Даирә
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең әңгәмә
13 Ноябрь 2025, 14:09

Армия – ул тормош мәктәбе

Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уңайынан Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары Рөстәм Вәлитовҡа мөрәжәғәт иттек. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыны әле ниҙәр көтә? Хәҙер бөтә повесткалар тик “Дәүләт хеҙмәттәре” аша киләме? Ҡайҙарға ысынлап та хеҙмәт итергә ебәрмәйәсәктәр? тигән һәм шулай уҡ башҡа һорауҙарға яуап эҙләнек.

Армия – ул тормош мәктәбе
Армия – ул тормош мәктәбе

15 ноябрь – Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө

Армия – ул тормош мәктәбе

- Рөстәм Урал улы, Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө алдынан районыбыҙ йәштәренә һәм уларҙың ата-әсәләренә беренсе нәүбәттә нимә әйтер инегеҙ?

- Иң тәүҙә шуны билдәләп үтергә теләйем: хәрби хеҙмәткә саҡырылыу – ул һәр бер йәш кешенең изге йөкләмәһе һәм гражданлыҡ бурысы. Характерҙы, дисциплинаны тәрбиәләүсе һәм тормошта кәрәкле ҡиммәтле белем биреүсе ғүмер юлының мөһим бер этабы ла ул. Бөгөн беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хеҙмәтендә барыһы ла аңлайышлы һәм файҙалы булһын өсөн бөтә шарттар тыуҙырабыҙ.

- Әлеге саҡырылыш кампанияһының төп шарттары ниндәй. Нимәләргә ныҡлы иғтибар йүнәлтергә кәрәк буласаҡ?

- Төп аспекттарҙың бөтәһе лә үҙгәрешһеҙ ҡалды. Хеҙмәт итеү ваҡыты 12 ай тәшкил итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы һалдаттар бары тик Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә генә хеҙмәт итәсәк. Улар махсус хәрби операцияла һәм шул иҫәптән яңы субъекттар территорияһында ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Бөгөнгө көндә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың 30 проценттан ашыуы уҡыу хәрби частарына ебәрелә һәм улар унда ҡатмарлы техниканы үҙләштереп, актуаль хәрби-иҫәп һөнәре аласаҡ. Был ир-егеттәрҙең киләсәк карьераһы өсөн дә яҡшы үрнәк буласаҡ һәм шулай уҡ «гражданка»ла кәрәге тейәсәк.

- Һуңғы ваҡытта цифрлаштырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Бының хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға ҡағылышы бармы?

- Әлбиттә, был иң төп яңылыҡтарҙың береһе булып тора. Хәҙер повесткалар электрон рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрелә. Повестканы бындай рәүештә тапшырыу факты Берҙәм хәрби иҫәп реестрында теркәлә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡултамға алып тапшырылған ҡағыҙ повесткалар ҙа элеккесә тулы юридик көскә эйә.

- Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының эш процедураһында үҙгәрештәр күҙәтеләме?

- Эйе, ҡайһы бер процедураларҙы ябайлаштырҙыҡ. Хәҙер саҡырыу комиссияһының ҡарары бер йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ. Ә был инде әгәр буласаҡ һалдат ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ағымдағы кампанияға саҡырылмаған булһа, киләһе кампанияға уны барлыҡ медицина тикшеренеүҙәрен һәм башҡа процедураларҙы ҡабаттан үтмәйенсә лә хеҙмәткә ебәрергә мөмкин тигәнде аңлата.

- Күп кенә йәш егеттәр һәм шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре повестка буйынса ваҡытында килмәүҙең эҙемтәләре хаҡында борсола. Бындай граждандарға нимә янай?

- Ҡануниәт буйынса был мәсьәлә күптән көйләнгән. Повестка алғандан һуң 20 көн эсендә хәрби комиссариатҡа кисерерлек бер ниндәй сәбәпһеҙ килмәгән осраҡта, бындай граждандарға ҡарата ваҡытлыса сикләү саралары ҡулланыла. Мәҫәлән, уларға транспорт саралары менән идара итеү, Рәсәй Федерацияһынан сығыу, шулай уҡ күсемһеҙ милек менән бәйле килешеүҙәр төҙөү тыйыла. Барығыҙҙы ла үҙ бурыстарығыҙға яуаплы ҡарарға саҡырам.

- РФ Оборона министрлығы йәштәр өсөн юғары хәрби белем алыу өсөн уникаль мөмкинлектәр бирә. Был хаҡта ла ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

- Ысынлап та, мөмкинлектәр күп бирә. Әгәр Берҙәм дәүләт имтихандарының балы юғары кимәлдә булмаһа, хәрби вуздарҙа ҡабаттан ҡабул итеү һынауҙарын тапшырырға була. Был инде һеҙгә икенсе тапҡыр имтихан тапшырыу өсөн форсат биреп кенә ҡалмай, ә шулай уҡ үҙегеҙҙе күрһәтергә һәм белемегеҙҙе иҫбатларға ла мөмкинлек бирә. Һайлаған һөнәргә ҡарап, уҡыу ваҡыты 4-5 йыл тәшкил итә. Бөтә курсанттар ҙа тулы дәүләт тәьминәтендә буласаҡ, йәғни форма һәм дөйөм ятаҡ бирелә, туҡланыу ҡаралған, медицина ярҙамы күрһәтелә. 1-се курста стипендия 3 мең һум самаһы булһа, 2-се курстан ул 15 мең һумдан ашып китә. Яҡшы уҡығандарға, спортта йәки башҡа өлкәлә үҙҙәрен күрһәткән студенттар өсөн стипендия күләме 25 мең һумға етә. Хәрбиҙәр 20 йыл стаж менән хаҡлы ялға сығыу мөмкинлегенә эйә. Был стажға уҡыған йылдар ҙа инә. Шуны ла әйтергә кәрәк: әгәр Алыҫ Төньяҡта һәм шуның кеүек башҡа ауыр климат шарттары булған төбәктәрҙә бер көн хеҙмәт итеү көн ярымға йәки ике көнгә тиңләшә. Хәрби юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға эшкә урынлашыу гарантиялана. Классик хәрби частарҙа ғына түгел, башҡа төрлө көс структураларында ла хеҙмәт итергә мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, хәҙерге офицер – бары тик командир ғына түгел. Ул юғары класлы белгес тә. Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттары хәрби инженерҙар, психологтар һәм социологтар, тәржемәселәр, элемтә һәм кибер хәүефһеҙлек буйынса белгестәр, осоусылар һәм штурмандар, хәрби госпиталдәр өсөн табиптар әҙерләй. Шулай булғас, быны мин комплекслы ҡараштың төп өҫтөнлөгө тип атар инем, сөнки һеҙ бушлай элиталы белем, иртәгәһе көнгә ышаныслы, уҡыу процесында уҡ лайыҡлы матди тәьмин ителеү һәм уңышлы карьера өсөн башланғыс стаж алаһығыҙ. Офицер һөнәре һәр ваҡыт хөрмәт ҡаҙанды, ә бөгөн, хәҙерге геосәйәси шарттарҙа, ул илебеҙ именлеге өсөн иң мөһим һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булып тора.

- Ата-әсәләргә һәм буласаҡ һалдаттарға ниндәй нәсихәттәр әйтер инегеҙ?

- Ата-әсәләргә шуны әйтер инем – борсолмаҫҡа! Һеҙҙең ярҙамығыҙ, аңлауығыҙ йәш кешеләр өсөн бик мөһим. Ә буласаҡ ил һаҡсыларына теләгем шул: юғалып ҡалмаҫҡа, даими рәүештә яҡындары менән бәйләнеш булдырып торорға. Армия – ул тормош мәктәбе, тәрбиәүи процестың дауамы. Егеттәргә хеҙмәт һис шикһеҙ файҙаға ғына буласаҡ! Һалдат итеген кейергә йыйынған барлыҡ йәш ҡырмыҫҡалыларға уңышлы хеҙмәт итеүҙәрен, тоғро дуҫтар табыуҙарын һәм үҙ көсөнә ышанып, нығынып, үҫеп етеп, имен-һау өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйем!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Автор: Розалия Назарова
Читайте нас