу процедураһын нимәнән башларға?

- Баланы уллыҡҡа алырға теләгән Рәсәй Федерацияһы граждандары иң тәүҙә йәшәгән урындары буйынса опека һәм попечителлек органдарына мөрәжәғәт итә. Улар тәрбиәгә алған атаәсәләр мәктәбен үтергә һәм сертификат алырға тейеш, шунан һуң опека һәм попечителлек органдарына уллыҡҡа алыу мөмкинлеге тураһында һығымта алыу үтенесе менән ғариза бирәләр, әммә, тәүҙә уларға үҙҙәренең эшкә һәләтлелеген, ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителмәүен, ата-әсәлек йөкләмәләрен үтәргә мөмкинлек биргән сәләмәтлеге торошон, Рәсәйҙә даими йәшәү урыны булыуын, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеү, сикләнеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙең булмауын, даими килем алыуын документаль раҫларға кәрәк буласаҡ. Уллыҡҡа алыу прокурор йәлеп ителгән суд тәртибендә ҡарала.

- Тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

- Опека билдәләнгән осраҡта тәрбиәләнеүсене ҡарау өсөн айлыҡ пособие түләнә, ә түләүле опека булғанда, тәрбиәгә алған ата-әсәгә өҫтәмә рәүештә тейешле түләү ҡаралған. Шулай уҡ балаларҙы ғаиләгә урынлаштырғанда, опекун ғаиләгә баланы тапшырған саҡта бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә.

- Тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙә атаәсәләрҙең үҙ бурыстарын нисек үтәүе контролдә тотоламы?

- Опека һәм попечителлек органы тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттарын, опекундарҙың һәм попечителдәрҙең тәрбиәләнеүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәүен, уларҙың мөлкәтен һаҡлауҙы тәьмин итеүҙе, шулай уҡ опекундарҙың һәм попечителдәрҙең үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға һәм үҙ бурыстарын үтәүгә талаптарҙы үтәүен тикшерергә бурыслы. Опека һәм попечителлек бүлеге белгестәре раҫланған графикка ярашлы тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәгән урындарына тикшереү менән йөрөйҙәр. Ғаиләлә теге йәки был проблемалар тыуыу тураһында мәғлүмәт килгән осраҡта, бөтә шарттарҙы асыҡлау өсөн пландан тыш та өйҙәренә барыу ҡаралған. Һуңынан һөҙөмтәләр буйынса тикшереү акттары төҙөлә.

- Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү эше лә һеҙҙең өҫтәме? Районда күпме бала торлаҡлы булды?

- Йыл һайын етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың бер өлөшө Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә, башлыса, Ҡырмыҫҡалы һәм Олокүл ауылдарынан торлаҡ менән тәьмин ителә. Шулай уҡ улар Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн сертификат алыу хоҡуғына ла эйә. 2025 йылда 15 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде. Торлаҡ сертификаттары алған 7 кешенең 6-һы фатирҙар һатып алды, бер сертификат әле тормошҡа ашырылыу өҫтөндә. Районда етем балаларға торлаҡ биреү район хакимиәтенең торлаҡ секторына йөкмәтелгән. - Бөтә Рәсәй балаларға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү көнөндә ниндәй саралар планлаштырыла? - Был көндө беҙ Ҡырмыҫҡалы ауылы, Киров урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан опека һәм попечителлек бүлегендә, 24-се кабинетта ҡабул итеү үткәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ был көндө опека һәм попечителлек бүлеге “Йөрәк менән тыуғандар” акцияһы сиктәрендә буласаҡ тәрбиәгә алыусы ата-әсәләрҙе, опекундарҙы һәм уллыҡҡа алыусыларҙы ҡабул итәсәк, документтарҙы рәсмиләштереү буйынса консультациялар бирәсәк. Ҡабул итеү 20.00 сәғәткә тиклем башҡарыласаҡ.

- Һеҙҙең бүлектә районыбыҙ балаларының хоҡуҡтарын яҡлау эшен нисә кеше башҡара? Хеҙмәттәштәрегеҙгә, районыбыҙ халҡына ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?

- Бүлектә минең менән бергә биш белгес эшләй. Уларҙың дүртәүһе балаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау менән шөғөлләнһә, бер белгес суд тарафынан эшкә яраҡһыҙ тип танылған граждандар менән эшләй. Хеҙмәттәштәремдең барыһына ла еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ыңғай тәьҫораттар, ныҡлы сәләмәтлек һәм артабан да шулай берҙәм, татыу эшләүебеҙҙе теләйем. Районыбыҙ ғаиләләре – имен, ә балаларыбыҙ бәхетле булһын! - Әлфиә Венер ҡыҙы, мәғлүмәткә бай әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас